3 март
көнө
3 март — григориан стиле буйынса йылдың 62-се (кәбисә йылында 63-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 303 көн ҡала.
3 март | |
![]() |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Грузия: Әсәләр көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1067 йыл: Немига йылғаһы янындағы алыш менән бәйле йылъяҙмала тәүге тапҡыр Минск телгә алына.
- 1613 йыл: Ун алты йәшлек Михаил Федорович Земство соборы тарафынан батша итеп һайлана һәм Романовтар динстияһына нигеҙ һала.
- 1639 йыл: Бостонда (АҠШ) асылған колледж меценат Джон Гарвард исемен ала.
- 1802: Вена гәзитендә Бетховендың 12-се, 13-сө һәм 14-се сонаталарының баҫылып сығыуы тураһында хәбәр ителә, аҙаҡҡыһы һуңынан «Ай сонатаһы» тип атала.
- 1804: Александр I крәҫтиәндәрҙе ерһеҙ һатыуҙы тыйған, уларға алпауыт рөхсәтенән тыш никахҡа инергә рөхсәт иткән һәм алпауыттарҙың крәҫтиәндәрҙе язаға тарттырыу хоҡуғын сикләгән ҡарар сығара.
- 1837: АҠШ Техас Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1845: Флорида АҠШ-тың 27-се штаты итеп иғлан ителә.
- 1861: Александр II үҙенең манифесы менән Рәсәйҙә крепостной хоҡуҡты юҡҡа сығара.
- 1863: АҠШ Милли фәндәр академияһы ойошторола.
- 1864: Александр II поляк крәҫтиәндәренә ер биреү тураһында тураһында ҡарар сығара, Польшала аграр реформа башлана.
- 1866: Киевта асыҡ китапхана булдырыла (хәҙер ул Украинаның Милли парламент китапханаһы).
- 1875: Парижда «Кармен» операһының тәүге премьераһы уңышһыҙ тамамлана.
- 1875: Монреалдең «Виктория» һырғалағында шайбалы хоккей буйынса тәүге рәсми уйын үтә.
- 1876: Коканд ханлығы Фирғәнә өлкәһе исеме менән Рәсәй империяһына ҡушыла.
- 1878: Рәсәй һәм Төркиә араһында Сан-Стефан солох килешеүе төҙөлә. Ғосман империяһы составында Бөйөк Болгария кенәзлеге төҙөлә, ул Рәсәй йоғонтоһонда була.
- 1905: Николай II сиркәү реформаһын һәм башҡа үҙгәртеүҙәр үткәрергә, кәңәш биреү хоҡуғына эйә дума саҡыртырға вәғәҙә итә.
- 1911: Мургаб йылғаһында 2,2 млрд м³ күләмендә иң ҙур ишелеү һөҙөмтәһендә 567 м бейеклек тәбиғи быуа һәм Сарез күле барлыҡҡа килә.
- 1913: Вашингтонда АҠШ президенты инаугурацияһынан көн элгәре илдең бөтә граждандарына тигеҙ һайлау хоҡуғын талап иткән 5000 ҡатын-ҡыҙҙан торған демонстрация үтә.
- 1917: 3—4 мартта Киевта Украин халыҡ республикаһының Үҙәк радаһы ойошторола.
- 1918: Совет Рәсәйе хөкүмәте Германия, Австро-Венгрия, Ғосман империяһы һәм Болгария менән сепаратив солох килешеүе төҙөй.
- 1918: «Знамя труда» гәзитендә Александр Блоктың «Ун ике» поэмаһы донъя күрә.
- 1919: Башҡортостандың ғәҙәттән тыш комиссияһы (БашЧК) ойошторола.
- 1919: Ванкуверҙан (Канада) Сиэтлға (АҠШ) тәүге халыҡ-ара авиапочта ебәрелә.
- 1920: Мәскәүҙә Матбуғат йорто асыла.
- 1921: Канада физиологы Фредерик Грант Бантинг һөнәрҙәштәре менән инсулин гормонын аса, бының өсөн 1923 йылда уға Нобель премияһы бирелә.
- 1923: Нью-Йоркта «Time» яңылыҡтар аҙналыҡ гәзите һатыуға сыға, һуңынан популяр журналға әүерелә.
- 1923: Буласаҡ Моссовет исемендәге театр труппаһы рәсми рәүештә театр статусы ала.
- 1924: Төрөк милли ассамблеяһы Ғосман династияһын бөтөрә, хәлифлекте һәм башҡа дини хакимлыҡ органдарын яба һәм донъяуи уҡыу йорттары буйынса комиссариат булдыра.
- 1924: Германия Төркиә менән дуҫлыҡ тураһында килешеү төҙөй.
- 1931: Фрэнсис Скотт Ки 1812 (4?) йылда яҙған «Йондоҙло-буйлы байраҡ» шиғыры АҠШ Конгресы тарафынан Америка гимнының тексы булараҡ ҡабул ителә.
- 1933: Потсдамда Гитлер Өсөнсө рейхтың барлыҡҡа килеүе хаҡында хәбәр итә.
- 1937: Фирҡәнең Үҙәк Комитеты пленумында Сталин социализм нигеҙҙәре нығынған һайын синфи көрәш киҫкенләшә тигән теоретик тезисты нигеҙләй.
- 1944: СССР Юғары Советы Президиумы I һәм II дәрәжә Ушаков ордены, I һәм II дәрәжә Нахимов ордены, Нахимов һәм Ушаков миҙалдары булдыра.
- 1944: Париж сәхнәһендә йырсы Ив Монтан тәүге тапҡыр сығыш яһай.
- 1945: Львов өлкә картина галереяһы асыла.
- 1947: Тергеҙелгән Днепр ГЭС-ының беренсе агрегаты эшләй башлай.
- 1955: Элвис Пресли тәүге тапҡыр телевидениела күренә.
- 1963: Нефтекамаға ҡала статусы бирелә.
- 1969: «Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре» предприятиеһы ойошторола.
- 1965: Бечуаналенд британ колонияһына үҙидара бирелә. Серетсе Кхама премьер-министр вазифаһын ала.
- 1980: Йәҙрә материалын физик яҡлау тураһында халыҡ-ара конвенцияға ҡул ҡуйыла (1987 йылдың 1 ноябрендә үҙ көсөнә инә).
- 1987: Мәскәүҙә урыҫ телендәге «Бурда» журналының презентацияһы үтә.
- 1995: Арал диңгеҙен ҡотҡарыу халыҡ-ара берлеге ойошторола.
- 1997: Rambler’s Top100 рейтинг системаһы эшләй башлай.
- 2005: Стив Фоссетт «Scaled Composites Virgin Atlantic GlobalFlyer» самолетында Ер тирәләй донъяла тәүге булып яңғыҙ туҡталышһыҙ авиаосош яһай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кумылганов Александр Семенович (1940), нефть тармағы ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 1965—1981 йылдарҙа Туймазы нефть үткәргестәре идаралығының өлкән механигы, артабан ошо һәм Ҡурған идаралығының начальник урынбаҫары, 1981—2000 йылдарҙа СССР Нефть сәнәғәте министрлығының «Главтранснефть» идаралығының, артабан «Транснефть» компанияһының беренсе вице-президенты. 1967 йылда Өфө нефть институтын тамамлаусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефтсеһе (2000). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенән.
- Әхмәҙишина Лилиә Рифғәт ҡыҙы (1955), ветеран-педагог, Салауат ҡалаһы 7-се урта мәктәбенең элекке директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғүмәров Фәйзи Муллағәли улы (1926—27.07.2002), комсомол һәм партия хеҙмәткәре, журналист һәм шағир. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1957 йылдан СССР Журналистар союзы, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Стәрлебаш районының Аҡмулла исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1995).
- Шәйхисламов Арсен Фәйзулла улы (1976—9.12.2020), театр артисы, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, 2012 йылдан театрҙың профсоюз комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Татлыбай ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғарипов Исмәғил Мәсәлим улы (1907—1993), геолог. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Учалы ҡалаһының почётлы гражданы ().
- Ғәйнуллина Фатима Ғәйнулла ҡыҙы (1937), дәүләт хеҙмәте ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ().
- Салауат Низаметдинов (1957—29.07.2013), композитор. 1983 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (2003) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1988) лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхмәтов Радик Рәхимйән улы (1933—9.08.2008), ғалим-биохимик, биотехнолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1981—1985 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты директоры. Биология фәндәре докторы (1976), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1975), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы районы Өлкөндө ауылынан.
- Муллағәлиев Файлас Кәшби улы (1943), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1980—1990 йылдарҙа КПСС-тың Кушнаренко район комитетының беренсе секретары. Октябрь революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы, Кушнаренко районының почётлы гражданы.
- Таңһылыу Ҡарамышева (1948), шағир һәм журналист. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.
- Нәбиуллин Рәжәп Байғондо улы (1958), ғалим-урмансылыҡ белгесе, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2008—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Ҡалыуайыры ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ашҡаҙарский (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улы (1884—31.12.1942), театр эшмәкәре, режиссёр һәм актёр. Хеҙмәт Геройы (1926). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шөңгәккүл ауылынан.
- Рыҫҡолов Ғәббәс Шәйхислам улы (1894—8.12.1937), Беренсе донъя, граждандар һуғышы һәм 1920 йылдағы совет-поляк һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1920 йылдарҙа Муса Мортазиндың Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының эскадрон командиры. 1931—1935 йылдарҙа Әбйәлил, Учалы һәм Мәсетле район Советтары башҡарма комитеты рәйесе. Георгий тәреһе һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Ярлыҡап ауылынан.
- Салауат Галин (1934—29.03.2010), фольклорсы-ғалим, педагог-методист, яҙыусы һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1977—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институты проректоры, 1988—2010 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдире. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академигы), филология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2001).
- Брюханов Анатолий Михайлович (1939—11.10.2008), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (1982). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған уйлап табыусыһы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы (1959, ғалим-химик. 1987 йылдан Өфөләге Органик химия институты хеҙмәткәре, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006).
- Щипачёв Андрей Михайлович (1959), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар ижади союзы ағзаһы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Арьков Валентин Юльевич (1964), ғалим-электрон техника инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002), профессор. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1823: Константин Дмитриевич Ушинский, Рәсәй империяһы педагогы, фәнни педагогикаға нигеҙ һалыусы.
- 1845: Георг Кантор, Германия математигы, күмәклектәр теорияһын эшләүсе.
- 1860: Алексей Фаворский, Рәсәй империяһы һәм СССР ғалим-химик-органигы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945).
- 1885: Лев Щерба, Рәсәй империяһы һәм СССР ғалим-филологы, педагог, академик.
- 1888: Наталена Королёва, Украина яҙыусыһы.
- 1907: Владимир Векслер, синхрофазотрон уйлап табыусы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1703: Роберт Гук, Бөйөк Британия физигы, химик, математик, астроном, биолог, уйлап табыусы һәм архитектор.