2 ғинуар
көнө
2 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 2-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 363 көн ҡала (кәбисә йылында 364)
2 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
2 ғинуар Викимилектә |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
- 1788: Джорджия 4-се штат булып АҠШ конституцияһын раҫлай (ратификациялай).
- 1813: Рус армияһының сит илгә походтары башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шәйехзада Бабич (1895—28.03.1919), шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1917—1919 йылдарҙа Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы.
- Ирина Архипова (1925—11.02.2010), йырсы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. 1956—1989 йылдарҙа СССР-ҙың Ҙур театры солисы, бер үк ваҡытта 1976 йылдан — Мәскәү консерваторияһы уҡытыусыһы, профессор (1982). СССР-ҙың (1966), Башҡортостан Республикаһының (1994), Ҡырғыҙстан Республикаһының (1993) халыҡ артисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
тулы исемлек
- Цибизов Леонид Герасимович (1925—16.06.2009), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танкист. Украина Ҡораллы көстәренең генерал-майоры (2008). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Сандурский Богуслав Флорионович (1930—4.11.2020), нефтсе, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1985—1993 йылдарҙа «Башнефть» йәмғиәтенең генераль директоры. СССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1990), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1992). Октябрь Революцияһы (1982) һәм өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1977, 1988) ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2018).
- Дамир Вәлиев (1940—28.05.2002), ғалим-философ, йәмәғәт эшмәкәре. 1970—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), философия фәндәре докторы (1984), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).
- Илфаҡ Смаҡов (1940—27.05.1993), йырсы, 1963—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961).
- Закиров Игорь Рәүеф улы (1945), хәрби хеҙмәткәр, һынаусы лётчик. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994). СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы лётчигы (1990).
- Карпов Даниэль Николаевич (1945), ғалим-геоботаник. 1978—2009 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының һәм педагогия академияһының педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — биология кафедраһы мөдире. 2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының биология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2007). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Яхин Рафаил Заян улы (1950), инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Яңауыл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 2008—2015 йылдарҙа Юл йәшелләндереү-төҙөкләндереү муниципаль унитар предприятиеһы директоры; 1999 йылдан район башҡортары Ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), райондың почётлы гражданы (2012).
- Имелбаева Эльвира Арҡам ҡыҙы (1955), ғалим-биолог. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2002).
- Исҡужин Динислам Мостафа улы (1960), бейеүсе, хореограф. 1989—1995 һәм 1999—2011 йылдарҙа Баймаҡ районының «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1990).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Рәхимов Рәхимйән Исхаҡ улы (1926—10.01.2003), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, старшина. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан.
- Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы (1936), хор дирижёры. 1961—1991 йылдарҙа Башҡортостан Музыка йәмғиәте балалар хорының художество етәксеһе, 1985—1991 йылдарҙа йәмғиәт идараһының рәйес урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Аҙау ауылынан.
тулы исемлек
- Пшеничнюк Анатолий Харитонович (1936—5.01.2016), ғалим-археолог. 1959—2014 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978—2006 йылдарҙа бүлек мөдире. Тарих фәндәре кандидаты (1968). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006).
- Узбәков Данир Камалетдин улы (1936—15.02.2017), архивсы, дәүләт эшмәкәре. 1982—1994 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Архив идаралығы начальнигы, 1995—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылынан.
- Хәмиҙуллин Марат Өмөтбай улы (1936—12.01.2011), хеҙмәт алдынғыһы. 1967—1994 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе ремонт механика заводының токарь-ҡырыусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- Әлибәков Таштимер Ишмөхәмәт улы (1936—2006), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1966—1996 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Бөрйән районы хужалыҡтары етәксеһе, шул иҫәптән 1974 йылдан — яңы ойошторолған «Урал», 1981—1994 йылдарҙа «Ағиҙел» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1980, районда беренсе), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982). Сығышы менән ошо райондың Мораҙым ауылынан.
- Әхмәрова Светлана Ғәриф ҡыҙы (1941), малсылыҡ ветераны, хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1956—1996 йылдарҙа Мәсетле районы Жданов исемендәге колхоз һауынсыһы. 1984—1989 йылдарҙа СССР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Яңы Мөслим ауылынан.
- Томилов Юрий Семенович (1951), табиб, һаулыҡ һаҡлау өкәһе эшмәкәре. 1987—1999 йылдарҙа Өфөнөң 48-се поликлиникаһының баш табибы; 1999—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының медик-социаль экспертиза буйынса баш эскперты, 2005—2016 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһы буйынса медик-социаль экспертиза Баш бюроһы» федераль дәүләт учреждениеһы етәксеһе — медик-социаль экспертиза буйынса баш эскперт. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Шакиров Альберт Вазиф улы (1956), ғалим-географ. 2001—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Урал экологик географик тикшеренеүҙәр үҙәге (Өфө) директоры, 2005 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Дала институты хеҙмәткәре; 2008 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетының география, ер төҙөлөшө һәм кадастр кафедраһы мөдире. География фәндәре докторы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Һеңрән ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мәҡсүтов Шәрифйән Сәйетгәрәй улы (1897—?), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1914—1947 йылдарҙа хәҙерге Дүртөйлө районы ауыл мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры. Ҡыҙыл Байраҡ (1949), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3-сө дәрәжә Дан (1968) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Күкҡуян ауылынан.
- Кинйәкәйев Усман Иҙиәтулла улы (1927—28.06.2021), геолог-нефтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1971—1988 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең кадрҙар бүлеге начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1982), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1988) һәм «Почёт Билдәһе» (1977) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Бүздәк ауылынан.
тулы исемлек
- Әүхәтов Ҡаһим Әүхәт улы (1932—14.10.2014), шағир. Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы лауреаты (2003).
- Ғилемшин Рәфис Фәһәметдин улы (1937—7.05.2020), хеҙмәт алдынғыһы. 1953 йылдан Дүртөйлө районы Киров исемендәге колхоз тракторсыһы; 1962 йылдан — сусҡа фермаһы мөдире; 1972 йылдан — бригадир, 1990—1999 йылдарҙа һөт-тауар фермаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Йәйләү ауылынан.
- Абдрахманов Илдус Барый улы (1942), ғалим-химик-органик. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1973 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының дөйөм химия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1984 йылдан уҡыу-уҡытыу эштәре, 1990—1993 йылдарҙа — фәнни эштәр буйынса проректор; бер үк ваҡытта 1993—2005 йылдарҙа Органик химия институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары һәм лаборатория мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2002), химия фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
- Иванов Александр Семёнович (1947), урта һөнәри белем биреү һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1968—1982 йылдарҙа Өфөләге 17-се һәм 68-се техник училищеһы мастеры, директор урынбаҫары; 1994—2003 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Октябрь район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары һәм урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү мастеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Жилино ауылынан.
- Буранғолова Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. 1986 йылдан Салауат педагогия училищеһы уҡытыусыһы, 1988 йылдан башҡорт бүлеге мөдире, 1990 йылдан директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары; 2009—2017 йылдарҙа Салауат индустриаль колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан.
- Сәмиғуллин Нәзиб Лотфулла улы (1952—1.09.2001), ауыл хужалығы алдынғыһы. Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхоздың элекке механигы. Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Көшөл ауылынан.
- Абдуллин Фәрит Ырыҫҡужа улы (1957), водитель. 1976 йылдан Сибай автотранспорт предприятиеһының автослесары, 1983 йылдан — водитель. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Түбәнге Әбдрәш ауылынан.
- Ситдиҡова Гөлзәмиә Мазһар ҡыҙы (1957), нәфис һүҙ оҫтаһы. 1984 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Аҡсәйет ауылынан.
- Сәлмәнова Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы (1957), композитор, педагог. 1988 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1994 йылдан Өфөләге М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, 2008 йылдан Ф. Камаев исемендәге 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007).
- Шакиров Йәүит Әхмәтғәли улы (1962), эстрада артисы, йырсы. 1997 йылдан «Илһам» театр студияһы етәксеһе. Татарстан Республикаһының халыҡ (2012), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2012) артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Әхмәт ауылынан.
- Туҡтағолов Артур Бәҙри улы (1967), йырсы, музыкант-аккомпаниатор. 1990 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 2000 йылдан «Далан» фольклор-эстрада төркөмөнөң художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
- Попов Алексей Николаевич (1977), ветеран спортсы, тренер. 2002 йылдан Балалар һәм үҫмерҙәрҙең байдарка һәм каноэла ишеү буйынса махсус спорт мәктәбенең тренер уҡытыусыһы. 1995—2000 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 11 тапҡыр (1996—2000) Рәсәй чемпионы, төрлө кимәл чемпионаттары еңеүсеһе. Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (1999). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Төхвәт Ченәкәев (1893—1959), тулы исеме Ғиззәтуллин Төхвәт Ғиззәтулла улы; 1893—1959), уҡытыусы, шағир. 1922—1924 йылдарҙа «Мәғариф эштәре» (хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналының баш мөхәррире.
- Зәйнәб Биишева (1908—24.08.1996), прозаик, шағир, драматург, тәржемәсе һәм йәмәғәтсе. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (1990), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968), өс «Почёт Билдәһе» ордены (1960, 1968, 1976) кавалеры.
тулы исемлек
- Кирәйев Наил Миңнулла улы (1938—19.11.2017), инженер-төҙөүсе. 1965 йылдан «Салауатстрой» тресы мастеры, инженеры, техник бүлек начальнигы урынбаҫары, эштәр әҙерләү төркөмө етәксеһе, 1973 йылдан — трестың баш технологы, 1981 йылдан — генераль директор урынбаҫары; 1998—2005 йылдарҙа «Салаватстройинвест» йәмғиәте директоры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылынан.
- Рәжәпов Фәнис Миңлеғәлим улы (1938), СССР-ҙың Хәрби-диңгеҙ флоты хеҙмәткәре, отставкалағы 1-се ранг капитаны. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районынан.
- Шәйхлисламов Зәйнулла Ғүмәр улы (1938), рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1998).
- Власов Леонид Иванович (1948—2009), агроном. 1981 йылдан «Сельхозхимия»ның Балаҡатай район берекмәһенең механизацияланған отряды начальнигы, 1984 йылдан — берекмә рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Шаҡарлы ауылынан.
- Ғөбәйҙуллин Фәйзрахман Ғөбәйҙулла улы (1948), Ҡариҙел районы Салауат исемендәге колхоздың элекке тимерсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Әхтәмова Лидия Степановна (1948), китапханасы, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Ишембай район китапханаһы китапханасыһы, бүлек һәм сектор мөдире. Бер нисә саҡырылыш ауыл советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Петровский ауылынан.
- Басов Геннадий Никитович (1953), уҡытыусы, журналист. 2002—2014 йылдарҙа «Куюргаза» район гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы Жёлтое ауылынан.
- Богданов Рифат Рәфҡәт улы (1953), техник-механик. 1976—2013 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте операторы. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ҡыҙыл Йондоҙ ауылынан.
- Тәнзилә Үҙәнбаева (1953), йырсы, педагог. 1980 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада, 1981 йылдан «Йәдкәр» фольклор ансамбле солисы, 2000 йылдан — етәксеһе; 2006 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы), бер үк ваҡытта 2009 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2004), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) артисы.
- Әсәҙуллин Дамир Фәхретдин улы (1953), цирк артисы, акробат. 1973 йылдан Өфө дәүләт циркы, 1993—2012 йылдарҙа Вернадский проспектындағы Ҙур Мәскәү дәүләт циркы артисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1997) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) артисы.
- Вәхитова Екатерина Павловна (1958), иҡтисадсы. 2008—2015 йылдарҙа Мәләүез районының «Арыҫлан» ауыл хужалығы предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Овчинников Владимир Павлович (1958), музыкант, пианист, педагог. 2011—2016 йылдарҙа Мәскәүҙең Үҙәк музыка мәктәбе директоры; Мәскәү консерваторияһы профессоры. Рәсәй Федерацияһының халыҡ (2005) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1989) артисы, пианистарҙың халыҡ-ара конкурстары лауреаты. Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Пестрикова Нәзифә Ғабдулла ҡыҙы (1958—03.2017), педагог. 1975 йылдан Салауат районы Малаяҙ ауылы Пионерҙар йорто методисы, 1980 йылдан — директоры; 1991—2014 йылдарҙа район Балалар ижады йорто директоры; 2014 йылдан — мәғариф хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының район комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән Ҡыйғы районынан.
- Шәңгәрәев Инсур Ғәҙелгәрәй улы (әҙәби псевдонимы Инсур Мусанниф; 1958), журналист, яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1986—2016 йылдарҙа «Яңауыл таңдары» район гәзитенең хәбәрсеһе, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары. 2001 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары, 2018 йылдан — Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Яңауыл районының Ғәли Соҡорой исемендәге премияһы лауреаты (2019). Сығышы менән ошо райондың Эткенә ауылынан.
- Сәйетов Рөстәм Рафаэль улы (1963), ветеринария табибы, ауыл хужалығы, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1995 йылдан Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз рәйесе, 1998 йылдан «Йылайыр» совхоз-техникумы директоры, 2001 йылдан район хакимиәте башлығы, 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән ошо райондың Муллаҡай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Байков Зәки Мәүлит улы (1919—08.2015), педагог, мәғариф, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1964—1986 йылдарҙа Туймазы индустриаль техникумы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979 йылға тиклем — директоры (беренсе). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (икеһе лә 1945) ордены кавалеры. Туймазы районының почётлы гражданы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Ҡалмаш ауылынан.
- Юлмәтова Суфия Фәтих ҡыҙы (1919—?), әҙәбиәт белгесе-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1962—1990 йылдарҙа сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Харин Григорий Ефимович (1924—4.06.2005), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдың 24 июнендәге Еңеү Парадында ҡатнашыусы. Өфө моторҙар эшләү заводы рәссамы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1987) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).
- Ғарипов Әхмәтшәриф Хәләф улы (1929—?), механизатор. 1949—1984 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экскаватор машинисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Ғайсина Фәниә Шәрипҡол ҡыҙы (1934—2010), нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре. 1968—1986 йылдарҙа Туймазы газ эшкәртеү заводы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылынан.
- Бизикин Фёдор Иванович (1939), педагог. 1985—2009 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 72-се һөнәри лицей уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985—2005 һәм 2008—2009 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1999), СССР-ҙың (1976) һәм РСФСР-ҙың (1991) һөнәри-техник белем биреү отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Салауат ҡалаһы составында ҡалған Желанный ҡасабаһынан.
- Пегишев Юрий Петрович (1939—1.09.2005), төҙөүсе. 1962—1994 йылдарҙа «Бөрө‑1» күсмә механизацияланған колоннаһының бригадиры һәм мастеры. «Почёт Билдәһе» ордены (1966) һәм Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
- Тарасов Николай Васильевич (1939), сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1981—1986 йылдарҙа Туймазы геофизик ҡорамалдар һәм аппаратуралар заводы директоры. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Казанка ауылынан.
- Әмирханов Камил Шакир улы (1939), инженер-технолог-ғалим. Техник фәндәр кандидаты. СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтенең иң яҡшы рационализаторы.
- Катков Алексей Алексеевич (1944—1.12.2021), хирург-табип, йәмәғәтсе. 2000—2021 йылдарҙа Ишембай район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Ишембай районының почётлы гражданы.
- Йосопов Әлим Кәлимулла улы (1944—26.10.1997), механизатор. Хәйбулла районы совхоздарының элекке тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры.
- Бакиров Венер Насир улы (1949), инженер-механик, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
- Зәкиров Радик Мәғәсүм улы (1949), механизатор. Ҡариҙел районы «Мерәҫем» совхозының элекке комбайнеры. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Пупышев Виктор Васильевич (1949), хирург. 1977—2012 йылдарҙа Күмертау ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы, бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Сафин Рәйес Йәғәфәр улы (1949), журналист. 1980—1995 йылдарҙа Балаҡатай районы «Новая жизнь» — «Яңы тормош» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989).
- Сафиханов Валерий Хөрмәт улы (1949), профсоюз органдары хеҙмәткәре. Рәсәйҙең Нефть, газ тармаҡтары һәм төҙөлөш хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республика ойошмаһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ объекттары төҙөүсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
- Шавыров Геннадий Иванович (1949), техник-механик. 1992—2008 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең Автомобиль транспорты һәм механизацияланған эштәр предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2004). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Богородский ауылынан.
- Әмиров Кәбир Хәбир улы (1954), отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, авиация эскадрильяһының элекке штаб начальнигы, авиация полковнигы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Силәбе өлкәһе буйынса идаралығы Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһының инспектор участкаһы үҙәге етәксеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ахун ауылынан.
- Авдеев Михаил Борисович (1959), спортсы. 1978—1982 йылдарҙа конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы. СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1980). Классик күпбәйге буйынса РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы, СССР чемпионатының бронза призёры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Вязовка ауылынан.
- Боҫҡанова Тәлиғә Рафиҡ ҡыҙы (1959), малсы. Көйөргәҙе районы «Искра» кооперативының элеккке машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009).
- Ғәләүетдинов Фуат Вилдан улы (1959—2018), педагог, муниципаль орган хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифе отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан.
- Жонина Людмила Ивановна (1964), финансист. 1983 йылдан Салауат ҡала советы башҡарма комитеты һәм ҡала хәкимиәтенең финанс бүлеге хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1998 йылдан финанс бүлеге начальнигы, артабан хакимиәт башлығы урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Заһитбаев Миҙхәт Миңлегәрәй улы (1959), юрист. Афған һуғышында ҡатнашыусы. 1992—2014 йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең Салауат ҡалаһы буйынса инспекцияһы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы 1970 йылдар аҙағында бөткән Өлкәр ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1642: Мәхмәт IV, Ғосман империяһының 19-сы солтаны, 1648—1687 йылдарҙа хакимлыҡ итә.
- 1880: Василий Дегтярёв, СССР-ҙың атыу ҡоралдары конструкторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1940).
- 1905: Василий Чхаидзе, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, Грузия ССР-ы ның атҡаҙанған артисы (1979).
- 1886: Игнатьев Руф Гаврилович, Рәсәй империяһы археологы, этнограф һәм журналист.
- 1956: Мәсәлим Вәлиев, композитор, башҡорт профессионал музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусы. Беренсе башҡорт операһы авторы.
- 1982: Булатов Хоҙат Сәлимйән улы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Советтар Союзы Геройы.
- 2007: Алтон Стюарт Доннелли, Америка тарихсыһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992).