8 июнь
көнө
8 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 159-сы (кәбисә йылында 160-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 206 көн ҡала.
8 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1940: Химик элементтарҙың периодик таблицаһында 93-сө булып теркәлгән нептуний элементы асылыу тураһында иғлан ителә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Серавкин Игорь Борисович (1935), ғалим-инженер-геолог. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Геология институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән: геохимия һәм мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһының өлкән лаборанты, 1971 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 йылдан — палеовулканология һәм металлогения лабораторияһы мөдире, 2009 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Геология-минералогия фәндәре докторы (1983). Сығышы менән Воронеж ҡалаһынан.
- Ерёмин Николай Александрович (1940), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960—1989 йылдарҙа Кушнаренко районының Чеверёв исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғүмәрский Хәким Хәсән улы (1946), ғалим-тау инженеры, хужалыҡ эшмәкәре. Ханты-Манси Автономиялы округының 2-се саҡырылыш Думаһы, Төмән өлкәһенең 2-се саҡырылыш Думаһы депутаты. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1986).
- Әхмәтйәнова Нелли Васильевна (1946), музыка белгесе, фольклорсы, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1991), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Толокнов Борис Андреевич (1922—02.02.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, пулемёт ротаһы командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Кулеша Вадим Анатольевич (1932—7.03.2011), ғалим-инженер-металлург, хужалыҡ эшмәкәре. 1978—2000 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының генераль директоры. РСФСР-ҙың 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (2000). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған металлургы (1981). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988). Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1966, 1976) кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Усманов Йософ Абдрахман улы (1903—1.02.1993), агрохимик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1968), профессор (1961). 1950—1978 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрохимия кафедраһы мөдире. РСФСР-ҙың (1971) һәм БАССР‑ҙың (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), Халыҡтар Дуҫлығы (1980) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Килем ауылынан.
- Әхмәҙиев Тамимдар Хажғәли улы (1923—2001), тарихсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1990 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). III дәрәжә Дан (1944) һәм I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
- Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы (1923—16.08.2010), энергетик, 1938—1984 йылдарҙа «Башкирэнерго» район энергетика идаралығының Өфөләге 2‑се ТЭЦ‑ының өлкән электромонтёры, 1957 йылдан — өлкән мастеры, 1968 йылдан — электр цехы начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1983).
- Явнов Павел Викторович (1928—3.08.2003), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1967—1988 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозы (2004 йылдан Явнов исемендәге хужалыҡ) рәйесе. Ленин, Октябрь Революцияһы, Халыҡтар Дуҫлығы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән шул уҡ райондың Марьевка ауылынан.
- Фәрхетдинов Хәлил Хәйри улы (1948), хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре. Генерал-майор. 1998—2010 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының бүлек мөдире. «Ҡораллы Көстәрҙә Ватанға хеҙмәте өсөн» һәм «Шәхси батырлығы өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Киҫәкҡайын ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхмәтов Спартак Ғәли улы (1949), СССР һәм Рәсәйҙең партия һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим. 1992—2007 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (2007—2011). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Дуҫлыҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡтың почётлы гражданы.
- Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы (1969), ғалим-журналист, 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы доценты. 2010 йылдан Рәсәй Журналистар союзы, 2019 йылдан Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2007).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1625: Джованни Кассини, Италия астрономы, Париж Фәндәр академияһы академигы.
- 1810: Роберт Шуман, Германия композиторы, пианист һәм дирижёр.
- 1867: Фрэнк Ллойд Райт, АҠШ-тың новатор архитекторы.
- 1920: Иван Кожедуб, СССР-ҙың хәрби осоусыһы, истребитель, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1925: Гурий Марчук, ғалим-математик, физик һәм геофизик, 1986—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы президенты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- 1955: Тим Бернерс-Ли, Бөйөк Британия ғалимы, Бөтә Донъя Селтәрен уйлап сығарыусы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1996: Абдуллин Мансур Иҙиәт улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943).