6 август
көнө
6 август — григориан стиле буйынса йылдың 218-се (кәбисә йылында 219-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 147 көн ҡала.
6 август | |
![]() |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Аргентина: Бала көнө.
- Боливия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- БҒӘ: Милли тантана байрамы (беренсе президент Зайд ибн Солтан Ал Нахайяндың власҡа килеү көнө).
- Ямайка: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй: Тимер юл ғәскәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 988: Киев кенәзе Владимир христиан динен ҡабул итә.
- 1496: Бартоломео Колумб бөгөнгө Доминика Республикаһы баш ҡалаһы Санто-Домингоға нигеҙ һала.
- 1790: Яҙыусы А. Н. Радищев «Петербургтан Мәскәүгә сәйәхәт» китабы өсөн үлем язаһына хөкөм ителә.
- 1825: Чукисаке (хәҙер Сукре) ҡалаһындағы конгресс Боливияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә.
- 1896: Мадагаскар Франция колонияһы тип иғлан ителә.
- 1940: Эстония СССР составына инә.
- 1945: АҠШ Японияның Хиросима ҡалаһына ядро бомбаһы ташлай.
- 1958: Мәләүез эшселәр ҡасабаһына ҡала статусы бирелә.
- 1962: Ямайка Британ империяһынан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бондаренко Илья Евграфович (1870—21.07.1947), архитектор, архитектура тарихсыһы. 1919—1922 йылдарҙа Октябрь революцияһы исемендәге Өфө пролетариат художество музейын (хәҙер М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы) ойоштороусы һәм уның тәүге директоры. 1919—1922 йылдарҙа Өфө губернаһының мәҙәни һәм тарихи хазиналарын һаҡлау һәм уларҙы яңы төҙөлгән музейҙарҙа, китапханаларҙа һ.б. урынлаштырыу буйынса эштәр етәксеһе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Камал Ихсанова (1910—25.07.2001), театр актёры. 1932 йылдан Баймаҡ колхоз-совхоз театры (хәҙерге Сибай башҡорт драма театры), 1947—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сабай ауылынан.
- Кәримова Роза Әхмәт ҡыҙы (1935), ғалим-тел белгесе. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2014 йылдан — профессор-консультант. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рифҡәт Исрафилов (1941), режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Тайсин Вафир Нурислам улы (1927—10.01.1995), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1949—1960 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт МТС‑ы бригадиры, артабан 1987 йылғаса — «Урал» совхозының тракторсы-машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957). Сығышы менән ошо райондың Амангилде ауылынан.
- Ҡәйүмов Феликс Рәшит улы (1962), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Афған һуғышында һәм Абхазиялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1988) һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1988) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Теләш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡолмөхәмәтов Азамат Рәхмәт улы (1953), СССР һәм Рәсәй дипломаты. Батырлыҡ ордены кавалеры (2013).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рябчиков Василий Родионович (1904—23.07.1986), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1940—1946 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры һәм директоры, 1958—1974 йылдарҙа РСФСР Дәүләт план комитеты рәйесе урынбаҫары. 2‑се дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1949). Ике Ленин (1945, 1959) һәм дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1948, 1952, 1971) кавалеры. Сығышы менән Смоленск губернаһының Кокорёво ауылынан.
- Володин Григорий Симонович (1919—19.03.1981), совет хужалыҡ эшмәкәре. 1971—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1972), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1964). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Петровск ҡалаһынан.
- Паширов Валентин Дмитриевич (1924—6.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танк полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Ишбирҙин Сәғәҙәт Ғәтиәт улы (1929), педагогик хеҙмәт ветераны, 1953—1957 һәм 1965—1990 йылдарҙа Баймаҡ районы Иҫке Сибай мәктәбе директоры, 1958—1964 йылдарҙа «Сибай» совхозының партком секретары. РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1971) атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Рәхимов Әхмәт Зәки улы (1934), ғалим-психолог, педагог. 1994—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире. Психология фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995) һәм мәғариф отличнигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Киәҙетау ауылынан.
- Максимов Владимир Александрович (1944), географ, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1971), Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты профессоры (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Хәбибуллин Рәмил Миҙхәт улы (1949), табип-сурдолог, Республика балалар клиник дауаханаһы консультатив-диагностика поликлиникаһының сурдология үҙәге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998).
- Яҡупов Риф Исмәғил улы (1959), ғалим-этнограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Әхмәтгәрәева София Тәүрат ҡыҙы (1979—5.08.2017), спортсы. 2003—2017 йылдарҙа армспорт буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Өс тапҡыр донъя (2003—2004), Европа (2003) һәм Рәсәй (2012—2014) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Дмитриевка ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1715: Люк де Клапье Вовенарг, Францияның аҡыл эйәһе, эссеист һәм моралист.
- 1795: Генрих Роз, Германия химигы.
- 1835: Константин Поленов, Рәсәй империяһының ғалим-металлургы.
- 1910: Николай Будашкин, СССР композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1972).
- 1910: Чарльз Крайтон, Англия кинорежиссёры, продюсер.
- 1915: Валентин Левашов, композитор, хор дирижёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- 1928: Энди Уорхол, АҠШ рәссамы, продюсер, дизайнер.
- 1940: Муху Әлиев, СССР-ҙың партия, совет органдары һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, 2006—2010 йылдарҙа Дағстан Республикаһы президенты.
- 1950: Дэвид Гамбург, АҠШ һәм Рәсәй актёры, режиссёр, сценарист һәм продюсер.
- 1955: Том Сандберг, Норвегия спортсыһы, олимпия (1984) һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1965: Юки Кадзиюра, Япония музыканты, композитор, музыкаль продюсер.
- 1965: Дэвид Морис Робинсон, АҠШ баскетболсыһы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1970: Марина Могилевская, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010).
- 1970: М. Найт Шьямалан, АҠШ кинорежиссёры, сценарист, сығышы менән Һиндостандан.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1660: Диего Веласкес, Испания рәссамы.