17 май
көнө
17 май — григориан стиле буйынса йылдың 137-се (кәбисә йылында 138-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 228 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1865: Халыҡ-ара электр элемтәһе союзы ойошторола.
- 1948: Ишембай—Ермолаево тимер юлын һалыу башлана.
- 1990: РСФСР-ҙа Валдай милли паркы ойошторола.
- 1990: Стәрлетамаҡтан 20 километр көнбайышта метеорит төшә
- 1991: Яңауыл ҡала статусын ала.
- 1993: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Румыния Хөкүмәте араһында Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 1996: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты асыла.
- 2007: Сибай гимназияһында Сергей Чекмарёвҡа бюст ҡуйыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Имашева Ғәлиә Шакир ҡыҙы (1915—5.01.1995), театр рәссамы. 1938 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт профессиональ театр декорацияһы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе профессиональ рәссам. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың (1973) һәм Башҡорт АССР-ының (1970) халыҡ рәссамы. РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967). Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1949, 1971) кавалеры.
- Ерёмин Михаил Иванович (1920—9.05.1945), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводы разведчигы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Литвинова Лидия Михайловна (1950), хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыусыһы. СССР-ҙың X һәм XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Яҡшыбаев Роберт Әсғәт улы (1952), ғалим-физик, физика-математика фәндәре докторы (1993), профессор (1993), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академяһы академигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).
- Илешев Илдус Ғөбәйҙулла улы (1957), Рәсәй дипломаты, дәүләт эшмәкәре, ғалим-политолог. 2011—2016 йылдарҙа Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы вәкиленең урынбаҫары, 2005—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Премьер-министр урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры. Филология фәндәре кандидаты (1990), сәйәси фәндәр докторы (2000), профессор (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хафизов Динмөхәмәт Сәмәхужа улы (1883—1966), педагог, РСФСР-ҙың мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Ғиләжев Мансаф Тажетдин улы (1933), журналист һәм яҙыусы. 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1986 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Ғилемдар Рамаҙанов (2008) исемендәге премиялар лауреаты.
- Хәйруллина Рәйсә Хәниф ҡыҙы (1953), телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2008 йылдан Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). Шағир Хәниф Кәримдең ҡыҙы, Өфө ҡалаһында тыуған.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Печёный Борис Григорьевич (1939), ғалим-инженер‑төҙөүсе. 1969—1987 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Орехов ҡалаһынан.
- Хужин Рәшит Шәмғүн улы (1949), хужалыҡ һәм профсоюз эшмәкәре. 1994—2001 йылдарҙа «Салаватнефтеоргсинтез» берекмәһенең профсоюз комитеты рәйесе, 2001—2006 йылдарҙа генераль директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районынан.
- Петишева Виктория Анатольевна (1974), ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында факультет деканы. Филология фәндәре докторы (2008), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһынан.
- Радик Юлъяҡшин (1989), йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2017).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1815: Ирина Кони, Рәсәй империяһы актрисаһы, прозаик.
- 1820: Сергей Соловьёв, Рәсәй империяһы тарихсыһы, «История России с древнейших времён» хеҙмәтенең авторы.
- 1860: Мартин Кукучин (төп исеме Матей Бнецур), Словакия яҙыусыһы, драматург, публицист.
- 1865: Агнес Зорма (төп фамилияһы Заремба), Германияның театр актрисаһы.
- 1895: Пётр Кириллов, СССР-ҙың кино актёры, режиссёр-ҡуйыусы.
- 1904: Жан Габен, Францияның театр һәм кино актёры.
- 1918: Биргит Нильссон, Швецияның опера йырсыһы.
- 1935: Деннис Поттер, Британия сценарисы, теледраматург һәм журналист.
- 1945: Наталья Иванова, СССР һәм Рәсәйҙең әҙәби тәнҡитсеһе, публицист, «Литературная газета» лауреаты.
- 1945: Николай Зиновьев, СССР һәм Рәсәй шағиры.
- 1945: Удо Линденберг, Германияның рок-йырсыһы.
- 1950: Валерия Новодворская, Рәсәй сәйәсмәне, диссидент.
- 1955: Франческо Нути, Италия актёры, сценарист, кинорежиссёр һәм продюсер.
- 1955: Билл Пэкстон, АҠШ актёры («Титаник» һ. б.), кинорежиссёр.
- 1965: Трент Резнор, АҠШ-тың «Nine Inch Nails» төркөмөн ойоштороусы һәм уның вокалсыһы.
- 1970: Анжелика Агурбаш, Белоруссия йырсыһы, актриса һәм телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1980: Ксения Новикова, Рәсәй йырсыһы, «Блестящие» төркөмө солисы.