14 ноябрь
көнө
14 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 318-се көнө (кәбисә йылында 319-сы). Йыл аҙағына тиклем 47 көн ҡала.
14 ноябрь | |
![]() |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1903: Голландияла электрокардиограф уйлап сығарыла.
- 1919: Башҡорт АССР-ы Үҙәк статистика идаралығы ойошторола.
- 1930: Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү техникумы асыла.
- 1936: СССР-ҙа Гидрометеорологик хеҙмәт эшләй башлай.
- 1960: ОПЕК ойошторола.
- 1968: Беренсе тапҡыр үпкәне күсереп ҡарайҙар.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Солтанов Исмәғил Хөсәйен улы (1890—31.05.1927), дәүләт эшмәкәре. 1925—1927 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары һәм эске эштәр халыҡ комиссары.
- Самцов Владимир Александрович (1905—1.01.1974), ғалим-патофизиолог. 1934—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1945 йылдан патологик физиология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1948—1954 йылдарҙа дауалау факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (1944), профессор (1945). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1947). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1953, 1961). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Классен Эрих Гергардович (1935), ғалим-философ. Философия фәндәре докторы (1989), профессор (1991). 1966 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалы уҡытыусыһы, 2008 йылдан гуманитар һәм социаль-иҡтисади фәндәр кафедраһы мөдире; 1976 йылдан Норильск индустриаль институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981—1986 йылдарҙа марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1989 йылдан ижтимағи фәндәр кафедраһы мөдире. 1993—2005 йылдарҙа Германияла йәшәй. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Черно-Озёрное ауылынан.
- Мырҙаҡаев Факил Сәлих улы (1950), журналистика ветераны, яҙыусы, тәржемәсе. 1975 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1985 йылдан — бүлек мөдире; 1986 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы секретары, 1996 йылдан — «Башҡортостан» гәзитенең, 2011 йылдан — «Һәнәк» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Мифтәхетдин Аҡмулла (2005) һәм Һәҙиә Дәүләтшина (2009) исемендәге премиялар лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхмәтова Гөлнар Хөсәйен ҡыҙы (1941), сәнғәт өлкәһе ветераны, музыка белгесе. 1975—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы лекторы. 1971 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы (1922—7.12.2020), нефть сәнәғәте эшмәкәре, ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1952—1983 йылдарҙа Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының яуаплы хеҙмәткәре: бүлек етәксеһе, идаралыҡ начальнигының етештереү буйынса урынбаҫары, баш инженер, 1970 йылдан — идаралыҡ начальнигы, бер үк ваҡытта 1975—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1975), доцент (1981). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған (1972), СССР‑ҙың почётлы (1977) нефтсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977), Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Баҙытамаҡ ауылынан.
- Матюшин Геральд Николаевич (1927—7.08.2000), ғалим-археолог. 1961 йылдан СССР Фәндәр академияһы Археология институты ғилми хеҙмәткәре, 1977 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1986—2000 йылдарҙа Рәсәй археология йәмғиәте рәйесе. Тарих фәндәре докторы (1988), Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1992). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Хәмитова Гөлнур Карамат ҡыҙы (1957), Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия педагогы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005).
- Дәүләткирәев Айтуған Әхмәт улы (1972), бейеүсе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Крашенинников Николай Александрович (1878—11.10.1941), Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында байтаҡ әҫәр ижад иткән рус яҙыусыһы.
- Алпаров Ғибат Хәбибулла улы (1888—31.07.1936), төркиәтсе-ғалим, профессор, татар теле грамматикаһына, ҡазаҡ һәм төркмән телдәре орфогрфияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Ҡорманай ауылынан.
- Урядов Иван Иванович (1893—20.03.1962), рәссам. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1955) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1943).
- Ракшин Дмитрий Сергеевич (1913—9.01.1961), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, пулемёт расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты, Советтар Союзы Геройы (1943).
- Дьяконова Мария Ивановна (1918—2.04.2005), табип, медицина эшмәкәре. 1961—1974 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы медицина хеҙмәте капитаны. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Талбазы ауылынан.
- Ҡотлоғәлләмов Иштуған Ишбулат улы (1918—1991), хужалыҡ, партия һәм совет органдары эшмәкәре. 1973—1976 йылдарҙа «Баймаҡ» ял йорто директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танкист, лейтенант. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм дүрт Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
- Әхмәрова Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы (1918—20.03.1991), педагог-методист, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Өфөнөң тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтен ойоштороусы һәм уның тәүге рәйесе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Никифоров Кузьма Фёдорович (1924—3.08.1986), сауҙа өлкәһе эшмәкәре. 1955—1986 йылдарҙа Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәте союзы (Башпотребсоюз) ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966—1986 йылдарҙа — Дыуан райпоһының идара рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Кулагин Юрий Захарович (1929—20.10.1983), ғалим-ботаник, дендроэколог. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965—1970 йылдарҙа ботаника кафедраһы мөдире, 1970—1983 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (1964), профессор (1967). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).
- Лемаев Николай Васильевич (1929—24.12.2000), хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер‑технолог. 1950—1960 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында цех начальнигы, баш инженер урынбаҫары. 1963 йылдан — «Нижнекамскнефтехим» берекмәһенең генераль директоры, 1985 йылдан — СССР нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрының 1‑се урынбаҫары, 1985—1990 йылдарҙа СССР химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министры. РСФСР-ҙың VIII—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1982). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), СССР‑ҙың атҡаҙанған нефтехимигы (1979), СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1982), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Пестравка районының Ҡыҙылъяр ауылынан.
- Самодумова Маргарита Васильевна (1929—29.07.2016), педагог. 1955—2005 йылдарҙа Өфө ҡалаһының хәҙерге 62‑се лицейы уҡытыусыһы. Ленин (1981) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән Кострома ҡалаһынан.
- Водопьянов Владимир Васильевич (1949), ғалим-математик. 1978 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан — дөйөм фәндәр факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2009), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Порт-Артур ҡалаһынан.
- Грешнов Владимир Михайлович (1949), ғалим-инженер-механик. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—2003 йылдарҙа металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү машиналары һәм технологияһы кафедраһы мөдире, 2007 йылдан — теоретик механика кафедаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1719: Леопольд Моцарт, Австрия композиторы, Вольфганг Амадей Моцарттың атаһы.
- 1889: Джавахарлал Неру, Һиндостандың сәйәси эшмәкәре, илдең беренсе премьер-министры.
- 1903: Косарев Александр Васильевич, СССР-ҙың партия һәм комсомол эшмәкәре, 1929—1938 йылдарҙа ВЛКСМ Үҙәк Комитетының 1-се секретары, сәйәси золом ҡорбаны.
- 1904: Животов Алексей Семёнович, СССР композиторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957).
- 1906: Абрикосов Андрей Львович, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1968).
- 1907: Астрид Линдгрен, Швецияның балалар яҙыусыһы, әкиәтсе («Малыш и Карлсон, который живёт на крыше», Пеппи Длинныйчулок хаҡында тетралогия).
- 1910: Колотыркин Яков Михайлович, СССР ғалимы, химия фәндәре докторы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).
- 1918: Павлик Морозов, герой пионер.
- 1924: Коган Леонид Борисович, скрипкасы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1966), Ленин премияһы лауреаты (1965)
- 1930: Хисамов Ифрат Ниғмәт улы, Татарстан композиторы («Ағиҙелкәй», «Ултыр әле яндарыма», «Бәрәңге», «Балыҡсы йыры», «Уҡытыусыма», «Ромашка» һ.б. йырҙар).
- 1949: Кургинян Сергей Ервандович, Рәсәй политологы.
- 1950: Бариев Шамил Мәсғүт улы, театр һәм кино актёры,режиссёр. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986).
- 1954: Кондолиза Райс, АҠШ-тың 66-сы Дәүләт секретары (2005—2009).
- 1959: Дмитрий Дибров, Рәсәй тележурналисы, музыкант.
- 1963: Лолита Милявская, Рәсәй эстрада йырсыһы, актёр һәм режиссёр.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1716: Готфрид Лейбниц, Германия математигы.
- 1831: Георг Вильгельм Фридрих Гегель, Германия философы.
- 1942: Заслонов Константин Сергеевич, СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған партизан хәрәкәте етәксеһе, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1985: Беляев Дмитрий Константинович, СССР-ҙың ғалим-генетигы, академик.
- 1990: Трауберг Леонид Захарович, СССР кинорежиссёры, сценарист. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1987).
- 1997: Хәким Ғиләжев, башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 2009: Ғайнанов Риф Фәтхылбаян улы, Туймазы районының элекке Нарыш ауылында (хәҙер Октябрьский ҡалаһына ҡарай) тыуған спортсы, педагог.