Авзалов Рузил Хәкимйән улы

Авзалов Рузил Хәкимйән улы (1 ғинуар 1957 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-зооинженеры. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008).

Рузил Хәкимйән улы Авзалов
Тыуған көнө

1 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны

Теләкәй, Илеш районы, БАССР, СССР

Ил

СССР СССРРәсәй флагы Рәсәй

Ғилми даирәһе

зоология, биология

Эшләгән урыны

БАХИ

Альма-матер

БАХИ

Ғилми дәрәжәһе

биология фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Тышҡы һүрәттәр
Рузил Авзалов

Биографияһы

үҙгәртергә

Рузил Хәкимйән улы Авзалов 1957 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Теләкәй ауылында тыуа.

1975—1977 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1983 йылда Өфөлә Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай һәм шунда уҡ эшләй башлай: 1993 йылдан уҡытыусы, 1995—2004 йылдарҙа һәм 2010 йылдан уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 2004—2010 йылдарҙа инновацион эш буйынса проректор вазифаларын башҡара. Йорт хайуандары физиологияһы, биохимияһы һәм ашатыу кафедраһының профессоры.

2004 йылда «биология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, ике йылдан һуң профессор вазифаһына һайлана.

2008 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеменә лайыҡ була.

Рузил Хәкимйән улының ғилми эшмәкәрлеге ауыл хужалығы малдарының йәшәү урынына күнегеү биоритмдарын һәм механизмдарын тикшереүгә бағышланған.

Авзалов 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм ике уйлап табыу авторы.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Низкочастотные биоритмы у сельскохозяйственных птиц. Өфө, 2004 (авторҙ.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008)
  • РФ Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә