4 декабрь
көнө
4 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 338-се көнө (кәбисә йылында 339-сы). Йыл тамамланыуға 27 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2019 йыл |
Байрамдар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1674: Чикаго ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1707: Мәскәүҙә Николай Бурденко исемендәге хәрби госпиталь асыла.
- 1919: Мәжит Ғафури исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Башҡорт дәүләт академия драма театры ойошторола.
- 1959: Нефтекама икмәк комбинаты файҙаланыуға тапшырыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Синицын Юрий Родионович (1917—7.04.1988), педагог, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
- Боговазов Рафаил Гатович (1927—2004), банкир, 1970—1982 йылдарҙа Госбанктың Башҡортостан республика контораһы идарасыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Нәсибуллин Руслан Сәғит улы (1937), ғалим-радиофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай ҡалаһынан.
- Ниғәмәтйәнов Мәүлитйән Сибәғәт улы (1952), Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы «Фәнгә» ауыл хужалығы кооперативының почётлы һауынсыһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлимйән Ҡарамышев (1903—20.01.1977), башҡорт театр актёры. РСФСР‑ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шенбергер Галина Афанасьевна (1939), хеҙмәт ветераны һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1988—1995 йылдарҙа Өфөләге «Мир» тегеү фирмаһының (артабан Башҡортостан сәнәғәт-сауҙа тегеү берекмәһе) генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесенең элекке урынбаҫары, 2015 йылдан — союздың идара ағзаһы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһенең Слободской ҡалаһынан.
- Әхмәтшин Айрат Әкрәм улы (1949), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актёр, режиссёр, педагог. 1966 йылдан Башҡорт ҡурсаҡ театры актёры, 1991—1994 һәм 2011—2013 йылдарҙа баш режиссёр, бер үк ваҡытта 1987—1998 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) халыҡ артисы. СССР ҙа үткәрелгән Поляк (1976) һәм Венгр (1979) драматургияһы фестивалдәре дипломанты.
- Карпова Марина Ивановна (1989), йырсы, М. Е. Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры солисы. Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1751: Джованни Пиндемонте, Италия шағиры.
- 1821: Эрнст Темпель, Германия астрономы.
- 1821: Николай Шелгунов, Рәсәй империяһының урмансы ғалимы, публицист, әҙәби тәнҡитсе.
- 1838: Ханна Матильда Тенгелин-Винге, Швеция рәссамы
- 1854: Васо Абашидзе, Рәсәй империяһы һәм Грузия ССР-ы артисы.
- 1922: Жерар Филип, Франция театр һәм кино актёры.
- 1939: Алексей Бартошевич, СССР һәм Рәсәй театр белгесе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1131: Ғүмәр Хәйәм, фарсы шағиры.
- 2006: Хәйҙәршин Ғәйнанша Хәйҙәрша улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).