27 август
көнө
27 август — григориан стиле буйынса йылдың 239-сы (кәбисә йылында 240-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 126 көн ҡала.
27 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
27 август Викимилектә |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Нефть көнө.
- Молдова: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй киноһы көнө.
- Украина: Сало көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Алыҫ араларға йөрөүсе водителдәр көнө (августың һуңғы шәмбеһе).
- 1911: Хәҙерге «ЦСКА» футбол клуб ойошторола.
- 1922: СССР һәм Рәсәйҙең сатирик журналы «Крокодил»дың тәүге һаны баҫылып сыға.
- 1955: Гиннесстың рекордтар китабының беренсе баҫмаһы донъя күрә.
- 1966: СССР (хәҙер Рәсәй) Оборона министрлығының Хәрби тарих ғилми-тикшеренеү институты эшләй башлай.
- 2005: Ҡазан ҡалаһында метро асыла.
- 2007: «Өфө-Арена» боҙ һарайы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Каспранский Әхмәткамал Әхмәҙинур улы (1895—10.12.1937), СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1920 йылдың март—май айҙарында ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1-се) секретары, 1930—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Ер эштәре халыҡ комиссариатының бүлек мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Сәлих Хөснийәров (1915—30.07.1992), йырсы (лирик тенор), мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 1941—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1960—1964 йылдарҙа директоры; 1967—1977 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1959). «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.
- Әмиров Рафат Хәйрулла улы (1930—2011), хужалыҡ эшмәкәре, 1978—1992 йылдарҙа Талбазы колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы рәйесе һәм колхоз-ара күсмә механикалаштырылған колонна начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1990), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Сәсәниә (Сәсәнбаева Эльмира Йыһанбай ҡыҙы; 1950), башҡорт шағиры, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (1999).
- Ғәлләмов Илфат Ваис улы (1955), тарихсы-архивсы, дәүләт эшмәкәре. 1986—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығының начальник урынбаҫары, 2013—2019 йылдарҙа — начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры, Балаҡатай районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Масҡары ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бабикова Людмила Константиновна (1946), хеҙмәт ветераны. 1966—1994 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Дмитриевка ауылынан.
- Горбик Олег Григорьевич (1946), хеҙмәт ветераны. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рационализаторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Минск ҡалаһынан.
- Сабирйәнов Хәкимйән Мәүлитйән улы (27.08.1951), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1988-2002 йылдарҙа Балаҡатай районы «Победа» колхозы рәйесе, 2003-2011 йылдарҙа Үтәш ауыл Советы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), райондың почётлы гражданы (2001). Сығышы менән Түбәнге Үтәш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Павленко Иван Изосимович (1922—24.01.2008), ауыл хужалығы һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1951 йылдан Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты секретары, 1952—1958 йылдарҙа — башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары; 1962 йылдан — «Сельхозтехника»ның район берекмәһе идарасыһы; 1971 йылдан район ауыл хужалығы идаралығының кадрҙар эше буйынса инженеры, 1981—1982 йылдарҙа — идаралыҡ начальнигының мал аҙығы әҙерләү буйынса урынбаҫары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Сығышы менән ошо райондың Яңы Украинка ауылынан.
- Фәтҡуллин Ғәлимйән Нурислам улы (1932—...), нефтехимик. 1963—1984 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1967, 1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Татар Һаҫыҡкүле ауылынан.
- Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (1947), йырсы, 1969—1998 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
- Кузбәков Рөстәм Сөләймән улы (1952), табип, йәмәғәтсе. 1976 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се дауаханаһы табибы, 1991 йылдан — баш табибы; 1997 йылдан ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау бүлеге начальнигы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Гарустович Геннадий Николаевич (1957—24.05.2017), ғалим-тарихсы-археолог. 1989—2017 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археология бүлегенең ғилми хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1998).
- Яруллина Любовь Георгиевна (1957), ғалим-биолог. 1980 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты ғилми хеҙмәткәре, 2003 йылдан — өлкән, 2007 йылдан — әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2009 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2007), профессор (2018). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Вәлиева Гөлназ Даурат ҡыҙы (1972), ғалим-тел белгесе. 2000 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2002), доцент (2003).
- Шәйбәков Айнур Рәүил улы (1992), спортсы. Шашка буйынса халыҡ-ара гроссмейстер. Шашкала тиҙ уйнау буйынса донъя чемпионы, донъя һәм Европа чемпионаттары еңеүсеһе һәм призёры, Рәсәй чемпионы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мәүлитова Мәғрифә Зәки ҡыҙы (1913—7.10.2004), инженер‑технолог. Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институтының беренсе директоры (1947—1956). РСФСР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте эшмәкәре (1982), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1973). Ленин (1970), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1959) ордены кавалеры.
- Сәғитов Мөхтәр Мофаззал улы (1933—20.06.1986), фольклорсы-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1965). 1964—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987).
- Ғафаров Булат Баҡый улы (1938—26.01.2003), педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1978), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
- Заяц Антонина Николаевна (1953), ҡурсаҡтар уйнатыусы актёр. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шефер Дэниел Эван (1964), АҠШ тарихсыһы. Философия докторы (1995), профессор (2002). Урал‑Волга төбәгендә 1917—1925 йылдарҙағы совет милли сәйәсәтен, шул иҫәптән Башҡорт һәм Татар АССР-ҙарын ойоштороу мәсьәләләрен тикшереүсе; Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, дин әһеле Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтың тормошон һәм эшмәкәрлеген өйрәнеүсе. Сығышы менән Чикаго ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә