24 апрель
көнө
24 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 114-се (кәбисә йылында 115-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 251 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Тыныслыҡ хаҡына күп яҡлылыҡ һәм дипломатия көнө.
- Православие пасхаһы.
- Йәштәр теләктәшлеге көнө.
- Туғанлашҡан ҡалалар көнө (апрелдең һуңғы йәкшәмбеһе).
- Менингит менән көрәш көнө.
- Бөтә донъя иммунлаштыу аҙнаһы башланған көн.
- Эҙләү-ҡотҡарыу эттәре көнө.
- Скульптура көнө.
- Пинхол фотографиялар көнө.
- Өҫтәл уйындары көнө.
- Газландырылған һыуҙың тыуған көнө.
- Лаборатория хайуандарын һаҡлау-яҡлау көнө.
- АҠШ: Ҡамырға төрөлгән сосиска көнө.
- Бангладеш: Хеҙмәтте һаҡлау көнө.
- Гамбия: Республика көнө.
- Монголия: Милли генералдар көнө.
- Непал: Демократия көнө.
- Төркмәнстан: Аһал-тәкә юртағы көнө.
- Һиндостан: Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәси хоҡуҡтары киңәйтелгән көн.
- Ер: Ветеринария табиптары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Теш табиптары көнө.
- Һиндостан: Урындағы үҙидаралыҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1800: АҠШ-тың Конгресс китапханаһы ойошторола.
- 1833: Газландырылған һыуға патент алына.
- 1938: СССР-ҙа «Волга-Волга» музыкаль кинокомедияһының премьераһы була.
- 1946: Беренсе СССР турбореактив истребителе «МиГ-9»ҙың тәүге осошо.
- 1975: Башҡорт АССР-ының Өфө районында хәҙер дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы булып билдәлелек алған «Алексеевка» совхозы ойошторола.
- 1977: Өфөнөң Беренсе Май урамында «Һаҡмар» рестораны асыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлиев Ғәлийән Шәйхетдин улы (1905—16.12.1964), СССР-ҙың партия, хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор (1945). 1938—1941 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1947—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, 1950—1955 йылдарҙа СССР Мәҙәниәт министрлығы Кинофикация һәм кинофильмдарҙы прокатлау буйынса баш идаралығының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы. Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, ВКП (б)-ның ХVIII съезы (1939) делегаты. Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1-се һәм 2-се дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
- Усманов Әбүбәкер Нурийән улы (1910—13.06.1982), ғалим-тарихсы һәм фольклорсы, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1937—1971 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1939 йылға тиклем һәм 1943 йылдан институт директоры, 1951 йылдан директор урынбаҫары; 1940 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре идаралығы начальнигы, 1941—1943 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, 1948 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Челпановский Анатолий Фёдорович (1936—29.04.2005), инженер-механик. 1981 йылдан Ишембайҙағы «Витязь» транспорт машиналары эшләү заводының яуаплы хеҙмәткәре: конструкторлыҡ бюроһы начальнигы, әйҙәүсе инженер, бүлек, артабан бюро начальнигы. Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Сығышы менән Харьков ҡалаһынан.
- Абдуллин Радик Рәхмәтулла улы (1941—3.10.2015), баянсы-музыкант, йырҙар авторы, театр актёры, йәмәғәтсе. 1962 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1962—2006 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт театры актёры; профсоюз комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Козлов Александр Фёдорович (1922—26.11.2004), архитектор, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан «Башкиргражданпроект» институтының архитекторҙар төркөмө етәксеһе, баш архитекторы, 1965—1984 йылдарҙа — институт директоры. 1955 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы, 1955—2000 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Архитекторҙар союздары Башҡортостан бүлексәһенең идара ағзаһы һәм идара рәйесе урынбаҫары. Өфөнөң ун саҡырылыш ҡала Советы депутаты, СССР Архитекторҙар союзының бер нисә съезы делегаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1969). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Партизан ҡала округына ҡараған Бровничи ауылынан.
- Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (1927—21.05.2007), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы.
- Дәүләтов Эдуард Ғазали улы (1947—10.12.1998), ғалим-биохимик. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—1998 йылдарҙа биоорганик һәм клиник химия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1993—1997 йылдарҙа дөйөм табиблыҡ факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).
- Ҡасимова Евгения Владимировна (1947), музыкант-скрипкасы, педагог. Өфө ҡалаһының Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Слепнёв Евгений Леонидович (1947), комсомол, партия һәм дәүләт органдары ветераны, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Башҡортостан Республикаһы Конституция судының элекке судьяһы, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2007). Сығышы менән Иваново өлкәһенең Юрьевец районынан.
- Сөләймәнов Миҙхәт Мәхмүт улы (1952), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. «Башресурсы» берекмәһенең элекке генераль директоры. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Усманов Хәмзә Фәтих улы (1923—13.01.2009), ғалим-тарихсы. 1980—1988 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры. Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), Александр Невский (1944), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
- Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы (1938), бейеүсе, халыҡ бейеүҙәрен ҡуйыусы, ғалим. 1960—1972 йылдарҙа Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1975—1992 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография бүлеге ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1965).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Андрианов Андрей Андрианович (1939—16.04.2010), театр актёры. Мари АССР‑ының халыҡ артисы (1989) артисы. Мари Иле Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Иҫке Ҡолсобай ауылынан.
- Йәрмөхәмәтова Миңлебикә Кинйәбай ҡыҙы (1939), малсылыҡ алдынғыһы. Архангел районы Свердлов исемендәге колхоздың элекке һауынсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981).
- Ғәлимов Дамир Мәзит улы (1944), режиссёр, 1987 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе. 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Илизаров Борис Семёнович (1944), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1995 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институтының төп ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы (1949—3.06.2005), ғалим-агроном, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1996—2005 йылдарҙа Татарстан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Татарстандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995) һәм Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1620: Джон Граунт, Британия статистигы, демография фәненә нигеҙ һалыусы.
- 1815: Энтони Троллоп, Британия яҙыусыһы.
- 1845: Карл Фридрих Георг Шпиттелер, Швейцария яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1919).
- 1880: Гидеон Сундбэк, Швеция—АҠШ инженеры, «молния» ҡаптырмаһын уйлап сығарыусы.
- 1905: Роберт Пенн Уоррен, АҠШ яҙыусыһы, шағир.
- 1905: Иван Флёров, Ҡыҙыл Армияның беренсе айырым реактив артиллерия батареяһы командиры, Рәсәй Геройы (1995, үлгәндән һуң).
- 1915: Усман Әлмиев, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1957).
- 1925: Михаил Әхмәтов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1930: Юрий Левада, СССР һәм Рәсәй социологы, политолог, дәүләткә ҡарамаған «Левада-Центр» тикшеренеү үҙәген ойоштороусы һәм уның директоры.
- 1930: Фердинанд Фарсин, СССР-ҙың театр актёры, Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1968).
- 1939: Лили Иванова, эстрада йырсыһы, Болгарияның халыҡ артисы.