13 февраль
көнө
13 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 44-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 321 көн ҡала (кәбисә йылында 322).
13 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1141 — 11 йәшлек Геза II Венгрия тәхетен мираҫ итеп ала.
- 1241 — Монголдарҙың Польшаға баҫып инеүе: Турск янындағы алышта Байдар етәкселегендәге монгол отряды Краков воеводаһы Владимирҙың ополчениеһын ҡыйрата.
- 1503 — Барлетталағы рыцарҙар турниры: Шарль де ла Мотте етәкселегендәге ун өс французға ҡаршы Этторе Фьерамоска етәкселегендә ун өс итальян ҡаршы сыға. Аяуһыҙ алышта итальяндар еңеп сыға. Наполи короллеге француздарҙан азат ителә, Неаполдә тәхеткә испан короле Фердинанд Католик ултыра, ә уның үлеменән һуң тәхет Габсбургтарға ҡала. Этторе Фьерамоска хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыла.
- 1511 — Тевтон ордены рыцарҙары үҙенең бөйөк магистры итеп Альбрехт Бранденбург-Ансбах фон Гогенцоллернды һайлай. Ул ордендың һуңғы бөйөк магистры һәм Пруссияның беренсе герцогы була.
- 1542 — Тауэрҙа иренә хыянат өсөн Англия короле Генрих VIII ҡатыны Екатерина Говард язалап үлтерелә.
- 1575 — Реймс соборында Польша короле һәм Литва бөйөк кенәзе Генрих III Франция тәхетенә ултыртыла.
- 1633 — Галилео Галилей Рим ҡалаһына инквизиция судына килә.
- 1668 — Португалияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғышы: алты йәшлек испан короле Карл II регенты Мария Анна Габсбург Англия аралашлығында Лиссабонда солох килешеүенә ҡул ҡуя һәм шуның менән рәсми рәүештә Португалияның бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1689 — Вильгельм III һәм Мария II Стюарт бергәләшкән монархтар булараҡ Бөйөк Британия тәхетенә ултыра.
- 1706 — Төньяҡ һуғыш: Фрауштадт янында һуғыш. Саксон-рус армияһы шведтарҙан еңелә. Әсиргә төшкән рус һалдаттары швед генералы Реншильд бойороғо буйынса үлтерелә.
- Бөйөк Новгородта ағалы-энеле Софроний һәм Иоанникий Лихудтар грек-славян мәктәбен аса, ул Славян-грек-латин академияһынан һуң Рәсәйҙә икенсе юғары уҡыу йорто була.
- 1720 — ПетрI бойороғо буйынса Баш магистрат — Рәсәй империяһының бюрократик учреждениеһы асыла.
- 1739 — Персия шаһы Нәдир-шаһ Афшар Һиндостанға баҫып инә, юлында бөтә ҡалаларҙы тиҙ генә яулап ала, 13 февралдә Дели янында Бөйөк Моголдар империяһының ғәскәрен ҡыйрата.
- 1772 — Франция диңгеҙсеһе Ив Жозеф де Кергелен яңы архипелаг аса.
- 1812 — Рус-иран һуғышы: Троицк пехота полкының рус батальоны менән Ғәббәс Мырҙа етәкселегендәге фарсы армияһының араһындағы Солтанабад янында алышы.
- 1813 — Алтынсы коалиция һуғышы: Винцингероде етәкселегендәге ун алты меңлек алғы рус отряды Ренье етәкселегендәге сигенеп барған ун меңлек саксон корпусына һөжүм итә, саксондар алышта өс мең һалдатын юғалта.
- 1840 — Генерал Перовский отрядтарға даланан ҡайтыу тураһында бойороҡ бирә. Хиуаға ҡышҡы поход уңышһыҙ тамамлана.
- 1842 — Николай I Санкт-Петербург — Мәскәү тимер юлын төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.
- 1848 — Федор Иванович Тютчев сит ил эштәре министрлығының өлкән цензоры итеп тәғәйенләнә. Был вазифала хеҙмәт иткәндә, Коммунистар фирҡәһе манифесын рус телендә таратырға рөхсәт итмәй. Уның әйтеүе буйынса, «кемгә кәрәк, ул нимессә лә уҡыр».
- 1849 — Дунай кенәзлектәрендә инҡилап: Трансильваниялағы румын православие сиркәүе митрополиты Андрей Шагуна етәкселегендәге делегация император Франц Иосиф Беренсегә Трансильвания, Банат һәм Буковиналағы румын халҡы исеменән петиция тапшыра (тәүге тапҡыр рәсми рәүештә «румын халҡы» атамаһы ҡулланыла).
- 1858 — Африканы өйрәнеүсе инглиз ғалимдары Ричард Бертон һәм Джон Спик Нилдың һыу башын эҙләгәндә Үҙәк Африканың көнсығыш өлөшөндә Танганьика күлен аса.
- 1859 — Мәскәүҙә тәүге ҡыҙҙар гимназияһы асыла.
- 1861 — Генерал Чальдини етәкселегендәге Пьемонт ғәскәре ҡамауҙан һуң Гаэта ҡәлғәһен ала, унда Капуя ҡалаһы бирелгәндән һуң Наполи короле Франциск II йәшенгән була. Ике Сицилия короллеге юҡҡа сыға.
- 1867 — Венаның «Диана» музыка залында Иоганн Штраустың «Гүзәл зәңгәр Дунайҙа» вальсы тәүге тапҡыр башҡарыла. Ул ниндәйҙер кимәлдә Австрияның рәсми булмаған гимны булып тора һәм йола буйынса Вена филармония оркестрының яңы йыл концертында бисҡа башҡарыла.
- 1870 — Санкт-Петербургта Финляндия вокзалы һәм Выборг ҡалаһына тиклем тимер юлдың тәүге өлөшө асыла.
- 1886 — Рәсәйгә Пәнжекәнт районы ҡушыла.
- 1895 — Француз уйлап табыусылары Люмьерҙар кинематограф аппаратына патент ала.
- 1901 — Мәскәү художество театрында А. П. Чеховтың «Өс ҡәрендәш» пьесаһының премьераһы була.
- 1902 — Шәмәхәләге ер тетрәүҙә өс меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә.
- 1916 — Буласаҡ Чехословакияның күренекле сәйәсмәндәре — чехтар Томаш Масарик һәм Эдвард Бенеш һәм словак Милан Штефаник Парижда Чехословак милли иттифағын булдыра.
- 1917 — Парижда легендар шымсы Мата Хари ҡулға алына.
- 1918 — Ырымбурҙа Мосолман губерна хәрби-революцион комитеты ойошторола.
- 1919 — Совет-поляк һуғышы: капитан Меницкий етәкселегендәге поляк һалдаттары отряды Береза-Картузская ҡалаһы янында совет ғәскәрҙәренә һөжүм итә. Береза-Картузская өсөн алыш совет-поляк һуғышының тәүге хәрби бәрелеше һанала.
- Герман империяһының милли йыйылышы Веймар Республикаһының 1-се премьер-министры (канцлеры) итеп Филипп Шейдеманды һайлай.
- 1920 — Версаль килешеүенә һәм Милләттәр лигаһы мандаты менән Франция Мемельландта (Клайпеда крайында) тулы хакимлыҡты ҡабул итә.
- 1922 — Литваның министрҙар кабинеты «ваҡытлыса баш ҡала» Каунаста Литва университетын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1924 — РСФСР составында Көньяҡ-Көнсығыш өлкә барлыҡҡа килә, әле — Ставрополь крайы.
- 1925 — Тунгус ихтилалы: эвенк отрядтары совет ғәскәрҙәренә Оймяконға үтергә бирмәй.
- СССР-ҙа Ҙур совет энциклопедияһының тәүге баҫмаһын сығарыу өсөн «Совет энциклопедияһы» акционерҙар йәмғиәте булдырыла.
- 1931 — СССР Революцион хәрби советы Ф. В. Токарев системаһы пистолеттарын бер мең дана етештерергә бойороҡ бирә. Ошонан алып ул ҡоралланыуға инә, бөтә донъяға ТТ (Тула, Токарев) булараҡ таныла.
- 1934 — «Челюскин» пароходы боҙҙар менән иҙелә һәм Төньяҡ боҙло океанда һыу аҫтына китә.
- 1943 — совет яугир-альпинистары Эльбрусҡа менә, унан фашист байраҡтарын алып ташлай, СССР байраҡтарын ҡуя.
- 1945 — Будапешт операцияһы: 2-се Украин фронты ғәскәрҙәре 3-сө Украин фронты ғәскәрҙәре булышлығында Будапешты ала.
- Икенсе донъя һуғышы: инглиз-АҠШ авиацияһы Дрезденды көслө утҡа тота башлай.
- 1946 — Америка хәрбиҙәре тәүге һанлы компьютер эшләүҙәре тураһында хәбәр итәләр. Уға 160 киловатт энергия кәрәк була, уның 17 468 лампаһы, 70 000 меңләп резисторы, 10 000 конденсаторы, 1500 релеһы һәм 6 меңләп ҡул күсергесе була.
- 1948 — Германияла «Кёльн» футбол клубы барлыҡҡа килә.
- 1956 — «Мирный» совет поляр станцияһы эшләй башлай.
- 1960 — Сахараның Танезфрут сүлендәге Регган оазисында француздар үҙҙәренең тәүге атом ҡоралын һынай.
- 1962 — Генрих Харрер етәкселегендәге дүрт австриялы альпинист Океанияның иң бейек нөктәһе Джаяға күтәрелә.
- 1963 — Ленинградта әрәмтамаҡлыҡта ғәйепләнеп шағир Иосиф Бродский ҡулға алына.
- 1972 — Японияның Саппоро ҡалаһында XI Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана.
- 1974 — СССР Юғары Советы Президиумы ҡарары менән яҙыусы А. И. Солженицын гражданлыҡтан мәхрүм ителә һәм илдән ҡыуып сығарыла.
- 1975 — Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы иғлан ителә.
- 1976 — Нигерия президенты Мортала Мөхәммәт иртән машинаһында эшкә китеп барғанда атып үлтерелә.
- 1980 — Лэйк-Плэсид ҡалаһында XIII Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1984 — Константин Черненко КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары итеп һайлана.
- 1988 — Калгариҙа XV Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1996 — Непал коммунистар фирҡәһе илдә король хакимлығына көрәш башлай.
- 2007 — D-Wave компанияһы (Канада) квант компьютеры өлгөһөн булдырыу тураһында белдерә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Красичков-Терновский Игорь Фёдорович (1935—8.03.2012), ғалим-математик. 1973 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Физика һәм математика бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1976—1981 йылдарҙа Өфө авиация институтының ғәмәли математика һәм ышаныслылыҡ теорияһы кафедраһы мөдире; 1987 йылдан Математика институтының төп, 1994 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1993), физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор (1981).
- Гәрәев Алик Әмирхан улы (1970), хоккейсы, тренер. Нефтекама ҡалаһының «Торос» хоккей клубы тренеры. Шайбалы хоккей буйынса спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан. Хоккей тренеры Владимир Быковтың кейәүе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рафаэль Аҙнағолов (1941—23.01.2015), телсе-ғалим, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Беляев Николай Ильич (1903—28.10.1966), СССР-ҙың хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1952—1961 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты, 1952—1960 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы. 1955—1958 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты секретары, 1957—1960 йылдарҙа Ҡаҙағстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Күтәрем ауылынан.
- Фәхретдинов Әнүәр Нуретдин улы (1928—2.04.1987), бейеүсе, балетмейстер, педагог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1969), БАССР-ҙың халыҡ артисы (1959).
- Байғотлин Зиннур Ғатаулла улы (1938), Баймаҡ машиналар эшләү заводының ҡорос иретеүсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ ҡалаһынан.
- Юрий Андрианов (1953—21.08.2007), журналист, яҙыусы, шағир һәм тәржемәсе, «Бельские просторы» журналының беренсе баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы (1924—16.01.2009), инженер-технолог. Техник фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Суфия Ҡорбанғәлиева (1949), башҡорт театр актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы.
- Фомин Вадим Александрович (1949), спортсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1985). Өфө нефть институты спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М. А. Зәйнетдинов). Саңғы ярышы буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1981). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). Сығышы менән Дондағы Ростов ҡалаһынан.
- Рөстәм Ҡудашев (1954), аккомпаниатор-концертмейстер. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
- Риф Әхмәҙиев (1954), ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир. 2013—2018 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (2004), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
- Байбулатов Валерий Тимиргалиевич (1959), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог, Мишкә агросәнәғәт колледжы директоры. 2008—2016 йылдарҙа Бөтә мари Советы — Мер Канашта Башҡортостан Республикаһынан Совет рәйесе урынбаҫары һәм президиум ағзаһы. 1982 йылдан Мишкә район Советы депутаты, 2012—2014 йылдарҙа район Советы рәйесе. 2003-2016 йылдарҙа «Мишкә» республика мари тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире, 2016 йылдан көнсығыш мариҙарҙың милли-мәҙәи автономияһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф (2009) һәм ауыл хужалығы (2013) хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1766: Томас Мальтус, Бөйөк Британия демографы, иҡтисадсыһы.
- 1805: Петер Густав Лежён-Дирихле, Германия математигы.
- 1883: Евгений Вахтангов, актёр һәм режиссёр, Мәскәүҙәге хәҙерге Вахтангов исемендәге Дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге етәксеһе.
- 1892: Семён Андреевич Новгородов, телсе, яҡут алфавитын төҙөүсе.
- 1910: Уильям Брэдфорд Шокли, Америка физигы, транзистор уйлап сығарыусыларың береһе, физика буйынса 1956 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1910: Лидия Смирнова, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1974).
- 1950: Питер Габриэл, Бөйөк Британия музыканты.
- 1988: Евгений Гараничев, Рәсәй биатлонсыһы, 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарының бронза призёры.