13 июнь
көнө
13 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 164-се (кәбисә йылында 165) көнө. Йыл аҙағына тиклем 201 көн ҡала.
13 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
- Рәсәй: Мебель эшләүселәр көнө (июндең икенсе шәмбеһе).
- Рәсәй: Пиво бешереүселәр көнө (июндең икенсе шәмбеһе).
- Ҡырғыҙстан: Хәтер көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
1860: Рәсәй империяһының Дәүләт банкы ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Птицина Анастасия Евстафьевна (1915—23.05.1995), малсылыҡ алдынғыһы. 1934—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Бишбүләк районы «Дим» совхозының быҙау ҡараусыһы, шул иҫәптән 1947—1956 йылдарҙа — бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Яхин Риза Хәжиәхмәт улы (1935—15.12.1998), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1952—1995 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозы комбайнсыһы. РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979).
- Ерёменко Игорь Леонидович (1950), ғалим-химик-технолог. 1981 йылдан СССР һәм артабан Рәсәй Фәндәр Академияһының Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институты (Мәскәү) хеҙмәткәре: 1988 йылдан — өлкән, 1991 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — сектор мөдире, 1995 йылдан — лаборатория мөдире. Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (2006), химия фәндәре докторы (1986). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (2002), Л. А. Чугаев исемендәге премия (1994) лауреаты. Почёт ордены кавалеры (2011). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Мастобаев Борис Николаевич (1950), ғалим-инженер-механик. 1972 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2014 йылдан нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Рәсәй Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһының ике тапҡыр лауреаты (2007, 2011).
- Батталов Мөхәммәт-Рәсүл Вәғид улы (1960), спортсы, 1982—1987 йылдарҙа грек-рим көрәше буйынса Өфөнөң Н. Ф. Гастелло исемендәге спорт клубы өсөн сығыш яһаусы. 1982—1984 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1987). РСФСР чемпионы (1985), СССР чемпионатының (1985) һәм СССР Кубогының (1984) көмөш призёры. Италияла (1980) һәм Францияла (1985) халыҡ ара турнирҙар еңеүсеһе. Сығышы менән Буйнаҡ ҡалаһынан.
- Баязитов Сынтимер Биктимер улы (1965), дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, ғалим-педагог. Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры, 2006 —2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры, 2008—2018 йылдарҙа Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы урынбаҫары. Педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғәриф хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002).
- Светлана Сураева (1970), Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад итеүсе прозаик, драматург, публицист һәм шағир, тәржемәсе. «Бельские просторы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Рәсәйҙең әҙәби премиялары һәм Степан Злобин исемендәге премия лауреаты (2017).
- Ишһарин Рәмзил Рафаил улы (1975), сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы. Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, ижтимағи һәм дини берекмәләр мәсьәләләре буйынса комитет ағзаһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Самарин Виктор Сергеевич (1912—8.08.1979), төҙөлөш индустрияһы эшмәкәре, 1959—1977 йылдарҙа «Башспецнефтестрой» тресы управляющийы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Горлач Иван Дмитриевич (1922—17.06.1995), ауыл хужалығы эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966-1985 йылдарҙа Өфө районының «Йоматау» (артабан СССР-ҙың 60 йыллығы исемендәге) совхоз директоры. Ленин (1966), Октябрь революцияһы (1971), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры.
- Мельников Владимир Николаевич (1927—27.10.08.1996), табип-микробиолог, медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1986). Октябрь революцияһы (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1977) ордендары кавалеры, СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985), РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1984), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).
- Лялин Юрий Иванович (1932), педагог, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы.
- Хәкимов Рәмил Ғәрәф улы (1932—29.06.1999), Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы, публицист, тәржемәсе, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1964), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ильясов Барый Ғәле улы (1939), ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (2006), техник фәндәре докторы (1983), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡортостан Республикаһының (1990) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәйҙең юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2008), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980). Башҡортостан Фәндәр академияһының Р. Р. Мәүлитов исемендәге премияһы лауреаты (2005).
- Лоҡманова Фатима Хәбибулла ҡыҙы (1944), ветеран-селекционер. 1964—2011 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылынан.
- Гладких Ирина Фаат ҡыҙы (1954), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005). Сығышы менән Омск ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1790: Хосе Антонио Паэс, Венесуэланың азатлығы өсөн көрәш батыры, илдең беренсе президенты.
- 1815: Осип Сомов, Рәсәй империяһы ғалимы, математик һәм механик.
- 1831: Джеймс Максвелл, Шотландия физигы, математик һәм механик.
- 1855: Лев Лопатин, Рәсәй империяһы ғалимы, философ-идеалист һәм психолог, Мәскәү университеты профессоры.
- 1860: Нортамо, Финляндияның юморист яҙыусыһы.
- 1865: Уильям Йитс, Ирландия шағиры, драматург, әҙәбиәт буйынса 1923 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1870: Жюль Борде, Бельгия ғалимы, бактериолог һәм иммунолог, вакциналар эшләүсе, Нобель премияһы лауреаты (1919).
- 1885: Элизабет Шуман, Германия йырсыһы (сопрано).
- 1910: Гонсало Торренте Бальестер, Испания яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе.
- 1910: Мэри Уикс, АҠШ-тың театр, кино һәм телевидение актрисаһы.
- 1935: Христо Явашев, АҠШ скульпторы, рәссам, сығышы менән Болгариянан.
- 1940: Гойко Митич, Югославия киноактёры, режиссёр һәм каскадёр.
- 1944: Пан Ги Мун, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 8-се Генераль секретары (1.01.2007—31.12.2016).
- 1955: Николай Мухин, СССР һәм Рәсәй рәссамы, монументаль сәнғәт академигы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы (2005).
- 1975: Никита Белых, Рәсәй иҡтисадсыһы, сәйәсмән һәм хужалыҡ эшмәкәре.