1 май
көнө
1 май — григориан стиле буйынса йылдың 121-се (кәбисә йылында 122-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 244 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2019 йыл |
Байрамдар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Тимер Арыҫлан (1.05.1915—19.03.1980 йыл), башҡорт шағиры. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
- Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1.05.1950), башҡорт теле белгесе, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2003), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы (1.05.1911—20.09.1999), педагог. 1963—1972 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһы директоры. 1939—40 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин (1960), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1943, 1963) ордендары кавалеры. Сибай ҡалаһы, Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы.
- Бәкеров Мират Самиҡ улы (1.05.1931—30.12.2007), инженер-химик технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1961—1970 йылдарҙа Өфө химия заводының баш инженеры, 1970—1972 йылдарҙа — директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР-ҙың почётлы химигы (1971), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1968).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вәлиев Зиннәт Вәли улы (1.05.1902—16.05.1997), әкиәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Вәлиәхмәтов Ансар Фазлиәхмәт улы (1.05.1922—10.07.2005), ғалим-патологоанатом, юғары мәктәп эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1975), профессор (1977). 1976—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының кафедра мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Моисеева Зоя Николаевна (1927-2012), табип-терапевт, 1954—1983 йылдарҙа Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Аҡҡулов Хәйҙәр Әбделхәй улы (1.05.1932), «Салаватнефтеоргсинтез» асыҡ акционер йәмғиәтенең торлаҡ-коммуналь идаралығында слесарь-ремонтсы булып эшләгән хеҙмәт ветераны, Ленин ордены кавалеры.
- Хурамшин Тәлғәт Закир улы (1.05.1932—3.03.2019), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, СССР-ҙың нефть продукттары менән тәьмин итеү буйынса дәүләт комитетының 1978-1989 йылдарҙағы рәйесе, РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш һәм Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Ибраһим ауылынан.
- Абдуллин Шәфәғәтулла Миңтаһир улы (1.05.1957), ветеренария врачы, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеренария фәндәре кандидаты (1999). Сығышы менән Мәсетле районының Йыланыш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Василевский Виталий Сергеевич (1.05.1908—1991), рус совет яҙыусыһы, журналист. 1943 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике II дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Медведевка ауылынан.
- Рәмиев Бәшир Искәндәр улы (1.05.1918—16.05.1994), совет уйлап табыусы ғалимы, Советтар Союзында тәүге ЭВМ-дарҙы эшләүселәрҙең береһе. Техник фәндәр докторы (1962). Сталин премияһы лауреаты (1954). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Фәтҡуллин Мөхтәр Хөрмәт улы (1.05.1928), дәүләт эшмәкәре. 1979—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Хеҙмәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2006), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән Мәләүез районының Сурағол ауылынан.
- Усманова Фәүзиә Усман ҡыҙы (1.05.1943), рәссам, педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Абдрахманов Ғәйнетдин Шәйхи улы (1.05.1929—13.04.2001), юғары категориялы слесарь-торбасы. 1958—1994 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәтенең слесарҙар бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
- Шәйнуров Фәрит Вәлинур улы (1.05.1934—12.09.1987), спортсы һәм тренер. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1968). СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың бер нисә тапҡыр чемпионы, ил һәм лонъя чемпионаттарының күп тапҡыр призёры. 1959—1969 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Иҫке Илек ауылынан.
- Штейнберг Валерий Эмануилович (1.05.1944), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Термез ҡалаһынан.
- Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы (1.05.1949), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Берләҫ ауылынан.
- Әсәҙуллин Геман Ғибәҙулла улы (1.05.1949), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Краснокама районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Нуғай ауылынан.
- Розенцвет Виктор Александрович (1.05.1954), ғалим-химик. Химия фәндәре докторы (2009). 1982—1987 йылдарҙа Стәрлетамаҡ тәжрибә—сәнәғәт нефтехимия заводының лаборатория начальнигы. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1984). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Мәүлийәров Хәмит Дәүләтйәр улы (1.05.1964), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 2015 йылдан Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш министры урынбаҫары.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1895 — Ежов Николай Иванович, совет партия һәм дәүләт эшмәкәре.