29 сентябрь
көнө
29 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 272-се көнө (кәбисә йылында 273-сө). Йыл аҙағынаса 93 көн ҡала.
29 сентябрь | |
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- : Йөрәк көнө.
- Бруней: Конституция көнө.
- Ҡырғыҙстан: Ҡан донорҙары көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1829: Лондонда Скотланд-Ярд төҙөлә.
- 1907: Санкт-Петербургта беренсе трамвай йөрөй башлай.
- 1916: Джон Рокфеллер донъялағы тәүге миллиардер була.
- 1957: Силәбе өлкәһендәге «Маяҡ» предприятиеһында радиация аварияһы.
- 1990: АҠШ-тың бишенсе быуын «F-22» истребителе тәүге осош яһай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Близнецов Альберт Васильевич (1935), ғалим-зоотехник, 1973 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1997 йылдарҙа айырым зоотехния кафедраһы, 2002—2009 йылдарҙа малсылыҡ продукттарын етештереү технологияһы кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2002), профессор (1994). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ауылынан.
- Коробков Геннадий Евгеньевич (1945), ғалим-инженер-механик. Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газды транспортлау һәм һаҡлау кафедраһы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Щепарев Михаил Андреевич (1950), спортсы, тренер, йәмәғәтсе. 1978 йылдан Олимпия резервының махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең биатлон буйынса тренеры; 1971 йылдан «Спартак» ирекле спорт йәмғиәтенең Белорет ҡала советы рәйесе. Башҡортостан Рспубликаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Егәҙе ауылынан.
- Вербицкая Галина Яковлевна (1960), ғалим-театр белгесе. 1988 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2008). Башҡортостан Рспубликаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фёдоров Виктор Николаевич (1960), төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. Күмертау ҡалаһы «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары. Башҡортостан Рспубликаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ишбулатов Рәшит Шакирйән улы (1952), табип-офтальмолог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм уйлап табыусыһы.
- Агашкова Ирина Георгиевна (1962), театр актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2005).
- Мурзашев Сергей Михайлович (1967), физик культура уҡытыусыһы, хәрби-ғәмәли күпбәйге (военно-прикладное многоборье) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән Мишкә районы Сурай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хужин Рәшит Малик улы (1943), ауыл хужалығы ветераны. 1984—2006 йылдарҙа Дәүләкән районының «Өршәк» колхозы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылынан. Райондың почётлы гражданы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Йәрми Сәйете (1884—19.10.1972), шағир-импровизатор. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне (1944).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1547: Мигель де Сервантес, Испания яҙыусыһы.
- 1795: Кондратий Рылеев, Рәсәй империяһы шағиры, йәмәғәт эшмәкәре, декабрист.
- 1843: Михаил Скобелев, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре.
- 1904: Николай Островский, СССР яҙыусыһы.
- 1975: Андрей Шевченко, СССР һәм Украина футболсыһы.
- 1971: Дельфин, СССР һәм Рәсәй шағиры, музыканты.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1902: Эмиль Золя, Франция яҙыусыһы.
- 1902: Рудольф Дизель, немец уйлап табыусыһы.
- 1930: Илья Репин, рус рәссамы.
- 1943: Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы, Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һəм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
- 1943: Миңлеғолов Тәфтизән Таһир улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).