24 декабрь
көнө
24 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 358-се көнө (кәбисә йылында 359-сы). Йыл аҙағына тиклем 7 көн ҡала.
Байрамдар
- Башҡортостан — Конституция көнө.
- Рәсәй — Хәрби дан көнө. Александр Васильевич Суворов етәкселегендәге рус ғәскәренең төрөк ҡәлғәһе Измаилды алыуы хөрмәтенә.
- Днестр буйы республикаһы — Конституция көнө.
- Ливия — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1777 — Джеймс Кук «Раштыуа утрауы»н аса.
- 1900 — РСДРП-ның беренсе дөйөм рус гәзите «Искра»ның тәүге һаны сит илдә баҫылып сыға.
- 1924 — Албания республика тип иғлан ителә.
- 1993 — Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғүмәров Рауил Ғатаулла улы (24.12.1911—15.08.2003), рәссам. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1936—1941 һәм 1945—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең художество мөхәррире. Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1962). 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Попов Николай Ильич (24.12.1912–28.08.1943), Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Васёв Григорий Тимофеевич (24.12.1922–31.12.2004), Советтар Союзы Геройы (1945). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы. 1950—1969 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәре, полковник. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Һамар ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Пинкевич Альберт Петрович (24.12.1883—25.12.1937), ғалим-педагог, халыҡ мәғарифы эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогика фәндәре докторы (1935), профессор. (1918). Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районының Орондо ауылынан.
- Минасов Хәбиб Минас улы (24.12.1908—25.03.2002), ғалим-химик‑органик, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1979), Германия Демократик Республикаһы Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1983), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы. (1991). Химия фәндәре докторы (1954), профессор (1970). СССР-ҙың Дәүләт пермияһы(1977), шулай уҡ Н. Д. Зелинский исемендәге (1972, 1987), СССР һәм ГДР Фәндәр Академияларының (1983, 1989), А. Л. Баландин исемендәге (1992) премиялар лауреаты. Ленин (1986), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1975) һәм Почёт Билдәһе (1967) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Сыуаш Республикаһының Ялсыҡ районы Яңы Бикшек ауылынан.
- Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы (24.12.1928—3.10.2016), йырсы, 1953—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011), РСФСР-ҙың эстрада артистары конкурсы дипломанты (1964).
- Шиятов Степан Григорьевич (24.12.1933), ғалим-эколог. Биология фәндәре докторы (1981), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Рәсәй Фәндәр Академияһының академик В. Н. Сукачёв исемендәге премияһы лауреаты (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Владимир-Николаев утарынан.
- Хәсәнов Дамир Йосоп улы (24.12.1938—14.05.2005), хеҙмәт алдынғыһы, 1963—1999 йылдарҙа «Нефтепроводмонтаж» тресының (дәүләт унитар предприятиеһының) 74‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығының слесарь‑монтажсыһы, 1969 йылдан — электр менән иретеп йәбештереүсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984).
- Мәрҙәншин Ринат Мөҡәтдәс улы (24.12.1963—19.01.2005), спортсы. Спидвей буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). Башҡортостандың күренекле спортсыһы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Миржанова Сәриә Фазулла ҡыҙы (24.12.1924—25.11.2000), башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, филология фәндәре докторы (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).
- Ғәлләмов Салауат Абдрахман улы (24.12.1959—5.12.2018), ғалим, башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһында гипотезаның, башҡорт теленең боронғо һәм хәҙерге Европа телдәренә йоғонтоһо һәм башҡорт эпостарының боронғо һинд философияһына йоғонтоһо тураһында гипотезалар авторы.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1167 — Иоанн Безземельный, Англия короле.
- 1761 — Сәлим III, Ғосман империяһы солтаны.
- 1798 — Адам Мицкевич, поляк шағиры.
- 1818 — Джеймс Прескотт Джоуль, инглиз физигы.
- 1868 — Эмануэль Ласкер, немец шахматсыһы һәм математигы. Шахмат буйынса 2-се донъя чемпионы (1894—1921).
- 1905 — Говард Хьюз, Америка инженер-авиаторы. Режиссёр һәм продюсер
- 1922 — Ава Гарднер, Америка кино актёры.
- 1961 — Ильхам Гейдарович Алиев, Әзербайжандың 4-се президенты.
- 1981 — Дима Билан, Рәсәй йырсыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1863 — Уильям Теккерей, инглиз яҙыусыһы.
- 1884 — Иоганн фон Йолли, немец физигы һәм математигы.
- 1925 — Фрэнк Стивен Болдуин, арифмометр һәм калькулятор уйлап табыусы.
- 1963 — Тристан Тцара, йәһүд сығышлы румын һәм француз шағиры.
- 1997 — Тосиро Мифунэ, япон кино актёры.
- 2008 — Гарольд Пинтер, инглиз драматургы, шағир, режиссёр, актёр, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты (2005).
- 2013 — Калашников Михаил Тимофеевич, совет һәм Рәсәй атыу ҡоралы конструкторы.