Дипломатия
Диплома́тия — дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының, тышҡы мөнәсәбәттәр буйынса махсус органдарҙың халыҡ-ара сәйәсәт өлкәһендәге, шулай уҡ дәүләттең сит илдәрҙәге хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге[1][2] по осуществлению целей и задач внешней политики[3].
Дипломатия — дәүләттең тышҡы сәйәсәтен тормошҡа ашырыу ысулы. Ул тәғәйен шарттар һәм хәл ителәһе мәсьәләләрҙән сығып ҡулланылған төрлө ғәмәли сараларҙы, уларҙы үтәү алымдарын һәм ысулдарын үҙ эсенә ала. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә был аңлатма менән төрлө ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы булдырмау йә уларҙы хәл итеү, ике яҡтың килешеү һәм үҙ-ара яраҡлы ҡарарҙар ҡабул итеү юлдарын табыу, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү маҡсатында һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығын, таһыллығын һәм маһирлығын билдәләй.
Атаманың ҡыҫҡаса мәғәнәһе
үҙгәртергә«Дипломатия» атамаһы боронғо грек телендәге «δίπλωμα» һүҙенән алынған тигән фараз бар, урыҫсаға бермә-бер әйләндергәндә, эшләнелгән хәрәкәт мәғәнәһендә «удваиваю» тигәнде аңлата. Француз телендәге «diplôme» һүҙенә бәйләп тәржемәләгәндә, урыҫ телендә «сложенный вдвое лист» или «документ» тигән мәғәнәгә эйә. Башҡортсаға — «икегә бөкләнгән рәсми ҡағыҙ», «документ» тип ауҙарырға була. Хәҙер киң ҡулланылған һөнәри белем һ.б. тураһындағы таныҡлыҡты аңлатҡан дипломдың сығышы нәҡ шунан[4].
Һүҙҙең «дипломатия» тип ҡулланылған төрөнөң, беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, мәғәнәүи яҡтан Боронғо Грецияға барып тоташыуы нигеҙлерәк. Сөнки унда вәкилдәргә, һуңыраҡ төрлө һөйләшеүҙәргә юлланыусы илселәргә, уларҙың хоҡуҡтарын һәм вәкәләтлектәрен раҫлаған ышаныс ҡағыҙҙары итеп боронғо яҙыу тамғалары төшөрөлгән икегә бөкләнгән таҡта киҫәктәре бирер булғандар. Улар һөйләшеү алып барыласаҡ яҡтың был эш өсөн яуаплы кешеләренә тапшырылған. «Дипломатия» һүҙенең бөгөнгө төп мәғәнәһе нәҡ бына шунан килә.
«Дипломатия» һүҙенең донъяның барлыҡ телдәренен дә тиерлек көндәлек телмәрендә төрлө ҡулланышта булыуын һәм бер-береһенә бөтөнләй алыҫ булған мәғәнәләрҙә йөрөүен дә әйтеп үтергә кәрәк. Был бигерәк тә матбуғат саралары — гәзит һәм журналдарға, радио һәм телевидение теленә ҡағыла. Текстан сығып, мәҫәлән, был атама дәүләттең тышҡы дөйөм сәйәсәтен, икенсе осраҡта алып барылған халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙе, хатта уларҙы ойоштороу тәртибен һәм ҡатнашыусыларын да аңлатырға мөмкин. Дәүләттең сит ил эштәре министрлығы составына ингән, әммә сит илдә урынлашҡан учрежденеларҙы ла шул уҡ һүҙ менән һөйләргә була. Әлбиттә, халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙә ыңғай уңышҡа алып килгән һөйләшеүҙәрҙе алып барыусыларҙың һәләтен баһалаған һәм күптәребеҙ күнеккән мәғәнәне көндәлек ысынбарлыҡта ниндәйҙер ғәҙәти эш башҡарып яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеүсегә ҡарата ла, бигерәк тә уның ҡаҙанышы ниндәйҙер аралашыуҙар эҙемтәһе булғанда, ҡулланырға мөмкин. Ниндәйҙер насар маҡсат тотоп өлгәшелгән уңыш «дипломатия» һүҙенең кире мәғәнәһенә лайыҡ була. Тел белгестәре билдәләүенсә, хәҙерге замандағы аралашыу барышында «дипломатия» атамаһының әйтеп кителгән биш төрлө аңлатмаһы ла инглиз телле илдәрҙә әүҙем ҡулланылышта.
Бөгөнгө мәғәнәлә был атама XVI быуат аҙағында телмәр әйләнешенә индерелә: уны тәү тапҡыр Англияла 1645 йылда ҡулланалар. Һуңыраҡ бөйөк немец ғалимы Готфрид Лейбниц «дипломатик» тигән аңлатманы (латинса «diplomaticus») 1693 йылда үҙе нәшер иткән "Дипломатик хоҡуҡ ҡанудары йыйынтығы"на (урыҫса «Свод дипломатического права» (немец телендә — «Codex Juris Gentium Diplomaticus») индерә[5]. Вместе с тем существуют также другие определения понятия «дипломатия»[4]. Шунан башлап дипломатия — «халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы» тигән аңлатма менән йөрөй. Шулай ҙа, тулыһынса бөгөнгө мәғәнәләге атаманы Людовик XIV — нең бер нисә дәүләттәге илсеһе булған француз дипломаты Франсуа Кальер беренсе булып ҡуллана. Үҙенең 1716 йылда баҫтырған «Дәүләт башлыҡтары менән һөйләшеү ысулдары» (урыҫса «О способах ведения переговоров с государями» тигән китабында «дипломатия» хаҡында тулыһынса бөгөнгө мәғәнәлә һүҙ алып бара. Әйткәндәй, был әсбап күп дипломатик мәктәптәрҙә йәш дипломаттар әҙерләү өсөн ҡулланма булыуҙан әле лә туҡтамаған[6]. .
Баҫмала «дипломатия» — «билдәле тәғлимәткә нигеҙләнгән һәм юғары әхлаҡ ҡағиҙәләренә ҡоролған һөйләшеүҙәр алып барыу маһирлығы» тип билдәләнә. Быға тиклем Боронғо Греция менән Боронғо Рим замандарынан, шулай уҡ Византия менән Урта быуаттар осоронан халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙәге юғары кимәлгә ҡуйылған алдашыу һәм ялғанға Кальер «аҡылға һәм рухилыҡҡа ҡоролған ғәҙел һәм намыҫлы һөйләшеүҙәр»ҙе ҡаршы ҡуя[4].
.
Дипломатия тарихынан мәғлүмәт
үҙгәртергәТөрлө кимәлдәге мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу ысулы булараҡ дипломатия тәү тормош кешеләре араһында ла булғандыр, тип фараз ителә. Мәҫәлән, ике ҡәбилә араһындағы үлемесле бәрелештәр ваҡытында яралыларҙы йыйыу, үлгәндәрҙе ерләү өсөн ҡапма-ҡаршылыҡты аҙға булһа ла туҡтатып тороу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барылған. Был шарттарҙа әгәр ҙә бер яҡтың вәкиле үҙ хәбәрен еткереп, тәғәйенләнгән бурысын үтәгәнсе юҡ ителһә, бындай аралашыуҙар тормошҡа ашмаҫ ине. Шуға ла боронғо замандарҙан уҡ был һөйләшеүселәр айырым хоҡуҡ һәм өҫтөнлөктәр менән файҙаланған. Бөгөнгө барлыҡ дипломатик хеҙмәткәрҙәрҙең именлеккә һәм тейелһеҙлеккә (дипломатик иммунитетҡа) эйә булыуы нәҡ ошо йоланан башланған[5].
Эшсе көстәр һанын тулыландырыу маҡсатында даими рәүештә баҫып алыу һуғыштары алып барылған ҡол биләүселек йәмғиәтендә тышҡы сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа башлыса хәрби саралар ҡулланылған. Ара-тирә илселектәр дипломатик бәйләнештәр нигеҙендә айырым дәүләттәргә тәғәйен бурыс менән үҙ вәкилдәрен ебәргән, эштәрен тамамлағас, улар кире әйләнеп ҡайтҡан.
Артабан, донъя дәүләттәренең феодаль тарҡаулығы һәм бүленгәнлеге осоронда, бары тик «шәхсән» дипломатияға өҫтөнлөк бирелгән. Айырым илдәр һуғыш бәрелештәре араһында тыныслыҡ килешеүҙәре төҙөгән, хәрби берлектәр (союздар) ойошторған. Тарихсылар был йәһәттән Византияның һиҙелерлек әүҙемлеген билдәләй. XV быуат уртаһында халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең етерлек үҫешеүе арҡаһында дәүләттәрҙең сит илдәрҙә даими вәкиллектәре барлыҡҡа килә башлай.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. (рус.)
- Ожегов С. И. Словарь русского языка. М., 1968. (рус.)
- Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Венская конвенция о дипломатических сношениях на сайте ООН (PDF, 1,3 Мб)
- ↑ Министерство внешних сношений СССР
- ↑ Дипломатия . Большой энциклопедический словарь. Дата обращения: 2013-5-30.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Попов В.И. Современная дипломатия - теория и практика (Курс лекций, читанных в Дипломатической академии МИД РФ). М: "Научная книга", 2000. Дата обращения: 2013-5-29. Архивировано 30 май 2013 года. 2012 йыл 17 октябрь архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 Никольсон Г. Дипломатия (Перевод с английского под редакцией и с предисловием А. А. ТРОЯНОВСКОГО). М: О Г И 3. ГОСУДАРСТВЕННОЕ ИЗДАТЕЛЬСТВО ПОЛИТИЧЕСКОЙ ЛИТЕРАТУРЫ, 1941. Дата обращения: 2013-5-29. Архивировано 30 май 2013 года.
- ↑ Сатоу, Эрнест. Руководство по дипломатической практике. — М.: Издательство Института международных отношений, 1961.