17 октябрь
көнө
17 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 290-сы көнө (кәбисә йылында 291-се). Йыл аҙағына тиклем 75 көн ҡала.
17 октябрь | |
![]() |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1740: Петропавловск-Камчатский ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1831: Майкл Фарадей электромагнит индукцияһын аса.
- 1897: Константин Циолковский аэродинамик торба эшләй.
- 1918: Мәскәүҙә донъяла иң беренсе Дәүләт уйынсыҡтар музейы ойошторола.
- 1930: Дыуан аграр техникумы асыла.
- 1962: «The Beatles» тәүге тапҡыр телевидение аша сығыш яһай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы (1895—14.11.1938), дәүләт эшмәкәре. 1925—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. 1935—1938 йылдарҙа СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ағзаһы. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Искәндәров Рафаэль Мирғәләүетдин улы (1925—2002), педагог, мәғариф эшмәкәре. 1971—1985 йылдарҙа Борай район мәғариф бүлеге мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР (1977) һәм Башҡорт АССР-ы (1975) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡарабай ауылынан.
- Шайдаков Владимир Владимирович (1955), ғалим-инженер-механик. 1995 йылдан (өҙөклөктәр менән) Өфө дәүләт нефть техник университеты, 2015 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғизәтуллина Фәниҙә Хәсән ҡыҙы (1950), ауыл хужалығы ветераны. 1966—1984 йылдарҙа Кушнаренко районы Ильич исемендәге колхоз һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы.
- Ғәлимбәков Айрат Дамир улы (1970), ғалим-физик. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Физика- математика фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Бабич Рушанна Юрий ҡыҙы (1975), театр артисы, йәмәғәтсе. 1995 йылдан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың халыҡ артисы (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғиниәтуллина Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы (1936), нефть һәм газ сығарыу тармағы ветераны. 1964—1987 йылдарҙа «Краснохолмскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1986).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Недолин Иван Петрович (1892—5.03.1947), СССР прозаигы, журналист, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, СССР яҙыусыларының I съезы делегаты. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Борон ауылынан.
- Нечаева Тамара Павловна (1922—16.08.2003), скульптор, рәссам. 1943 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1968) рәссамы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1998).
- Прокопьев Герман Терентьевич (1922—30.06.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист-төҙәүсе, гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Сыуаш Республикаһының Цивиль районының Байгеев ауылынан. 1939—1941 һәм 1945—1947 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Соловьёвка ауылында (хәҙер бөткән) йәшәй.
- Ибраһимов Илдус Ғамир улы (1957), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2009).
- Маганев Василий Анисимович (1957), «Яҡтыкүл» шифахаһы директорының дауалау эштәре буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре кандидаты (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бирғәлин Айнур Азамат улы (1989), мосолман дин әһеле. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө (рәйесе).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1493: Баччо Бандинелли, Италия рәссамы.
- 1759: Якоб II Бернулли, Швеция механигы.
- 1760: Клод Сен-Симон, Франция философы һәм социологы.
- 1903: Андрей Гречко, Советтар Союзы Маршалы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1912: Иоанн Павел I, Рим Папаһы.
- 1918: Рита Хейуорт (төп исеме Маргарита Кармен Кансино), АҠШ актёры һәм бейеүсеһе.
- 1972: Эминем, АҠШ-тың рэп-йырсыһы.
- 1972: Таркан, Төркиә йырсыһы.