17 февраль
көнө
17 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 48-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 317 көн ҡала (кәбисә йылында 318).
17 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ирекле мәрхәмәтлек белдереү көнө.
- Косово Республикаһы: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1454 йыл: Бургундия герцогы Филипп III Изгелекле, Ҡырғауыл антын биреп, тәре яуына ҡушылырға вәғәҙә бирә.
- 1600 йыл: Джордано Бруно Римдың Сәскәләр майҙанында яндырып үлтерелә.
- 1720: Испания менән Дүртәү берлеге (Франция, Бөйөк Британия, Австрия һәм Ҡушма провинциялар республикаһы) француз мираҫы өсөн һуғышты тамамлаған Гаага килешеүенә ҡул ҡуя.
- 1740: Санкт-Петербург өсөн иң түбән температура теркәлә — минус 40 °C.
- 1852: Санкт-Петербургта тамашасылар өсөн тәүге тапҡыр Эрмитаж музейы асыла.
- 1854: Бөйөк Британия Хәнәүәт Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1918: Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советы ойошторола.
- 1935: СССР Совнаркомы һәм КПСС Үҙәк Комитеты «Мәскәүҙә Бөтә союз ауыл хужалығы күргәҙмәһен ойоштороу» тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1936: СССР-ҙың туплы хоккей буйынса I чемпионаты башлана.
- 1947: «Америка тауышы» радиостанцияһы Советтар Союзына радиотапшырыуҙар башлай.
- 1972: СССР Фәндәр Академияһының ғилми-тикшеренеү иҫәпләү үҙәге асыла.
- 1975: Мәскәүҙә ядро ҡоралын таратмау тураһында берләштерелгән совет-инглиз декларацияһына ҡул ҡуйыла.
- 1983: Ада программалау теленең «тыуған көнө».
- 1993: «Газпром» акционерҙар йәмғиәте ойошторола.
- 1994: БДБ илдәре эске эштәр министрлыҡтары етәкселәре «Ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү»гә ҡул ҡуя.
- 1999: Федерация Советы «Рәсәй менән Украина араһында дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм партнерлыҡ тураһындағы килешеү»ҙе (1997) раҫлай.
- 2008: Косово Республикаһы парламенты Сербиянан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кривошеин Василий Иванович (1925—21.08.2007), спортсы-еңел атлет, тренер, педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1985 йылдарҙа — физик тәрбиә кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1961—1986 йылдарҙа БАССР йыйылма командаһының өлкән тренеры, 1962—1967 йылдарҙа — РСФСР йыйылма командаһы тренеры. 1961—1986 йылдарҙа Башҡортостандың Еңел атлетика федерацияһы рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1967), еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1952), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Охлебин ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Абдуллин Ринат Барый улы (1946—8.01.2008), энергетика тармағы һәм муниципаль хеҙмәт эшмәкәре. 1976—1985 йылдарҙа «Башкирэнерго» берекмәһенең Учалы район электр селтәрҙәре начальнигы; 1985—1997 йылдарҙа Белорет электр селтәрҙәренең директор урынбаҫары, директоры; 1997—2000 һәм 2002—2008 йылдарҙа Өфө ҡала электр селтәрҙәре директоры; 2000—2002 йылдарҙа Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почётлы энергетигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Учалы районының почётлы гражданы (2006). Сығышы менән ошо райондың Ҡорама ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлимйән Баруди (төп исеме Ғәлиев Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы (1857—6.12.1921), дин әһеле, 1917—1921 йылдарҙа Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө. Рәсәй мосолмандары союзы ағзаһы (1906). Йәдитселек идеологтарының береһе.
- Селезнев Альберт Иванович (1932), хужалыҡ хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (). Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы.
- Каширин Виктор Никитович (1947), музыкант, педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ().
- Бәкеров Әхәт Барый улы (1952), ғалим-табип-гематолог. Медицина фәндәре докторы (1996), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005). Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Рәсәй Федерацияһының (2002) атҡаҙанған табибы.
- Солтангәрәев Миҙхәт Сәйфулла улы (1952), цирк артисы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1979) һәм халыҡ (1984) артисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Тахаев Хәлил Ярулла улы (1908—28.05.1986), ғалим-иҡтисадсы-географ, география фәндәре кандидаты (1947). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1978).
- Санъяров Фәнзил Бүләк улы (1953), ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1999), доцент. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1600: Джордано Бруно, Италия шағиры, инквизиция утында яндырылыусы.
- 1906: Агния Барто, СССР-ҙың балалар яҙыусыһы.