20 июнь
көнө
20 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 171-се (кәбисә йылында 172-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 194 көн ҡала.
20 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1840: Америка уйлап сығарыусыһы Сэмюэл Морзе телеграфҡа патент ала.
- 1895: Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәрен тоташтырыусы һәм оҙонлоғо 98 километр, һыу өҫтөндәге киңлеге 102 метр, тәрәнлеге 11,3 метр булған Киль каналы асыла.
- 1937: Советтарҙың X Бөтә Башҡортостан съезы Башҡорт АССР-ының икенсе Конституцияһын ҡабул итә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мироненко Иван Иванович (1915—30.10.1989), архитектор, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1940 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. 1962 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Төҙөлөш һәм архитектура эштәре идаралығы начальнигы; 1966—1968 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1974). Ҡыҙыл Байраҡ (1941) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) ордендары кавалеры. Сығышы менән Рәсәй империяһы Дон ғәскәре өлкәһенең Долотиновка утарынан.
- Солтанов Альберт Хан улы (1950), ғалим-электр элемтәһе инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. 1981 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан телекоммуникация системалары кафедраһы мөдире, 2004 йылдан — Инфокоммуникация технологиялары институты директоры. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылынан.
- Бабенко Василий Яковлевич (1960), ғалим-тарихсы, педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1999 йылдан хәҙерге М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү гуманитар университетының Өфө филиалы директоры һәм ректоры. Тарих фәндәре кандидаты (1985), доцент (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (2000), Украинаның III дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры (2001).
- Саттаров Рәшит Фәнис улы (1960), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1999—2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Һалым һәм йыйымдар министрлығының хәҙерге Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе; 2008—2010 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, 2010—2012 йылдарҙа Өфө районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Степановка ауылынан.
- Сәлимов Мәхмүт Бакир улы (1960), хәрби хеҙмәткәр, яҙыусы, йәмәғәтсе. Отставкалағы подполковник. Осетин-ингуш низағында, чечен һуғышында ҡатнашыусы. Ростов ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. 2014 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Виноградов Илья Васильевич (1906—15.02.1978), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Түбәнге Әүжән ауылынан.
- Суковатов Николай Иванович (1921—24.05.1992), хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Тамара Ғәниева (1951), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2019). Журналист-публицист, тәржемәсе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Әҙәби премиялар лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Якутов Иван Степанович (1868—7.11.1907), Рәсәй империяһындағы социал-демократик хәрәкәт эшмәкәре.
- Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы (1948), шағир, яҙыусы, драматург. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2014 — 2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлләмов Әбүзәр Карам улы (1939—6.03.2006), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974—2006 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1976). РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Почёт ордены кавалеры (1998).
- Фәттәхова Фәйхүнә Фәмүтдин ҡыҙы (1944), мәғариф ветераны. Благовар районы Шырлыҡ мәктәбенең элекке директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987).
- Ғәлимова Ғәлиә Ғәли ҡыҙы (1949), нәшерсе, 1992–2011 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Булат Рафиҡов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Себенле ауылынан.
- Мөхәмәтйәнов Самат Әбдрәхим улы (1949), ғалим-педагог, философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1995), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002).
- Ниғмәтуллин Радик Әсхәт улы (1959—5.10.2012), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Салҡаҡ ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 2003: Домашников Борис Фёдорович, СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1977).