Салауат Юлаев (орден)

Салауат Юлаев ордены — Башҡортостандың дәүләт наградаһы (бүләге)

Салауат Юлаев ордены
ОрденСалаватаЮлаева.png
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,
Башҡортостан Башҡортостан

Награда төрө

орден

Статус

тапшырыла

Статистика
Раҫланған ваҡыты

1998 йыл

Беренсе бүләкләү

2 октябрь 2000 йыл
(Буранғолов
Ирек Зөлҡәрнәй улы)

Һуңғы бүләкләү

июнь 2022 йыл

Бүләкләнгәндәр иҫәбе

748 кеше (2022 йыл)

Сиратлылыҡ
Өлкәнерәк награда

Халыҡтар дуҫлығы ордены

Кесерәк награда

«Әсәлек даны» миҙалы

ТарихыҮҙгәртергә

Салауат Юлаев ордены Башҡортостан Президенты Указы менән 1998 йылда булдырылған. Ул башҡорт халҡының милли батыры исемен йөрөтә. Ордендың беренсе кавалеры — Ейәнсура районының «Инәк» хужалығы механизаторы Буранғолов Ирек Зөлҡәрнәй улы, уға был награда 2000 йылдың 2 октябрендә тапшырыла.

ҺүрәтләнешеҮҙгәртергә

Орден көмөш йә көмөш менән нейзильбир иретмәһенән эшләнә. Ете ослоҡло йондоҙ ҡырланған нурҙар менән биҙәлгән. Ордендың уртаһындағы диаметры 50 мм ҙурлыҡтағы түңәрәк медальонға аҡ эмаль менән Салауат Юлаевтың барельеф һүрәте төшөрөлгән. Медальон үҙе алтын ялатылған рельефлы орнамент менән уратып биҙәлгән.

Наградланыусылар (бүләкләнеүселәр)Үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы граждандары, сит илдәр граждандары һәм гражданлығы булмаған шәхестәр.

Бүләкләнеү өсөн нигеҙҙәрҮҙгәртергә

  1. Һөҙөмтәле һәм уңышлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге;
  2. Кеше ғүмерен ҡотҡарғанда күрһәтелгән батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ;
  3. Сәнәғәттәге юғары етештереү ҡаҙаныштары;
  4. Ғилми һәм фәнни-тикшеренеү өлкәһендәге ҡаҙаныштар;
  5. Мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәттәге юғары ижади күрһәткестәр;
  6. Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы ҡаҙаныштар;
  7. Үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә уңыштар, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә әүҙемлек.

Бүләкләү тәртибеҮҙгәртергә

Шәхесте орден менән, тейешле указ сығарып, Башҡортостан Республикаһы Президенты бүләкләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә