19 февраль
көнө
19 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 50-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 315 көн ҡала (кәбисә йылында 316).
19 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Әрмәнстан: Китап бүләк итеү көнө.
- Төркмәнстан: Дәүләт флагы көнө.
- Исландия: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Рәсәй: Орнитологтар көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1594 йыл: Сорғот ҡалаһын нигеҙ һалына.
- 1775: Императрица Екатерина II Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан өсөн башҡорттарҙан 4 мең ат йыйыу тураһында указға ҡул ҡуя.
- 1793: Екатерина II революцион Франция менән барлыҡ мөнәсәбәттәрҙе өҙгән ҡарарға ҡул ҡуя (мәҫәлән, Франциянан Рәсәйгә журналдар, гәзиттәр, китаптар индереү тыйыла).
- 1800: Наполеон Бонапарт үҙен Францияның консулы тип иғлан итә.
- 1878: Томас Эдисон фонографҡа патент ала.
- 1899: Санкт-Петербург Политехник институты асыла.
- 1921: «Труд» гәзитенең беренсе һаны сыға.
- 1930: Борай район гәзитенең тәүге һаны сыға.
- 1954: СССР Юғары Советы Президиумы Ҡырым өлкәһен РСФСР-ҙан Украина ССР-ы составына биреү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1955: Мәскәү — Берлин даими тимер юл бәйләнеше булдырыла.
- 1957: СССР менән Цейлон (1972 йылдан — Шри-Ланка) араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыла.
- 1986: Советтар Союзының «Мир» орбиталь станцияһы эшләй башлай.
- 2008: «Су-35БМ» күп маҡсатлы истребителенең тәүге осошо.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Богданова Галина Михайловна (1925—9.09.2013), хеҙмәт алдынғыһы. 1941—1980 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе шымартыусыһы. Башҡорт АССР-ының VII саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- Абдуллина Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы (1930—27.02.2002), ғалим-фармаколог. 1952 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1993 йылдарҙа 2-се фармакология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Арғаяш ауылынан.
- Машкин Фёдор Иванович (1930—6.03.2002), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1965—1991 йылдарҙа КПCC-тың Cтәрлетамаҡ район комитетының 1-се секретары. Башҡорт АССР-ының VI-XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXV—XXVII съездары делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
- Әхийәров Камил Шәйехмырҙа улы (1930), ғалим-педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1963—1989 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты проректоры һәм ректоры, 1989 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2007 йылдан — мәктәп менән идара итеүҙең фәнни нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1974), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1974), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Илеш районының почётлы гражданы (2012).
- Рәхмәтуллин Самат Хәмит улы (1950), дәүләт хеҙмәте ветераны. 1971—2006 йылдарҙа Яңауыл район Советы башҡарма комитетының һәм Яңауыл районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе, 2006—2009 йылдарҙа — район хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау, спорт һәм туризм буйынса бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Яңауыл ҡалаһынан.
- Ибашев Дмитрий Ишмаевич (1960), табип, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Бөрө район үҙәк дауаханаһының табибы, шул иҫәптән 2004 йылдан — дауахананың хирургия бүлеге мөдире. 2015 йылдан ҡаланың Мари милли-мәҙәни ойошмаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010), Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Ҡорманай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы (1981), балет артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе һәм дипломанты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бәҙретдинов Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы (1953), педагог, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Иҙрис ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (1899—1947), дәүләт эшмәкәре. 1929—1931 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Креков Фёдор Андреевич (1919—14.06.2007), тимер юлсы, 1955—1990 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Дим локоматив депоһының электровоз машинисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Рождественка ауылынан.
- Әминев Гесиод Абдулла улы (1939), ғалим-психолог, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре докторы (1978), профессор (1980). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Сығышы менән хәҙерге Удмурт Республикаһының баш ҡалаһы Ижевскиҙан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1473: Николай Коперник, Польша астрономы.
- 1920: Иван Поминов, СССР ғалимы, физик-оптик, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1940: Руслан Әхмәтов, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2003).
- 1945: Юрий Антонов, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, композитор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1997).
- 1950: Георгий Ковтун (1950), СССР балетмейстеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988).
- 1955: Рафиҡ Мөхәммәтшин (1955), СССР һәм Рәсәй ғалим-тарихсыһы, Рәсәй Ислам институты ректоры.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1989: Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы, башҡорт теленең ғалим-методисы.