Ғәлекәй
Ғәлекәй — хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында юҡҡа сыҡҡан ауыл.
Ауыл | |
Ғәлекәй рус. Галикеево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Автомобиль коды |
- |
Географик урыны
үҙгәртергәАҡъюл ауылынан үрҙәрәк Урман Йылайыры йылғаһы үҙәнендә.
Ауыл тарихы
үҙгәртергә1795 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә Аҡъюл 4 йортло утар булараҡ күрһәтелгән. 1816 йылда ауылда 133 кеше йәшәгән. Аҡъюл ауылы Сабаҡлы, Ғүмәр, Телеғол, Аҡбулат, ҡайып, Ирсай, Ибраһим, Бикбирҙе, Ишморат, Һарыбай, Көйөргәҙе, Наҙарғол, Йомағужа, Арыҫланғол, Ҡырғыҙ, Арыҫланғол ауылдары менән бергә Буранғолов командаһына ингән. Ауыл халҡы 18 быуат аҙағында Йылайыр йылғаһы үҙәнендә нигеҙләнгәнгә тиклем Һаҡмар йылғыһының һул ярында Һунарсы тауы итәгендә йәшәгән, унда әле лә ауыл зыяраты бар.
Ишбирҙе Ишкинин (Ишемғолов), хорунжий, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1-се Башҡорт полкы составында һуғышып, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары менән наградланған. Һуғыштан һуң Ырымбур сик һыҙығын һаҡлау буйынса хеҙмәт үтә. Һуңыраҡ ул үҙенең туғандары менән Гөбөрлө йылғаһы буйында яңы Ишбирҙе ауылына нигеҙ һала. Был Ырымбур губернаторы В. А. Перовскийҙың 1854 йылғы 5864-се бойороғо нигеҙендә башҡарыла.[1]
Бер нисә йылдан губернаторҙың 5964-се бойороғо буйынса 1857 йылдың майында Аҡъюл ауылынан Ғәлекәй Тимербай улы Яратҡолов етәкселегендә 237 кешенән торған 21 ихата күсерелә. Улар Аҡъюл ауылынан өҫтәрәк Урман Йылайыры йылғаһы үҙәнендә Ғәлекәй ауылына нигеҙ һалған. Бөгөн был ауыл юҡ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәПортал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |