26 март
көнө
26 март — григориан стиле буйынса йылдың 85-се (кәбисә йылында 86-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 280 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Вьетнам: Йәштәр көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1830: Мормон китабы баҫыла.
- 1845: АҠШ-та медицина пластырына патент алына.
- 1871: Париж коммунаһы советы һайлана.
- 1872: Рәсәй империяһында беренсе почта карточкаһы сыға.
- 1995: Европа берлегенә ҡараған ете илдә дәүләт сигендә паспорт контролен бөтөрөү тураһындағы Шенген килешеүе көсөнө инә.
- 2000: Владимир Путин Рәсәй Президенты итеп һайлана.
- 2007: Өфөлә тәүге тапҡыр Халыҡ-ара Франкофония (француз теле аҙналығы) башлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Серова Раиса Семёновна (1940), хеҙмәт ветераны. Ишембайҙағы «Общепит» йәмғиәтенең элекке директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, СССР-ҙың сауҙа отличнигы, «Почёт Билдәһе» ордены ордены кавалеры, ҡаланың почётлы гражданы.
- Юрзинов Владимир Владимирович (1965), СССР хоккейсыһы һәм Рәсәй хоккей тренеры. 2011—2012 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһының өлкән, 2013—2015 йылдарҙа баш тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәйретдин Мөжәй (төп исеме Хәйретдинов Мозаһит Хәйретдин улы; 1901—4.09.1944), шағир һәм прозаик. 1938 йылда Хасан күле эргәһендә совет‑япон ҡораллы конфликтында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, әсирлектә һәләк булған хәрби хеҙмәткәр; полк командиры, полковник. Хәрби тотҡондарҙың туғандаш берлеге, антифашистик йәшерен ойошма етәкселәренең береһе (1943—1944).
- Батыршин Рәсиф Зарифйән улы (1951), рәссам, педагог. 1973 йылдан Удмурт дәүләт университетының һынлы сәнғәт кафедраһы уҡытыусыһы, доцент. 1991 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Удмурт Республикаһының халыҡ рәссамы. Трокай Борисов исемендәге милли премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Максимов ауылынан.
- Ғәлләмов Мөхәммәт Мостафа улы (1951), ғалим-табип, дин әһеле. Өфөләге «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы. Медицина фәндәре кандидаты, теология оҫтаһы. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән ошо райондың Баязит ауылынан.
- Йәһүҙин Инсур Ғаззали улы (1951—21.03.2011), шағир һәм журналист. Бөрйән районы «Таң» гәзитенең элекке мөхөррире. СССР-ҙың Журналистар, 1996 йылдан — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Садиҡова Рәзилә Тәлғәт ҡыҙы (1961), табип-терапевт. Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенең баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Буренина Ирина Валерьевна (1976), ғалим-инженер-иҡтисадсы. 1998 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2015 йылдан иҡтисад һәм нефть, газ сәнәғәте предприятиеларында идара итеү кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), иҡтисад фәндәре докторы (2012), профессор (2016). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мөҡсинов Ирек Шәриф улы (1932—29.10.1999), хоҡуҡ белгесе һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының 1-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһының Конституция Судының тәүге Рәйесе (1996-1999). Юридик фәндәр кандидаты, профессор, РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған юрисы.
- Лоҡманов Алик Харис улы (1947), Башҡортостан композиторы, йәмәғәтсе. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2021).
- Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы (1962), журналист, яҙыусы. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мәсәлим Вәлиев (1888—2.01.1956), композитор, башҡорт профессионал музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, беренсе башҡорт операһы авторы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Фузеев Борис Дмитриевич (1923—21.09.1997), скульптор. Башҡорт АССР‑ының халыҡ рәссәмы (1974). Бөйөк Ватан һәм 1945 йылғы совет‑япон һуғыштарында ҡатнашыусы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы (1899—1982), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Илеш район Советы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1935—1937), шулай уҡ Салауат (1939—1944) һәм Ҡырмыҫҡалы (1944—1955) район Советтарының элекке рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР Юғары Советы Президиумы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм СССР Журналистар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың персональ пенсионеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иғмәт ауылынан.
- Вәисов Нәҡиб Миҙхәт улы (1949—04.2012), ғалим—инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1977), доцент.
- Майоров Максим Олегович (1989), Рәсәй хоккейсыһы. Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыһы.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1815: Густав Рюмелин, Германия сәйәсмәне, педагог, статистик.
- 1915: Йозеф Стехлик, Чехословакияның ас-лётчигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1920: Жан Бенган, Бельгия ғалимы, папиролог һәм эпиграфист.
- 1925: Пьер Булез, Франция дирижёры, композитор.
- 1935: Махмуд Аббас, дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдан Палестина президенты
- 1945: Михаил Воронин, СССР спортсыһы, гимнаст, ике тапҡыр олимпия һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.