14 сентябрь
көнө
14 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 257-се (кәбисә йылында 258-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 108 көн ҡала.
14 сентябрь | |
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Мексика: Чьяпас штаты ойошторолған көн.
- Никарагуа: Сан-Хасинто һуғышында еңеү уңайынан милли байрам.
- Украина: Мобилизация хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1741: 23 көн туҡтауһыҙ эшләү нәтижәһендә Германия композиторы Георг Гендель «Мессия» ораторияһын яҙып бөтә.
- 1812: Наполеон ғәскәре Мәскәүгә инә.
- 1867: Карл Маркстың «Капитал» китабының 1-се томы донъя күрә.
- 1886: Джордж Андерсон (George Anderson) яҙыу машинкаһы таҫмаһына патент ала.
- 1896: Пётр Лесгафт башланғысы менән Петербургта «Физик тәрбиә етәкселәре һәм тәрбиәселәре курсы» (бөгөнгө П. Ф. Лесгафт исемендәге физик культура институты) асыла.
- 1917: Монархияны ҡолатыуҙы рәсмиләштереп, Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәйҙе республика тип иғлан итә.
- 1925: «Һәнәк» журналының беренсе һаны донъя күрә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Поляковский Иосиф Болеславович (1925—26.05.1981), хеҙмәт алдынғыһы. 1945—1966 йылдарҙа «Туймазабурнефть» тресының быраулаусыһы һәм быраулау мастеры, 1967 йылдан — участка начальнигы; 1970 йылдан район инженер технология хеҙмәте начальнигы, 1974 йылдан — Өфө быраулау эштәре идаралығының производство техник бүлеге инженеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мәзитов Ғәли Әхмәт улы (1912—30.01.1993), совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан хәрби жеҙмәткәр, лётчик, гвардия подполковнигы (1954). Советтар Союзы Геройы (1944).
- Максимча Иван Васильевич (1922—26.04.1985), хәрби осоусы, 1946 йылдан СССР-ҙың граждандар авиацияһы лётчигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Миәкә районының Николаевка ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәтулла улы (1928—25.05.2004), хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1972).
- Шәрипова Сәлиха Салихйән ҡыҙы (1928), малсылыҡ ветераны. 1957—1984 йылдарҙа Хәйбулла районының игенселек һәм Матрай совхоздары быҙау ҡараусыһы. Ленин ордены кавалеры.
- Йәнбәков Венер Әхмәт улы (1938—28.11.2014), шағир һәм журналист. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы.
- Матюшин Сергей Иванович (1943—9.11.2012), табип, яҙыусы, тәржемәсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы.
- Исламов Рәмил Фәнәүи улы (1958), ғалим-әҙәбиәт белгесе. Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, Әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының Яҙма һәм музыкаль мираҫ үҙәге мөдире. Филология фәндәре докторы, Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Уҫман ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Игнатьев Семён Денисович (1904—27.11.1983), СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1953—1957 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР-ҙың I—V саҡырылыш, РСФСР-ҙың IV саҡырылыш һәм Татар АССР-ының V саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике Ленин (1940, 1944, 1948, 1957), Октябрь Революцияһы (1974), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары кавалеры.
- Киняшов Михаил Александрович (1924—2.06.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының миномет расчеты командиры, гвардия кесе сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Благовещен ҡалаһының почётлы гражданы.
- Яруллин Харис Хафиз улы (1924—3.10.1987), ғалим-физиолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан СССР Медицина Фәндәре академияһының Неврология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре һәм 1959 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1970 йылдан — Медико‑биологик проблемалар институтының лаборатория мөдире. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылынан.
- Булатов Анатолий Павлович (1939—23.12.2017), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1988—2013 йылдарҙа Т. С. Мальцев исемендәге Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһының кафедра мөдире, артабан 2013—2017 йылдан — уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2007—2017 йылдарҙа «Кормление сельскохозяйственных животных и кормопроизводство» журналының баш мөхәррире. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994).
- Лобастова Светлана Александровна (1949), ғалим-физик, 1973 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1990). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кулагин Андрей Алексеевич (1979), ғалим-дендроэколог. 1997 йылдан Биология институты ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 2002 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2011 йылдан — экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2006), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1765: Мануэл Мария Барбоза ду Бокаже, Португалия шағиры.
- 1830: Николай Бошняк, Рәсәй империяһының диңгеҙ сәйәхәтсеһе, Сахалинды һәм Амур йылғаһын тикшереүсе.
- 1830: Порфирио Диас, дәүләт эшмәкәре, 1876, 1877—1880 һәм 1884—1911 йылдарҙа Мексика президенты.
- 1870: Лев Штейнберг, дирижёр, композитор һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1913: Аннализа Эриксон, Швеция актёры.
- 1965: Дмитрий Анатольевич Медведев, Рәсәйҙең өсөнсө (2008—2012) Президенты.
- 1965: Эми Уайнхаус, Англия йырсыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 2008: Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре.