13 октябрь
көнө
13 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 286-сы көнө (кәбисә йылында 287-се). Йыл аҙағына тиклем 79 көн ҡала.
13 октябрь | |
![]() |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Стихия фәжиғәләре эҙемтәләрен кәметеү көнө
- Афғанстан: Республиканың Милли ассамблеяһы нигеҙләнгән көн.
- Әзербайжан: Тимер юл хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Украина: Рәссам көнө.
- Беларусь: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Закиров Рәүеф Абдулхаҡ улы (1915—14.08.1995), дәүләт эшмәкәре. 1953—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры. Башҡорт АССР-ының 3-сө, 6—9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1971, 1976) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1945, 1966) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Дәүләкән ҡалаһынан.
- Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы (1920—12.02.1994), дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры, ете саҡырылыш (IV—XI) БАССР Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1943). Отставкалағы полковник.
- Чудинов Энгельс Матвеевич (1930—3.07.1980), ғалим-философ. 1955 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты, 1958 йылдан — Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964 йылдан — марксистик-ленинсы философия һәм фәнни коммунизм кафедраһы мөдире; 1966 йылдан Мәскәү физика-техника институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970 йылдан философия кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (1968), профессор (1970). Сығышы менән хәҙерге Дәүләкән ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Солтанов Барый Муллағәли улы (1907—21.01.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, пулемётсылар отделениеһы командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Нурия Ирсаева (1942), театр актёры, Башҡорт АССР-ының (1980), Татарстандың (1998) һәм РСФСР-ҙың (1984) халыҡ артисы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Степанов Никита Андреевич (1913—22.09.1953), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. 16-сы гвардия кавалерия (Башҡорт атлы) дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Әсхәт Мирзаһитов (1928—24.11.1989), башҡорт драматургы, актёр, режиссёр һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1973—1988 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы идараһы председателе, 1976—1988 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы секретары. Башҡорт АССР-ының IХ, Х һәм ХI саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм Юғары Совет рәйесе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1978) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1984) ордендары кавалеры. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1976) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1969) премиялар лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Гречанинов Александр Тихонович (1864—4.01.1956), композитор. Ике фортепьяно өсөн «Башҡорт сюитаһы», флейта һәм арфа өсөн «Башҡортостан» фантазияһы (1932) авторы, башҡорт халыҡ йырҙарын һәм инструменталь көйҙәрен эшкәртеүсе. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Лебедев Владимир Иванович (1894—3.04.1966), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. XVII—XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарын беренсе өйрәнеүсе. Тарих фәндәре докторы (1954), профессор (1938). Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән Рига ҡалаһынан.
- Әбдерәхимов Рәйеф Рамазан улы (1969), дәүләт эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-Министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһының IV саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан.
- Әйүпов Вадим Рәмил улы (1974), спортсы, тренер. 1995—2005 йылдарҙа фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 2006—2009 йылдарҙа рапира менән фехтование буйынса Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһының өлкән тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996).
- Әһлетдинов Эдуард Феликс улы (1974), ғалим-биохимик. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Первомайск ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1880: Саша Черный (ысын исеме Александр Михайлович Гликберг), Рәсәй империяһы шағиры, яҙыусы.
- 1899: Алексей Сурков, СССР шағиры, йәмәғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).
- 1925: Маргарет Тэтчер, 1979-1990 йылдарҙа Бөйөк Британия премьер-министры.
- 1933: Марк Заха́ров, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино режиссёры, сценарист һәм педагог, профессор. СССР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- 1934: Саве́лий Кра́маров, СССР һәм АҠШ-тың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1974).
- 1939: Леонид Неведомский, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1994).
- 1956: Крис Картер, АҠШ сценарисы, «Йәшерен материалдар» сериалы авторы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 54: Клавдий, Рим императоры.
- 1815: Иоахим Мюрат, Франция маршалы, Наполеон Бонапарттың күпселек походтарында ҡатнашыусы.
- 1882: Жозеф де Гобино, Франция социологы, расизм теорияһына нигеҙ һалыусы.
- 1928: Мария Федоровна, Рәсәй императрицаһы, Александр III ҡатыны, Николай II әсәһе.
- 1961: Золтан Корда, Англия режиссёры («Джунглиҙар китабы»).
- 1997: Рәғиҙә Янбулатова, театр актёры, шағир, драматург һәм тәржемәсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1954) артисы.
- 2003: Бертрам Брокхауз, Канада физигы, Нобель премияһы лауреаты (1994).
- 2013: Ольга Аро́сева, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984).