24 июль
көнө
24 июль — григориан стиле буйынса йылдың 205-се (кәбисә йылында 206-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 160 көн ҡала.
24 июль | |
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй
- Кадастр инженерҙары көнө.
- Флористар (үлән һүрәттәр рәссамдары) көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1929: Башҡортостан дәүләт төҙөлөш-проектлау бюроһы «Башгоспроект» (хәҙер «Башкиргражданпроект» институты) ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Андреев Владимир Петрович (1910—24.10.1955), рәссам. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1935—1937 йылдарҙа хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры, 1949—1951 йылдарҙа «Башхудожник» ширҡәте (ижади-производство комбинаты) рәйесе. Башҡорт һынлы сәнғәтендә индустриаль пейзажға нигеҙ һалыусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Васильев Фёдор Павлович (1935), ғалим-математик. 1963 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005), Мәскәү дәүләт университетының почётлы профессоры (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул ауылынан.
- Яҡупов Вәғиз Ниғмәтйән улы (1935), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1978—1990 йылдарҙа КПСС-тың Шишмә район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының унынсы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981), райондың почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Ҡарасайылға ауылынан.
- Хөснөтдинова Золя Әсләм ҡыҙы (1950), ғалим-гигиенист. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һаулыҡ һаҡлау һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Урал ауылынан (1970-се йылдарҙа бөткән).
- Ғималетдинов Илдар Мансур улы (1955), хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2013 йылдан «Өфөкабель» йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының бишенсе саҡырылыш (2007—2012) Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Оло Кәркәле ауылынан.
- Арыҫланов Ирек Наил улы (1960), хужалыҡ эшмәкәре. 2010 йылдан Ишембайҙағы «МКВитязь» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Йәшергән ауылынан.
- Вячеслав Быков (1960), СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, тренер. 2006—2011 йылдарҙа Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһы, бер үк ваҡытта 2009—2011 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, биш тапҡыр донъя, ике тапҡыр олимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2006). IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2009) һәм «Почёт Билдәһе» (1988) ордендары кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Закирова Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы (1941), ғалим-кардиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001) һәм атҡаҙанған табибы (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы кардиологы (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлиәкбәров Ғәйниәт Ғәлимулла улы (1917), дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962-1970 йылдарҙа Шишмә район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1970-1978 йылдарҙа КПСС-тың Шишмә район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 7-9-сы саҡырылыш (1967-1980) Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Шишмә районының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Благовар районының Яңы Һынташ ауылынан.
- Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (1927—05.2007), педагог, 1960-1988 йылдарҙа Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957).
- Ишмаева Динара Юлдаш ҡыҙы (1957) — журналист. «Кумертауское время» гәзите хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы (1967), театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009), Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Никишин Сергей Михайлович (1958), спортсы. 1980—1984 йылдарҙа конькиҙа шыуыу буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы һәм СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1978). Шорт-трек буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992) һәм Бөтә Союз категорияһындағы судья (1990). 1000 һәм 1500 метрға йүгереүҙә СССР (1979), РСФСР (1980—1981) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1982) чемпионы, халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Языков ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хаустов Валентин Иванович (1884—?), Рәсәй империяһының 4-се Дәүләт думаһына (1912—17) Өфө губернаһынан депутат. 1902 йылдан РСДРП ағзаһы. Сығышы менән Рязань губернаһының Коленцы ауылынан.
- Клобукова-Алисова Евгения Николаевна (1889—13.01.1962), флорист-систематик, геоботаник.
- Маннапов Мурит Ғәли улы (1949), инженер, хужалыҡ эшмәкәре. 2000—2009 йылдарҙа Баймаҡ районының «Ирәндек» совхозы һәм Баймаҡ совхоз-техникумы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Бенин Владислав Львович (1954), педагог, культуролог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1999 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының социаль-гуманитар факультеты деканы. Философия фәндәре кандидаты (1984), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән Пенза ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1770: Александр Балашов, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1810—1812 йылдарҙа полиция министры.
- 1775: Франсуа Эжен Видок, Франция полицияһын ойоштороусы.
- 1783: Симон Боливар, Венесуэланың милли геройы, генерал.
- 1860: Альфонс Муха, Чехия рәссамы, иллюстратор, афишалар оҫтаһы.
- 1870: Альфонс де Гимарайнс, Бразилия шағиры.
- 1895: Роберт Грейвс, Англия яҙыусыһы, шағир, тәржемәсе, тәнҡитсе.
- 1905: Василий Пронин, СССР кинорежиссёры, оператор. СССР-ҙың «Путёвка в жизнь» тигән беренсе тауышлы фильмен төшөрөүсе. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1950: Анатолий Рудаков, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, кинопродюсер, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (1996).
- 1985: Патрис Бержерон, Канада хоккейсыһы, донъя, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1981: Фәтҡулла Комиссаров, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт журналисы.