16 ноябрь
көнө
16 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 320-се көнө (кәбисә йылында 321-се). Йыл аҙағына тиклем 45 көн ҡала.
16 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
16 ноябрь Викимилектә |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Философия көнө (ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһы).
- Ҡул эштәре көнө.
- Ер: Толерантлыҡ көнө.
- Тәмәкенән баш тартыу көнө (ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһы).
- Кларнет көнө.
- Төймә көнө.
- Анорексия менән көрәш көнө.
- Аргентина: Милли бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Исландия: Исланд теле көнө.
- КХДР: Әсәйҙәр көнө.
- Куба: Изге Кристобаль (Христофор Колумб) көнө.
- Мексика: Революция көнө.
- Португалия: Диңгеҙ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Самбо көнө.
- Анголалағы хәрби хәрәкәт ветерандары көнө.
- Һиндостан: Милли матбуғат көнө.
Төбәк байрамдары
- Тверь өлкәһе: Кәбеҫтә көнө.
- АҠШ: Эшҡыуарҙар көнө.
- Польша: Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Проектлаусылар көнө.
- Украина: Радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Диңгеҙ пехотаһы көнө.
Төбәк байрамдары
- Мәскәү: Бухгалтерҙар көнө.
- 1918: Венгрия үҙен республика итеп иғлан ителә.
- 1936: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Ағиҙел йылға пароходствоһын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1938: Самбо спорттың яңы төрө булараҡ билдәлелек ала.
- 1945: ЮНЕСКО ойошторола.
- 1964: Нефтекамала хәҙерге 27-се һөнәри лицей эш башлай.
- 1966: Иң мул метеор ағымы күҙәтелә (бер сәғәттә 2300 метеор).
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ерилин Михаил Васильевич (1945—24.07.2012), Башҡортостанда тыуып, рус телендә ижад иткән шағир, тәржемәсе. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2010).
- Сәйетбатталов Таһир Фәйзрахман улы (1950), ғалим-зоотехник, хужалыҡ эшмәкәре. 1980–1997 һәм 2004–2005 йыылдарҙа Благовар ҡошсолоҡ фабрикаһы һәм «Благовар тоҡомсолоҡ ҡошсолоҡ заводы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры һәм баш ғилми хеҙмәткәре; 2013 йылдан «М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы» сауҙа йортоноң генераль директоры, бер үк ваҡытта 2000 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Денис ауылынан.
- Хызыров Вәхит Ғәлибай улы (1965), йырсы (лирик тенор). 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хор артисы, 1994 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы, шул иҫәптән 2003—2004 йылдарҙа художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1998—2013 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2001) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Нафиҡов Ғайфулла Нафиҡ улы (1926—1997), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. 1973—1989 йылдарҙа Алма-Ата ҡалаһының Граждандар оборонаһы штабы начальнигы, гвардия подполковнигы. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), ике Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры.
- Азаматов Марат Мостафа улы (1941—4.04.2002), хоккейсы, шайбалы хоккей тренеры. 1961—1963 йылдарҙа Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы уйынсыһы; 1969—1975 йылдарҙа Олимпия резервының «Салауат Юлаев» балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе директоры, 1983—1992 йылдарҙа — тренеры; 1979—1983 һәм 1990—1991 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994).
- Крымский Виктор Григорьевич (1951), юғары мәктәп ветераны, ғалим-электрон техника инженеры. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылдан өлкән, 1994 йылдан — төп, 1999 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1999 йылдан халыҡ-ара мөнәсәбәттәр бүлеге начальнигы; 2010 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының мәғлүмәт идара итеү системалары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2012 йылдан халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса проректор вазифаһын башҡарыусы. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ниғмәтуллина Римма Рәил ҡыҙы (1961), табип-терапевт. 1986 йылдан Күмертау ҡала дауаханаһы табибы, 1996 йылдан поликлиниканың терапея бүлеге мөдире, 2012 йылдан ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мәүлитова Флүрә Һәүбән ҡыҙы (1927—2.12.1993), табип-терапевт. 1949 йылдан Дүртөйлө район үҙәк дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1967—1981 йылдарҙа Иҫке Байыш участка дауаханаһының баш табибы; артабан 1991 йылға тиклем үҙәк дауахана терапевы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1966), РСФСР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1958). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Ҡалтай ауылынан.
- Арыҫланова Рәүфә Хөсәйен ҡыҙы (1957), педагог. 1983—2001 йылдарҙа Хәйбулла районы мәктәптәре, 2004 йылдан Аҡъярҙағы 110-сы һөнәри училище уҡытыусыһы. 2005 йылдан халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф отличнигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Аҙнай ауылынан.
- Нәфҡәт Ниғмәтуллин (1962), эстрада йырсыһы. Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2012). Яңауыл районының почётлы гражданы (2019). Сығышы менән ошо райондың Ураҡай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Синявкин Николай Павлович (1923—23.09.2000), эшсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967 йылдан Магнитогорск металлургия комбинаты кислород-компрессор цехының компрессор машинисы, 1971—1986 йылдарҙа — аппаратсыһы. 1-се (1985) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Михайловка ауылынан.
- Сургучёв Михаил Леонтьевич (1928—1.04.1991), нефтсе-инженер-ғалим. 1986—1991 йылдарҙа Бөтә Союз нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү институты (ВНИИнефть) һәм «Нефтеотдача» Тармаҡ-ара фәнни-техник комплексы (МНТК) директоры. Техник фәндәр докторы (1965), профессор, СССР Фәндәр академиияһының ағза-корреспонденты (1990). Ленин премияһы лауреаты (1966). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Петропавловка ауылынан.
тулы исемлек
- Сырескин Василий Александрович (1933—6.09.2003), инженер. 1954—1993 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең йәбештереү лабораторияһы начальнигы, баш йәбештереүсеһе. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған машина эшләүсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Артемьев Константин Петрович (1943), инженер, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1976 йылдан Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозының баш инженеры, 1979 йылдан «Рассвет» колхозы рәйесе; 1983 йылдан «Сельхозтехника»ның район берекмәһе идарасыһы; 1989 йылдан район советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; 1999—2004 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2003). Сығышы менән ошо райондан.
- Хлыстов Михаил Сергеевич (1948), водитель. 1970 йылдан Стәрлетамаҡ махсус нефть материалдары заводы водителе, рационализатор. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Ҡуғанаҡ ауылынан.
- Холмов Владимир Илларионович (1948), журналист. Бишбүләк районының «Светлый путь» гәзитенең элекке мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Әнүәрова Дамира Ғилйәр ҡыҙы (1948), нефтсе. 1967 йылдан «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы, 1982 йылдан — «ВНИИСПТнефть» институты лаборанты, 1988 йылдан «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы геологы, лаборанты, техник-технологы, рационализатор. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән Кемерово ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сафин Файыҡ Ғәзизйән улы (1929—2014), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1957—1994 йылдарҙа Ишембай туберкулёзды дауалау диспансерының баш табибы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Ишембай ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2001).
- Ковган Станислав Трофимович (1934), ғалим-инженер-механик. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1997—2009 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының теоретик һәм ғәмәли механика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Никифоров Юрий Никифорович (1934—27.11.2012), ғалим-тарихсы, политолог. 1963—1975 һәм 1978—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1975 һәм 1978—2012 йылдарҙа хәҙерге политология кафедраһы мөдире. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1994), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1980). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999).
- Зәйнуллин Хәмит Насретдин улы (1944—21.01.2003), ғалим-инженер‑технолог. 1970—1995 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Арҡауыл ауылынан.
- Пшеничнюк Анатолий Иванович (1949—18.04.2015), ғалим-физик. 1971—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1986 йылдан — Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Физика‑математика фәндәре докторы (2001). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Ғәлин Илһам Илүс улы (1969), шәхси эшҡыуар, Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 42 б.э.т.: Тиберий, Рим императоры.
- 1717: Жан Лерон Д’Аламбер, Франция математигы.
- 1874: Александр Колчак, Рәсәй империяһы адмиралы.
- 1272: Генрих III, Англия короле.
- 2006: Милтон Фридман, АҠШ иҡтисадсыһы.