16 май
көнө
16 май — григориан стиле буйынса йылдың 136-сы (кәбисә йылында 137-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 229 көн ҡала.
16 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Һыйышып тыныс йәшәү көнө.
- Яҡтылыҡ көнө.
- Ер: Йәш һайлаусылар көнө.
- Скрипка көнө.
- СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Кайман утрауҙары: Берҙәмлек көнө.
- Ер: Биографтар көнө.
- Малайзия: Уҡытыусылар көнө.
- Польша: Ил сиге һаҡсылары көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1681: Батша Фёдор Алексеевич указына ярашлы, Волга-Урал төбәге мосолмандарын көсләп христианлаштырыу планлаштырыла, һөҙөмтәлә Сәйет Йәғәфәров етәкселегендәге башҡорт ихтилалы тоҡана.
- 1896: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһындағы тәүге киносеанс була.
- 1924: СССР-ҙың балалар журналы «Мурзилка»ның тәүге һаны сыға.
- 1929: АҠШ-та беренсе тапҡыр «Оскар» премияһы тапшырыла.
- 1932: Ишембай нефть ятҡылығы асыла.
- 1960: Н. К. Крупская исемендәге Республика китапханаһының яңы бинаһы сафҡа инә.
- 1965: Өфөләге хәҙерге 8-се поликлиника эш башлай.
- 1967: Ленинградта төҫлө «Радуга» телевизорҙары сығарыла башлай.
- 1990: РСФСР халыҡ депутаттарының 1-се съезы асыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сәйғафаров Әмир Закир улы (1935—27.05.2022), педагог, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе. 1975—1982 йылдарҙа Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, райондың Батыр Вәлид исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2003). Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1971, 1981) ордендары кавалеры.
- Толомбаев Хәсән Абдулла улы (1935—17.05.2008), педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1988—2007 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәре, 1990—1996 йылдарҙа мәктәпкәсә тәрбиә һәм башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1970), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995).
- Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (1955), шағир, яҙыусы. 1978 йылдан Мәсетле районы Йонос ауыл китапханаһында китапханасы, 2006—2011 йылдарҙа — мөдир. Башҡортостан Республикаһы (1997) һәм Рәсәй Федерацияһы (2006) Яҙыусылар союздары ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2002) һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2005) премиялары лауреаты.
- Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы (1960), журналист. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тапшырыуҙар алып барыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сугачков Эрнст Владимирович (1936—23.02.2009), уҡытыусы, мәғариф эшмәкәре. 1971—2007 йылдарҙа Архангел районы Валентиновка ауылындағы Инйәр урта мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Бәҙретдинов Байбаҡ Фәрхетдин улы (1946), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Башсельэнерго» берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған энергетигы.
- Ханов Рәфил Лотфулла улы (1946), спорт ветераны һәм тренер. 1980 йылдан 3-сө төҙөлөш тресындағы «Уфимец» спорт клубы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең, 2005 йылдан — «Уфимец» олимпия резервы спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы. 1970—1972 йылдарҙа ауыр атлетика буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. РСФСР чемпионы (1969), СССР кубогының (1971) һәм РСФСР чемпионатының (1970) көмөш призёры, СССР (1972) һәм РСФСР (1971—1972) чемпионаттарының бронза призёры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1972), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1993).
- Сәхәүетдинов Рауил Әнүәр улы (1956), комсомол һәм партия органдары ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 2008 йылдан Өфөләге «Азимут» идарасы компанияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2014). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Семиглавый Мар станцияһы ҡасабаһынан.
- Аҡманов Айтуған Ирек улы (1966), ғалим-тарихсы. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005 йылдан Ватан тарихы, тарихнамә һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), тарих фәндәре докторы (2003), профессор (2005). Тарихсы-профессор Ирек Аҡмановтың улы.
- Әхмәтов Наил Райхат улы (1966), ғалим-уролог. Медицина фәндәре кандидаты. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. 2001 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Пеннер Исаак Гергардович (1917—22.12.1988), агроном, ауыл хужалығы эшмәкәре. 1959 йылдан Әбйәлил районы 22-се партсъезд исемендәге, 1964—1982 йылдарҙа — «Заветы Ильича» колхозы рәйесе. Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән Ҡаҙағстандың Аҡмулла өлкәһе Миролюбовка ауылынан.
- Вәлидианов Ғабдулхаҡ Вәлидиан улы (1932), Үрге Өфө һал ағыҙыу контораһының элекке формировщигы, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Маклашова Валентина Яковлевна (1942), Күмертау тимер-бетон заводының элекке моторисы. Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994).
- Хөсәйенова Флүрә Мотаһар ҡыҙы (1947), педагог. 1975 йылдан Стәрлетамаҡтағы хәҙерге Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әүнәш ауылынан.
- Сәфәрғәлин Фәрит Зәбир улы (1957—18.05.2005), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1978—2014 йылдарҙа Әбйәлил районы «Красная Башкирия» хужалығы механизаторы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2002). Сығышы менән ошо райондың Ҡыҙыл Башҡортостан ауылынан.
- Талипов Рифҡәт Фаат улы (1957), ғалим-химик. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1984 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1993—1994 йылдарҙа Теүәл органик синтез ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире; 2001 йылдан — биоорганик химия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000—2011 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, 2012 йылдан — органик һәм биоорганик химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Сорочинский ауылынан.
- Шевчук Юрий Юлианович (1957), СССР һәм Рәсәйҙең рок-музыканты, йырҙар авторы, шағир, актёр, рәссам һәм продюсер. 1980 йылда Өфөлә «ДДТ» рок-төркөмөн ойоштороусы, уның етәксеһе һәм берҙән-бер алмашһыҙ ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы(2003), төрлө кимәлдәге премиялар лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рәжәп Вәдүтов (1948), баянсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008), халыҡ-ара фестиваль һәм конкурстар лауреаты һәм дипломаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәлиуллин Айрат Нәсибулла улы (1934—11.07.2000), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1993 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының бригадиры, механик колоннаһы һәм участка начальнигы, 1979 йылдан — 3‑сө төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1964). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Имәнкүпер ауылынан
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1805: Николай Устрялов, Рәсәй империяһы тарихсыһы, археограф һәм педагог.
- 1860: Сергей Волконский, Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйенең театр эшмәкәре, режиссёр, тәнҡитсе, әҙип. 1921 йылдан эмиграцияла йәшәй.
- 1860: Иван Гревс, Рәсәй империяһы һәм СССР тарихсыһы.
- 1905: Пётр Вершигора, яҙыусы, актёр һәм кинорежиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында партизандар берләшмәһе (һуңынан дивизия) командиры, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы.
- 1905: Генри Джейнс Фонда, АҠШ-тың театр һәм кино актёры, «Оскар» премияһы лауреаты.
- 1910: Ольга Берггольц, СССР яҙыусыһы, шағир, Сталин премияһы лауреаты.
- 1915: Сергей Антонов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, тәнҡитсе, публицист, драматург һәм киносценарист.
- 1915: Эзра Столлер, АҠШ-тың танылған архитектура фотографы.
- 1920: Жак Франсуа, Франция актёры.
- 1925: Нилтон Сантос, Бразилия футболсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1950: Йоханнес Беднорц, Германия физигы, Нобель премияһы лауреаты (1987).
- 1955: Ольга Корбут, СССР гимнасткаһы, ике тапҡыр олимпия чемпионы (1972, 1976), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1972).
- 1965: Крист Новоселич, АҠШ музыканты, «Nirvana» төркөмөнең элекке бас-гитарисы.
- 1975: Александр Пушной, Рәсәй музыканты, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы.