Ишмырҙа
Ишмырҙа, икенсе атамаһы Йүкәләр (рус. Ишмурзино) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 912 кеше[2]. Почта индексы — 453655, ОКАТО коды — 80206822001.
Ишмырҙа | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәге | Ишмырҙа ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ишмырҙа ауыл советы һәм Баймаҡ районы |
Почта индексы | 453655 |
ТарихыҮҙгәртергә
Ауыл Советы үҙәге. Икенсе атамаһы — Йүкәләр.
1795 йылда рәсми документтарҙа күрһәтелгән. Йорт старшинаһы Ишмырҙа Бултерәков исемен йөрөтә[3]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Әптекәй ауылынан күсеп килеүселәр 1852 йылда Ишмырҙа ауылына нигеҙ һалған. Беренсе булып төпләнгән Ишмырҙа Бултерәковҡа 1859 йылда 81 йәш тула. Уның атаһы Бултерәк Сафаров 1741 йылғы, 1816 йылда үткәрелгән перепистә күрһәтелгән. Ишмырҙа йорт старшинаһының ярҙамсыһы вазифаһын үтәй, артабан йорт башлығы итеп һайлана. Уның улдары — Әбделмәлик, Әбделлатиф, Юлдашбай (уның улы — Абдулла). Ишмырҙа ауылына шулай уҡ Ишмырҙаның олаталары Туҡай Сафаров (1755 йылғы), Әбил Сафаров (1748 йылғы) һәм Байым Сафаров (1760 йылғы) күсеп киләләр[4]. Туҡай Сафаровтың улдары — Үҙәнбай, Мырҙабай, Ишморат; Әбил Сафаровтың улдары — Буранғол, Субханғол; Байым Сафаровтың улдары — Арыҫланбай, Туғыҙбай, Аралбай, Мөхәмәтша[4].
1859 йылда 48 йортта 126 ир-егет һәм 139 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылда 84 йортта барыһы 432 кеше йәшәгән[4].
Халыҡ һаныҮҙгәртергә
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 806 | 402 | 404 | 49,9 | 50,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыныҮҙгәртергә
Таналыҡ йылғаһының ҡушылдығы Көҙән йылғаһы янында урынлашҡан[5].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 22 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 63 км
Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә
- Игишев Сөләймән Мөхәмәтйән улы (25.10.1893—1970), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1931—1960 йылдарҙа Фрунзе исемендәге колхозы рәйесе. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры[6].
- Ирназарова Р. В. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ишмырҙа урта мәктәбе директоры;
- Йәнбәков Ғ. С. — Граждандар һуғышы нда ҡатнашыусы, Башзолото ссистемаһында етәкселек вазифаларында була;
- Йәнбәков Ә. К. — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Сибай һәм Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрҙары артисы[7].
- Әфләтүнов Сәлихйән Ғинийәт улы (20.02.1949), театр актёры, режиссёр. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1991) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008)[8].
ВидеояҙмаларҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 http://ufagen.ru/places/baymakskiy/ishmurzino.htmlИшмурзино (Юкаляр)
- ↑ Сельские советы
- ↑ «Сәйғәфәр ауылы сәхифәһе» сайты (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
- ↑ Сельские советы
- ↑ КУЛЬТУРНЫЙ МИР БАШКОРТОСТАНА. Афлятунов Салихьян Гиниятович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.