17 апрель
көнө
17 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 107-се (кәбисә йылында 108-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 258 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2019 йыл |
Байрамдар
- Америка Самоаһы — Флаг көнө.
- Сүриә — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1928 — Башҡортостан дәүләт китап палатаһы ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Буйлов Пётр Захарович (17.04.1951), тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Еңел атлетика буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1988). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Паралимпия уйындарының ике тапҡыр көмөш призёры (1988). Халыҡтар дуҫлығы (1992), Почёт (2002) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Гусев Юрий Матвеевич (17.04.1937), ғалим-инженер-электромеханик, профессор (1981), техник фәндәр докторы (1980), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1982) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вәлишин Әһлиулла Хисмәт улы (17.04.1923—5.05.1961), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, гвардия старшинаһы. Танк бригадаһының разведчиктар отделениеһы командиры. Дан орденының тулы кавалеры.
- Вилдан Яруллин (17.04.1968), йырсы, ғалим-философ, философия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шәһәр (Шәһәретдинов) Шиһабетдин Шәһәретдин улы (17.04.1904—21.10.1941), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Сирмешән ауылынан.
- Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы (17.04.1954), Нефтекама дәүләт филармонияһы режиссёры, әүҙем йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003).
- Бикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улы (17.04.1954), инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1993 йылдан «Востокнефтезаводмонтаж» акционер компанияһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1790 — Бенджамин Франклин, Американың дәүләт эшмәкәре, ғалим.
- 1945 — Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы (1908—1945), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 2014 — Габриэль Гарсиа Маркес, Колумбия яҙыусыһы.