28 март
көнө
28 март — григориан стиле буйынса йылдың 87-се (кәбисә йылында 88-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 278 көн ҡала.
28 март | |
![]() |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- Ер: Бөтә донъя тарихсылар көнө.
- Ер: Кер йыуыу машинаһының тыуған көнө (1797).
- Ер: Резина калуштар көнө.
- Сербия: Конституция көнө.
- Рәсәй: Рәсәй Эске эштәр министрлығының дежур частары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Чехия: Уҡытыусылар көнө.
- Әзербайжан: Милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1910: Францияның Марсель ҡалаһында беренсе гидроплан осош яһай.
- 1935: Канадала йәкшәмбе көн радиореклама тыйыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бикбулатов Закир Ғиҙелхаҡ улы (1950), хужалыҡ эшмәкәре. 1996—2000 йылдарҙа Мәләүез элеваторы директоры, 2000—2015 йылдарҙа Дәүләкән районы хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Исламғол ауылынан.
- Әйүпова Людмила Лотфи ҡыҙы (1945), ғалим-тел белгесе. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән Владивосток ҡалаһынан.
- Розалиә Солтангәрәева (1955), ғалим-фольклорсы, сәсән. 1982 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1991 йылдан — өлкән, 2003 йылдан — төп, 2007 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Халыҡ ара аҡындар, йырсылар һәм дастансылар конкурсы (Алматы, 1996), Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы (1984) һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия (1991) лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сәғетдинов Мөхәмәт Шәмсетдин улы (1936), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1992—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли банкы рәйесе, 1979 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. 1994–1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылынан.
- Әхмәтова Рабиға Йыһанша ҡыҙы (1936), малсылыҡ алдынғыһы. Шаран районы «Марс» колхозының ветеран һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Арефьева Нина Алексеевна (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-оториноларинголог, йәмәғәтсе. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан оториноларингология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1991–2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш оториноларингологы. 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһы Оториноларингологтар ассоциацияһы, 1998—2003 йылдарҙа Рәсәй ринологтар йәмғиәте президенты. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1988).
- Сафин Шамил Мәхмүт улы (1956), ғалим-нейрохирург. 1980 йылдан Республика клиник дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 2001 йылдан бүлек мөдире; 2007 йылдан «Нейрохирургия» республика махсус йүнәлешле медицина ярҙамы үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рогова Наталья Леонидовна (1927—18.08.1994), спортсы, тренер, теннис буйынса спорт мастеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Көсөков Раил Фазыл улы (1952), опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған (2009), Башҡортостандың халыҡ артисы (2000), Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1982), Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы лауреаты (1978).
- Сәлихова Зайфа Мирғазиян ҡыҙы (1957), шағир, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Винклер Наталья Михайловна (1962), Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге етәксеһе, Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған архитекторы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Лежнёв Анатолий Петрович (1888—11.03.1956), рәссам. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ы Рәссамдар союзы идараһының беренсе рәйесе. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1940). Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенең Жердев районы Сукманка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зайдентрегер Моисей Акимович (1914—29.6.1994), пианист, педагог, юғары мәктәп уҡытыусһыһ. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1963). Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Перчаткин Василий Михайлович (1919—9.12.2015), яҙыусы, журналист. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре. 1959 йылдан СССР Яҙыусылар һәм СССР Журналистар союздары ағзаһы.
- Ҡайбышев Оскар Әкрәм улы (1939—2.06.2017), ғалим-металлофизик, юғары мәктәп уҡытыусһы, йәмәғәт эшмәкәре. 11-се саҡырылыш СССР Юғары Советы Милләттәр Советының Башҡорт АССР-ынан депутаты (1984—1989). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының ижтимағи академияһы ағзаһы. Техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). А. А. Бочвар исемендәге премия лауреаты (2002). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980) һәм 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1999) ордендары кавалеры.
- Юричка Юрий Иванович (1939), педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1980—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының кафедра мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1992), профессор (1994). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1999) һәм мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән Украинаның Люта ауылыынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1483: Рафаэль Санти, Италия рәссамы, график һәм архитектор.
- 1592: Ян Амос Коменский, Чехияның педагог-гуманисы.
- 1845: Павел Голубицкий, Рәсәй империяһының телефония өлкәһендә эшләгән уйлап табыусыһы.
- 1868: Максим Горький, Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы, прозаик, драматург.
- 1900: Пантелеймон Норцов, СССР йырсыһы, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1947).
- 1905: Илья Зильберштейн, сәнғәт һәм әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты.
- 1925: Дмитрий Гнатюк, йырсы, режиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1960), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985), Украина Геройы (2005).
- 1925: Смоктуновский Иннокентий Михайлович, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры.
- 1925: Игорь Бельский (1925), СССР-ҙың балет артисы, хореограф, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1966).
- 1986: Леди Гага, АҠШ йырсыһы, бейеүсе, ди-джей, композитор.
- 1990: Екатерина Боброва, Рәсәй фигурисы, 2014 йылғы олимпия чемпионы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1919: Шәйехзада Бабич, башҡорт шағиры, 1917—1919 йылдарҙа Башҡорт хөкүмәте ағзаһы.
- 1944: Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 2013: Нәжиб Асанбаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006).