Өфө районы
Өфө районы (рус. Уфимский район) — Башҡортостан Республикаһындағы административ-биләмә берәмеге һәм муниципаль район. Административ үҙәге — Өфө ҡалаһы.
Өфө районы | |
Өфө районы | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Өфө |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 67 067 кеше (2010) |
Сиктәш | Иглин районы, Өфө, Кушнаренко районы, Благовещен районы, Ҡырмыҫҡалы районы һәм Шишмә районы |
Майҙан | 1598,77 км²[1] |
Почта индексы | 450ХХХ |
Рәсми сайт | ufim.bashkortostan.ru |
Урындағы телефон коды | 347 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Өфө районында ерләнгәндәр |
Өфө районы Викимилектә |
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройҙары
- Алымов Алексей Михайлович (18.03.1923—22.02.2009), мәғариф хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, отделение командиры, кесе сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры. РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы[2].
- Горчилин Александр Михайлович (16.09.1925—06.05.1970) — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы ҡыҙылармеецы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Советтар Союзы Геройы (1943). Чесноковка ауылынан.
- Ильин Сергей Спиродонович (05.04.1925—05.02.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Район биләмәһенә тура килгән бөткән Андреевка ауылынан.
- Косолапов Филипп Макарович (09.01.1919—17.08.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, авиация дивизияһының эскадрилья командиры, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1943). Волков ауылынан.
- Кулаков Пётр Афанасьевич (16.06.1923—24.01.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-артиллерист, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). Покровка ауылынан.
- Михайлов Александр Фадеевич (20.04.1925—02.01.1944), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, Воронеж фронты 3-сө гвардия танк армияһы 9-сы механизацияланған корпусы 69-сы механизацияланған бригадаһының мотоуҡсылар батальоны пулемётсыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943). Кручинин ауылынан.
- Пикунов Александр Степанович (10.01.1923—14.01.2012), совет хәрби хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945 йыл). Запастағы подполковник (2000). Эске хеҙмәт полковнигы. Сығышы менән хәҙер Өфө ҡалаһы биләмәһенә ингән
Князев ауылынан.
- Башҡалар
- Едрёнкин Михаил Акимович (21.11.1923—31.10.1970), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, штурмлау инженер-сапер батальоны саперы, рядовой. 1948 йылдан КПСС ағзаһы. Дан орденының тулы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Ильин Александр Алексеевич (14.12.1948— 22.10.1997), радиоинженер. 1974—1994 йылдарҙа Өфөләге «Прогресс» һәм «Магнетрон» заводтары инженеры. СССР-ҙың 1989 йылғы Дәүләт премияһы лауреаты. Нижегородка ауылынан[3].
- Креков Фёдор Андреевич (19.02.1919—14.06.2007), тимер юлсы, 1955—1990 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Дим локоматив депоһының электровоз машинисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950). Рождественка ауылынан[4].
- Салманов Григорий Иванович (12.02.1922—3.04.1993), совет хәрби етәксеһе, армия генералы[5].
- Пегов Виктор Николаевич (6.11.1938—22.10.2018), рәссам, педагог. 1962—2018 йылдарҙа Өфө сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. 1970 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡорт АССР‑ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы. Урыҫ-Юрмаш ауылынан[6][7].
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҡтисад
үҙгәртергәРайонда «Кроношпан Башҡортостан» яуаплығы сикләнғән йәмғиәт урынлашҡан (Кириллов ауыл советы (Өфө районы), Дорогино, Венская урамы, 100)[19]. Эшмәкәрлек йүнәлеше — ағас эшкәртеү сәнәғәте. HPL панелдары, ламинат, ДСП, ДВП плиталары һәм башҡа төр продукция етештерә.
-
HPL панелдары
-
HPL панелдары
-
HPL панелдарынан биҙәлгән йорт
-
HPL панелдары эшләү процессы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.gks.ru/dbscripts/munst/munst80/DBInet.cgi?pl=8006001
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Алымов Алексей Михайлович 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ильин Александр Алексеевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Креков Фёдор Андреевич 2016 йыл 22 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Салманов Григорий Иванович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы —Пегов Виктор Николаевич 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 31 октябрь 2018)
- ↑ Ушел из жизни известный живописец Виктор Пегов. Министерство культуры Республики Башкортостан. Официальный сайт. 23 Октября 2018 года 2020 йыл 29 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 31 октябрь 2018)
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ [1] 2017 йыл 22 июль архивланған.