Проскурякова Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы

Китапханасы, хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе

Проскурякова Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы (1 ғинуар 1955 йыл) — хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. 1983—2015 йылдарҙа Яңауыл үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры. 2013 йылдан райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005).

Проскурякова Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Вотяк Ушъяҙы ауылы, Яңы Уртауыл ауыл Советы, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө китапханасы, йәмәғәт эшмәкәре, Хеҙмәт ветераны (исем)
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы Проскурякова (ҡыҙ фамилияһы Фәрхетдинова) 1955 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Вотяк Ушъяҙы ауылында тыуған.

1962—1970 йылдарҙа ошо райондың Вәрәшбаш ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә, шунан һуң хәҙерге Яңауыл ҡалаһындағы Радик Гәрәев исемендәге 3-сө урта мәктәптә уҡый. Урта белем алғандан һуң 1972—1973 йылдарҙа Удмурт АССР-ының Ҡаракулин районының «Прогресс» колхозында бухгалтер булып эшләй.

Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген Яңауыл район үҙәк балалар китапханаһының уҡыу залы мөдире вазифаһында дауам итә, 1976 йылдан китапхананың методисы була. 1983 йылда етәксе эшкә үрләтелә: Яңауыл үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры итеп тәғәйенләнә һәм 2015 йылғаса шунда хеҙмәт һала.

Илһөйәр Проскурякова 1976 йылда Өфө китапхана техникумын, 1981 йылда — Ҡазан мәҙәниәт институтын тамамлай.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • 1982—1989 йылдар: халыҡ депутаттарының Яңауыл ҡасаба Советы депутаты.
  • 2004—2012 йылдар: Яңауыл районы муниципаль районының I һәм II саҡырылыш Яңауыл ҡала биләмәһе Советы депутаты.
  • 2013 йылдан: Яңауыл районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе[1].
  • 2018 йылдан: Яңауыл районы хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советының һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр һәм социаль сәйәсәт, ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе.
  • Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының президиум ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005)[2]
  • Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының һәм Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Почёт грамотаһы (2004).
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2002).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә