Яңауыл
Яңауыл — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы ҡала.
Ҡала | |||||
Яңауыл Яңауыл | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Ҡала | |||||
Координаталар | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
26 км² | ||||
Бейеклеге |
100 м | ||||
Халҡы |
▼ 26 924 кеше (2010) | ||||
Этнохороним |
яңауылдар | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+7 34760 | ||||
Почта индексы |
452800 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
02, 102 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
Физик-географик характеристика
үҙгәртергәӨфө ҡалаһынан 218 км алыҫлыҡта, Яңауыл һәм Беүә йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан. Ҡала аша Горький тимер юлы (Ҡазан—Екатеринбург участкаһы) үтә, бында уның Ижевск бүлексәһенә ҡараған Яңауыл тимер юл станцияһы урынлашҡан. .
Тарихы
үҙгәртергәЯңауыл — бай тарихлы ҡала. Уның тамырҙары алыҫ XVI—XVII быуаттарға барып тоташа. Ул бәләкәй генә ауыл булып барлыҡҡа килә. 1770 йылдарға тиклем ауылды урыҫтар «Новая» тип йөрөтәләр, халыҡ «Яңауыл» тип атағанға күрә, тарихҡа ул «Янаево» булараҡ ингән. Документта уның исеме тәүге тапҡыр 1750 йылда телгә алына. Телгә алыныу нигеҙ һалынған йылды аңлатмай. Уның тарихы күпкә алдараҡ башланған тигән һүҙ. 1795 йылда бында 30 йорт булып, 173 кеше йәшәй. 1920 йылда 105 йортта 685 кеше көн иткән.
1909—1914 йылдарҙа Ҡазан-Екатеринбург тимер юлы төҙөлә. Тимер юл бер-береһенән бер саҡрым йыраҡлыҡта ғына ятҡан Иванай (Иманай, Йобанай) һәм Яңауыл ауылдары араһынан үтә. Бында станция төҙөлә. Уға Яңауыл исеме бирелә. 1916 йылда беренсе поезд үтә. Станцияны 1919 йылда В. М. Азин аҡтарҙан азат итә.
1938 йылда Яңауыл, Иванай, Ҡыҙыл Октябрь бергә ҡушыла һәм «Яңауыл» эшселәр ҡасабаһы тип атала башлай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Яңауыл үҫә, нығый.
1990 йылда Яңауылға ҡала статусы бирелә.
2004 йылдан башлап Яңауылда Фәтих Иҡсанов исемендәге призға «Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсы үткәрелә. 2013 йылдан ул «Рәсәй мәҙәниәте» тип аталған маҡсатлы федераль программаға индерелә. Был сараға 1985 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының ул ваҡыттағы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов нигеҙ һалған. «Тальян байрамы» исеме менән бер нисә тапҡыр ойошторолғандан һуң, ул төрлө сәбәптәр арҡаһында туҡтап ҡалғас, яңауылдар сараны яңынан тергеҙә[1].
Ҡала паркында гармунға махсус һәйкәл ҡуйылған.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә
|
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[16] ҡалаһы араһында [17] 375-се урында була.
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы: башҡорттар — 39,4 %, татарҙар — 29,9 %, урыҫтар — 16,5 %, удмурттар — 9 %, мариҙар — 3,9 %, башҡа милләт вәкилдәре — 1,3 %[18].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Лоскутов Виктор Георгиевич (27.09.1923—23.02.1970), Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, Тымыҡ океан флоты Хәрби-Һауа көстәренең бомбардировщиктар дивизияһы осоусыһы, майор. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Сазонова (Иванова) Светлана Романовна (6.10.1943), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы, профессор. СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника буйынса премияһы лауреаты[19]
- Гәрәев Радик Арыҫлан улы (23 март 1956 йыл— 29 октябрь 1996 йыл) — башҡорт опера һәм эстрада йырсыһы (баритон), музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, шул иҫәптән 1990—1995 йылдарҙа театр директоры, бер үк ваҡытта 1991—1995 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) халыҡ артисы. Халыҡ-ара сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты
Сәнәғәт
үҙгәртергәҠалалағы төп сәнәғәт предприятиелары:
- АНК «Башнефть» «Башнефть-Яңауыл» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы.
- май, сыр комбинаты
- элеватор
- икмәк заводы
- төҙөлөш материалдары заводы
Транспорт
үҙгәртергәҠазан–Екатеринбург (Горький тимер юлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап 69 км). Дөйөм йүнәлеше – көнбайыштан көнсығышҡа. Яңауыл ҡалаһы һәм районы аша үтә.
Ҡала — матбуғатта
үҙгәртергә- Нуретдинов А. Күмәкләгән — яу ҡайтарған. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 17 август[20].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт администрации городского поселения Янаул
- Справочник Янаула
- Историко-краеведческий музей городского поселения Янаул 2022 йыл 18 ғинуар архивланған.
- «Янаул, ты в сердце нашем…» 2009 йыл 24 октябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Яңғыратты Яңауылды көмөш моң «Башҡортостан» гәзите, 2015, 2 июнь(недоступная ссылка)
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 Народная энциклопедия «Мой город». Янаул . Дата обращения: 9 октябрь 2013. Архивировано 9 октябрь 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года по Республике Башкортостан(недоступная ссылка)
- ↑ [http://www.journal-ufa.ru/index.php?id=600&num=60 Айдар Хусаинов. Непрерывная нить оптимизма. Журнал «Уфа». № 11 (60), Ноябрь 2006 года] (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2018)
- ↑ 2017 йыл 28 май [https://web.archive.org/web/20170528053229/http://bashgazet.ru/obshestvo/23355-kmklgn-yau-aytaran.html архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. 2017 йыл 28 май архивланған. , 2016, 17 август] 2017 йыл 28 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 июнь 2017)