1 октябрь
көнө
1 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 274-се көнө (кәбисә йылында 275-се). Йыл аҙағына тиклем 91 көн ҡала.
1 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Оло йәштәгеләр көнө.
- Балет көнө.
- * Музыка көнө.
- Ер: Вегетарианлыҡ көнө.
- Йылмайыу көнө.
- Какао һәм шоколад көнө.
- Ҡәһүә көнө.
- Ҡабатлау таблицаһы көнө.
- Ирландия: Картуф көнө.
- Камерун: Берләшеү көнө.
- Кипр: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Ҡытай: Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолған көн.
- Камерун: Берләшеү көнө.
- Нигерия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Сингапур: Балалар көнө.
- Украина: Ветерандар көнө.
- Рәсәй: Ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө.
- Әзербайжан: Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Үзбәкстан: Уҡытыусылар көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1830: Александр Пушкин «Евгений Онегин» романын тамамлай.
- 1988: Советтар Союзы футбол командаһы Олимпия чемпионы була.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Пугаев Степан Александрович (1910—28.12.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының отделение командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Кобзев Николай Никифорович (1925—1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Гвардия полковнигы (1980). Дан орденының тулы кавалеры.
- Куповых Пётр Николаевич (1930—26.05.1985), ғалим-инженер-механик. 1958 йылдан Октябрьский ҡалаһындағы Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институтының өлкән инженеры, отряд начальнигы, 1965 йылдан — баш геофизигы, 1975—1983 йылдарҙа лаборатория мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1975). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Иҫке Балаҡатай ауылынан.
- Зөфәр Сабирйәнов (1935—24.12.2014), журналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Иҫке Балтас ауылынан.
- Биғлова Рәйсә Йыһандар ҡыҙы (1950), ғалим-химик-органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1999), профессор. (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986).
- Никон II (донъяуи исеме Васюков Николай Николаевич; 1950), дин эшмәкәре, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты, дини тәғлимәт кандидаты. Дуҫлыҡ (2000) һәм Почёт (2011) ордендары, христиан сиркәүе наградалары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Тамбов өлкәһенең Марьевка ауылынан.
- Белов Владимир Викторович (1960), Рәсәйҙең опера йырсыһы (тенор). 2003—2010 йылдарҙа Милли симфоник оркестр директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2003), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) артисы, М. И. Глинка исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты (1993).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бикҡужина Тутыя Әғзәм ҡыҙы (1926—3.09.2008), ғалим-педагог. 1965—2000 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1972), доцент. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986).
- Кормильцева Таисия Михайловна (1936), педагогик хеҙмәт ветераны. 1965—2003 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы 9-сы урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1976) һәм РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980).
- Аҡтуғанов Фирҙәүес Сәләм улы (1941), хеҙмәт ветераны, инженер-химик-технолог. 1961—2004 йылдарҙа Салауат Нефть химияһы заводы хеҙмәткәре. Башҡортостандың атҡаҙанған рационализаторы (1992), СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1991) һәм СССР рационализаторы (1987), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылынан.
- Ефимова Сталина Семеновна (1941), педагогик хеҙмәт ветераны. 2008 йылға тиклем Күмертау ҡалаһы 3-сө урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988).
- Каманин Валерий Александрович (1946—25.03.2006), хужалыҡ эшмәкәре. 1986—2001 йылдарҙа Салауат ТЭЦ-ы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
- Энгельс Ҡолмөхәмәтов (1951), дәүләт, комсомол һәм хужалыҡ органдары ветераны, ғалим-иҡтисадсы. Рәсәй Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы (2007—2011), Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007). Һалым полицияһының отставкалағы генерал-лейтенанты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, СССР-ҙың Халыҡтар Дуҫлығы һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
- Петрова Лидия Викторовна (1956), табип-акушер-гинеколог, йәмәғәтсе. 1993 йылдан Салауат ҡала дауаханаһы табибы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтсәндәре профсоюзының ҡала комитеты рәйесе. 1999—2004 йылдарҙа ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Ташлыкүл ауылынан.
- Белоусов Артём Васильевич (1981), спортсы. 2005—2009 йылдарҙа конькиҙа уҙышыу буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Бөтә донъя универсиадаһында ҡатнашыусы (Ҡытай, Харбин, 2009). Рәсәй чемпионы (2009) һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара спорт мастеры. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рычков Пётр Иванович (1712—15.10.1777), Рәсәй империяһы ғалимы, географ, иҡтисадсы, тарих, Санкт-Петербург Фәндәр академияһының беренсе ағза-корреспонденты (1759). Коллегия советнигы (1751), сауҙәгәр. Башҡортостан тарихын өйрәнеүсе, Көньяҡ Уралдың географияһы, иҡтисады, этнографияһы буйынса энциклопедик хеҙмәт һаналған «Ырымбур губернаһы топографияһы»ның авторы.
- Маннанов Шакир Фәтих улы (1917—23.04.1973), Бөйөк Ватан һуғышы яугире. Уҡсылар полкының тоҫҡаусыһы, орудие командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры. Ошо орден менән дүрт тапҡыр бүләкләнгән 29 һуғышсының береһе.
- Ғәлимова Венера Хәким ҡыҙы (1937), балет артисы, 1956—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1985—2011 йылдарҙа Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһы (2009 йылдан колледж) уҡытыусы-методисы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1975) артисы.
- Карамов Фәйзелғаян Баян улы (1942), Ҡариҙел районы «Үрнәк» колхозының ветеран-механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Насиров Хәлим Мосауир улы (1942—24.10.2003), фармаколог, медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996). Сығышы менән Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылынан.
- Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы (1942), бейеүсе, педагог. 1973 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 йылдан — уҡытыусы-репетиторы, бер уҡ ваҡытта 2004 йылдан — Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһының, 2008 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Черепахин Сергей Павлович (1923—4.02.1989), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Григорьев Иван Васильевич (1933—6.05.2014), хужалыҡ эшмәкәре. 1975—2008 йылдарҙа — Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Россия» дәүләт токомсолоҡ заводы (һуңынан ауыл хужалығы производство кооперативы) директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сосновка районының почётлы гражданы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Савельевка ауылынан.
- Мөлөков Харис Яҡуп улы (1938—28.10.2012), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).
- Таң Йәнекәев (1948), театр рәссамы. 1977 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар, 1979 йылдан — Театр эшмәкәрҙәре союздары ағзаһы (1979). БАССР-ҙың (1980) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1981) лауреаты.
- Хисамова Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы (1948), шағир, мәғариф ветераны. 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем хеҙмәткәре.
- Девейкина Любовь Федоровна (1958), хеҙмәт ветераны, инженер-технолог, Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке баш металлург урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металургы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Крашенников Ипполит Михайлович (1884—27.10.1947), ғалим-геоботаник һәм фитогеограф. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан комплекслы экспедицияһы составында үҫемлектәрҙең республика биләмәләрендә таралыуын һәм характерын билдәләүсе дөйөм физик‑географик шарттарҙы өйрәнеүсе, үҫемлектәрҙең зональ төрҙәрен тасуирлаусы. Биология фәндәре докторы (1934), профессор (1939). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1947). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Шәрипов Айрат Хәйҙәр улы (1929—9.01.2015), ғалим-химик‑технолог. 1960 йылдан Нефтехимия производстволары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1968 йылдан – лаборатория мөдире; 1993—2008 йылдарҙа — Нефтехимия һәм катализ институтында ғилми төркөм етәксеһе һәм төп ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр кандидаты (1965). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылынан.
- Ғәзим Шафиҡов (1939—28.01.2009), Башҡортостандың рус телендә ижад иткән шағиры. Прозаик, драматург, сценарист, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы. 1977 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1992), Сергей Чекмарёв исемендәге (1989), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге (1992), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (1995), Рәми Ғарипов исемендәге (1998) премиялар лауреаты.
- Маркушев Михаил Вячеславович (1959), инженер‑механик. 1981 йылдан «Тантал» махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһы хеҙмәткәре, 1990 йылдан — Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1995 йылдан — сектор мөдире, 2007 йылдан — лабораторя мөдире. Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Назаров Айрат Әхмәт улы (1959), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Байыш ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1971: Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы (1946).
- 1976: Сөләймәнов Фәтҡелҡадир Мостафа улы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, яҙыусы, төркиәтсе.
- 2009: Зәйтүнә Насретдинова, башҡорт балеринаһы, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).