7 декабрь
көнө
7 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 341-се көнө (кәбисә йылында 342-се). Йыл тамамланыуға 24 көн ҡала.
7 декабрь | |
![]() |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Граждандар авиацияһы көнө.
- Украина: Урындағы үҙидаралыҡ көнө.
- Рәсәй: Хәрби-Космос көстәренең инженер-авиция хеҙмәте көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рәшит Фазлый (Фазлыев Рәшит Әхмәт улы; 1930), яҙыусы һәм шағир, 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Бишҡурай ауылынан.
- Казанцев Юрий Васильевич (1935—25.03.2011), ғалим-тау инженеры, геолог. 1975—2006 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Геология институтының лаборатория мөдире, 2006—2011 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), геология-минералогия фәндәре докторы (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
- Кәримова Лия Фридон ҡыҙы (1960), музыка педагогы. Өфөләге Урта махсус музыка колледжының махсус фортепиано класы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй конкурстары дипломанты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы (1918—14.11.2002), ғалим-табип, нейрохирург. Медицина фәндәре докторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте подполковнигы. Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Иҫке Турай ауылынан.
- Мушников Георгий Иустинович (1923—3.02.1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусыһы, гвардия подполковнигы (1958). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Флүр Ғәлимов (1958), яҙыусы. Рәсәй Федерацияһының (2019) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Юность» журналының Валентин Катаев исемендәге премияһы лауреаты (2018).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Иванов Николай Михайлович (1919—1.09.1987), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1956—1975 йылдарҙа Өфө районының «Родина» колхозы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин (1966) һәм Октябрь Революцияһы (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Булгаков ауылынан.
- Кулагин Валерий Фёдорович (1939), хеҙмәт ветераны, ғалим-вирусолог. 1969—2011 йылдарҙа хәҙерге «Иммунопрепарат» предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1988—2009 йылдарҙа директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы үҙәге Ҡариҙел ауылынан.
- Хисмәтуллин Рәшит Сәғит улы (1944), юрист, дәүләт һәм суд органдары эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1993—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының юстиция министры. Юридик фәндәр докторы (2002). Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2000). Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Себучар станцияһы ауылынан.
- Порошин Юрий Георгиевич (1949), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1996—2013 йылдарҙа Өфө агрегат производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы машина эшләүсеһе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән, 2-се дәрәжәле «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы эйәһе (2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Шакиров Рәмил Мөнир улы (1954), цирк артисы, 1973—1983 (өҙөклөк менән) һәм 1991—1999 йылдарҙа ат өҫтөндә оҫта йөрөүсе‑һыбайлылар, ағалы-энеле бер туған Шакировтарҙың «Башҡортостан егеттәре» атлы цирк труппаһы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Келәш ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 43 б.э.т. — Марк Туллий Цицерон, Боронғо Рим философы.
- 1804: Иоганн Тобиас Ловиц, Рәсәй империяһы химигы, сығышы менән Германиянан.
- 1912: Джордж Дарвин, Англия астрономы, математик, Чарльз Дарвиндың икенсе улы.
- 1937: Ғәббәс Дәүләтшин, башҡорт телсеһе, сәйәси золом ҡорбаны.