31 декабрь
көнө
31 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 365-се көнө (кәбисә йылында 366-сы). Йылдың һуңғы көнө.
31 декабрь | |
![]() | |
![]() |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Яңы йыл алды.
- Әзербайжан: Бөтә донъя әзербайжандарының теләктәшлек көнө.
- Ҡырғыҙстан: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1898: Мәскәү — Санкт-Петербург телефон линияһы эшләй башлай.
- 1960: Волгоградта троллейбус йөрөй башлай.
- 1960: Хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты ойошторола.
- 1968: Тауыштан тиҙ осоусы «Ту-144» пассажир самолёты беренсе осош яһай.
- 1970: Кемерово өлкәһе икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә.
- 1999: Рәсәйҙең беренсе Президенты Борис Ельцин отставкаға китә, Президент вазифаһын башҡарыусы итеп Владимир Путинды тәғәйенләй.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сюткин Пётр Иванович (1915—14.08.1954), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танк бригадаһының взвод командиры, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1946).
- Абрамов Алексей Фёдорович (1925—12.06.2010), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк ротаһы десантсыһы, кесе сержант. Дан орденының тулы һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1972) ордены кавалеры.
- Яҡупов Радик Ғиззәт улы (1935–22.02.2011), ғалим-инженер-механик. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—1989 йылдарҙа машина деталдәре һәм механизмдар теорияһы кафедраһы мөдире; 2001 йылдан – хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Механика институты хеҙмәткәре, 2007 йылдан – баш ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ибрай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бәхтизин Нәзиф Раян улы (1927—21.10.2007), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1991), ауыл хужалығы кандидаты (1955), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Комлев Василий Павлович (1918—2003), партия, хужалыҡ һәм юғары мәктәп эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссия биләмәләрендә партизандар хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе, һуғыштан һуң Витебск өлкә башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. 1960 йылдан иҡтисадсы-ғалим, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент (1960). Ике Ленин һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Верхотор ауылынан.
- Харисов Фәррүх Харис улы (1918—13.01.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарсы һәләк булған яугир, артиллерия полкының разведка отделениеһы командиры, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
- Вәхитов Ғәҙел Ғәләүетдин улы (1928), ғалим-инженер‑нефтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1999), техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). Татар АССР‑ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ҡаҙаҡ ССР-ының Дәүләт премияһы (1984), СССР Министрҙар Советы премияһы (1981), И. М. Губкин исемендәге премиялар (1969, 1981) лауреаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Татар АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1996), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Чекмарёв Сергей Иванович (1909—11.05.1933), шағир, ауыл хужалығы белгесе. 1932—1933 йылдарҙа Хәйбулла районының «Таналыҡ» һәм Ейәнсура районының «Инәк» совхоздары зоотехнигы. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976, үлгәндән һуң). Сығышы менән Мәскәүҙән.
- Вәсилә Фәттәхова (1979—26.01.2016), эстрада йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының (2015) һәм Татарстан Республикаһының (2015) атҡаҙанған артисы.
- Фәйзуллин Шамил Кәшфулла улы (1939), инженер, химик-технолог, 1957—2005 йылдарҙа «Салаватнефтеоргсинтез» (хәҙер «Газпром Нефтехим Салауат») йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1997).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1869: Анри Матисс, Франция рәссамы.
- 1908: Симон Визенталь, Австрияла тыуған йәһүд, архитектор һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1937: Энтони Хопкинс, Британия актёры.
- 1941: Алекс Фергюсон, 1986—2013 йылдарҙа «Манчестер Юнайтед» футбол клубының баш тренеры.
- 1946: Людмила Пахомова, СССР фигурисы, Олимпия чемпионы (1976).
- 1948: Донна Саммер, АҠШ йырсыһы.
- 1948: Регина Дубовицкая, Рәсәйҙең телетапшырыуҙар алып барыусыһы.
- 1973: Николай Цискаридзе, СССР һәм Рәсәй балет артисты, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1719: Джон Флемстид, Англия астрономы.
- 1916: Рене-Поль Шутценбергер, Франция рәссамы.
- 1936: Мигель де Унамуно, Испания философы, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1944: Анна Афанасьевна Морозова, СССР-ҙың партизан-разведчигы, Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- 1951: Максим Максимович Литвинов, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, дипломат. 1930—1936 йылдарҙа СССР-ҙың сит ил эштәре халыҡ комиссары.
- 1970: Николай Николаевич Андреев, СССР физигы, фәнни акустика мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1970).
- 1972: Андрей Николаевич Белозерский, СССР биохимигы, молекуляр биологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).
- 1980: Маршалл Маклюэн, Канада социологы, филолог һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1985: Ғабит Мәхмүт улы Мусрепов, СССР яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974), Ҡаҙағстандың халыҡ яҙыусыһы (1984).
- 1990: Иосиф Абрамович Рапопорт, СССР-ҙың ғалим-генетигы, Ленин премияһы лауреаты (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1993: Михаил Александрович Дудин, СССР шағиры, тәржемәсе, хәрби хәбәрсе, йәмәғәт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
- 1996: Лев Иванович Ошанин, шағир, йырҙар авторы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1950)
- 2004: Жерар Дебрё, АҠШ иҡтсадсыһы, Нобель премияһы лауреаты (1983).