5 май
көнө
5 май — григориан стиле буйынса йылдың 125-се (кәбисә йылында 126-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 240 көн ҡала.
5 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
5 май Викимилектә |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя аралашыуҙар көнө.
- Инвалидтар хоҡуҡтары өсөн көрәш көнө.
- Ер: Акушерҙар көнө.
- Беларусь: Матбуғат көнө.
- Ҡырғыҙстан: Конституция көнө.
- Ер: Акушерҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Водолаздар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Шифрлаусылар көнө.
- 1836: Бельгияла Европалағы беренсе тимер юл сафҡа инә.
- 1912: «Правда» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
тулы исемлек
- 1921: Францияла «Chanel No. 5» хушбуйы тәү тапҡыр тәҡдим ителә.
- 1944: Каменск-Уральский ҡалаһында металлургия заводы эшләй башлай.
- 1949: Лондонда Европа Советы Уставына ҡул ҡуйыла. Был көн «Европа көнө» булараҡ билдәләнә.
- 1949: «Өфөоргсинтез» берекмәһе файҙаланыуға тапшырыла.
- 1951: Британияла уйнау өсөн йыйылған махсус копьютерҙы эшләтеп күрһәтәләр.
- 1956: Токиола дзюдо буйынса тәүге донъя чемпинаты үтә.
- 1975: Ленинградтың Киров исемендәге заводында беренсе 300 ат көслө «К-701» тракторҙары эшләп сығарыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәғитов Нурғәли Хәбибулла улы (1905—12.04.1971), ғалим-селекционер. 1962 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1951). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Һынны ауылынан.
- Сафронова Вера Ивановна (1935), хеҙмәт ветераны. Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозының элекке машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Азаматов Дамир Мостафа улы (1940—27.11.2020), ғалим-философ. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡытыусыһы, профессор-консультанты. Рәсәй Федерацияһы Сәйәси фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы (1886—14.04.1938), башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Аритҡолов Дәүләт Шаһи улы (1901—23.02.1943), Рәсәйҙә Граждандар һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының штаб начальнигы урынбаҫары, майор. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).
тулы исемлек
- Ишбулатов Ғәле (Шаһиғәле) Ирғәли улы (1906—1982), нәшерсе. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1938—1969 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Мағазова Хазина Нурмөхәмәт ҡыҙы (1916—10.05.1998), бейеүсе. 1939 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1956—1966 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы; 1970—1972 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Мәскәүҙә 1955 йылда үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1949). Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1949, 1956) кавалеры. Бөтә Союз эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1939).
- Хилажев Мәүлит Хилаж улы (1916—30.08.1997), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының орудие төҙәүсеһе, ефрейтор. Дан орденының тулы кавалеры.
- Ҡолдәүләтова Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1960—2016 йылдарҙа Бөрйән районы үҙәк дауаханаһының табип-акушеры һәм гинекологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1984), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1974), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Собханғол ауылынан.
- Новиков Михаил Николаевич (1941), хеҙмәт ветераны, кинооператор. 1998 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Кинематографсылар союздары, 2000 йылдан — Башҡортостандың Фоторәссамдар союзы ағзаһы. 1971 йылдан Свердловск киностудияһы кинооператоры, 1976 йылдан — Өфө кинохроника пунктының үҙ хәбәрсеһе; 1993—1997 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһы директоры. «Почёт Билдәһе» ордены (1981) кавалеры. Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан.
- Әхмәтов Роберт Сәлим улы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург, йәмәғәтсе. 1980—2002 йылдарҙа Өфөнөң 15-се дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985).
- Шәйхетдинов Рөстәм Рәжәп улы (1976), Рәсәй пианисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2001), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014), халыҡ-ара һәм республика пианистар конкурстары, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Атанғолов Абдрахман Абдулғәлим улы (1912—1.08.1990), ғалим-тау инженеры, педагог, хужалыҡ эшмәкәре. 1963 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш инженеры, директоры һәм директор урынбаҫары; 1967 йылдан Учалы тау-механика техникумының бүлек мөдире, директорҙың уҡыу-производство эштәре буйынса урынбаҫары, директоры. 1970—1975 йылдарҙа Төмән индустриаль институтының өлкән уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1968), доцент (1970). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Һабыр ауылынан.
- Биктин Йыһангир Сәйфетдин улы (1922—6.12.1996), уҡытыусы, муниципаль хеҙмәткәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Баймаҡ районы Юлыҡ ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе, 1953—1956 йылдарҙа район советы башҡарма комитеты секретары; 1962 йылдан «Сельхозтехника» район берекмәһенең келәт мөдире, 1963—1983 йылдарҙа — директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) ордендары кавалеры. Сығышы менән Юлыҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Нәбиуллин Зөфәр Хәммәҙейәр улы (1922—?), колхоз бригадиры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, инженер батальоны сапёры, отделение командиры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылынан.
- Солтанова Зифа Йәһүҙә ҡыҙы (1932—24.01.2011), педагог. 1956 йылдан Әбйәлил районы, шул иҫәптән 1961 йылдан — Таштимер, 1973—1988 йылдарҙа Михайловка урта мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан.
- Төхвәтуллина Шәһиҙә Абдулла ҡыҙы (1932—9.02.2005), малсы. 1950—1970 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозының һарыҡ ҡараусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Баймырҙа ауылынан.
- Зайцев Геннадий Александрович (1937—18.02.1998), журналист һәм шағир. 1967 йылдан Иглин район «Свет Октября» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, 1971 йылдан — хаттар бүлеге мөдире. 1975—1980 йылдарҙа — Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире; 1983—1986 йылдарҙа Иглин район гәзите мөхәррире, артабан «Иглинские новости» гәзите редакцияһының радиотапшырыу бүлеге һәм социаль-иҡтисад бүлеге мөдире. 1991 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Йоносбаева Гөлсирә Муллахәмит ҡыҙы (1937), малсы. 1952—1994 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы малсыһы, шул иҫәптән 1954 йылдан — сусҡа ҡараусы, 1961 йылдан — һауынсы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1974). Сығышы менән ошо райондың Аҡтау ауылынан.
- Абрамов Виталий Константинович (1947), инженер. 1964 йылдан Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, 1980 йылдан цех, бүлек начальнигы, 1983 йылдан — директор урынбаҫары, 1989 йылдан — генераль директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары, 1992 йылдан — генераль директор. 1994—1996 йылдан Өфө агрегат производство берекмәһе генераль директор урынбаҫары. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1989). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).
- Хәйбуллина Светлана Марат ҡыҙы (1947), педагог. 2001—2011 йылдарҙа Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1983), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2020).
- Шәретдинов Эдуард Фәүзи улы (1947), ғалим-хоҡуҡ белгесе, хоҡуҡ һаҡлау, партия һәм дәүләт органдары ветераны. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бадак Иван Игнатьевич (1923—10.01.2015), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1956 йылдан Сиҙәм урта мәктәбе директоры, 1974 йылдан — уҡытыусы, 1987 йылдан— уҡытыу-тәрбиә эштәре мөдире. 1-се (1985) һәм 2-се (1976) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Ибраһимов Тәлғәт Фәттәх улы (1923—2003), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Әбйәлил районы Әлмөхәмәт икмәк ҡабул итеү пунктының элекке өлкән мастеры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Йәһүҙин Вәкил Йәһүҙә улы (1923—23.10.2004), тау инженеры, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960—1981 йылдарҙа Әбйәлил геология-эҙләнеү партияһы радиометрисы, тау мастеры, инженеры. 1984—2004 йылдарҙа Күсем ауыл советының ветерандар советы рәйесе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1944) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ташбулат ауылынан.
- Теләүбаев Сәләхетдин Хөснөтдин улы (1923—30.04.2000), малсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозының келәт мөдире, ат ҡараусыһы, 1955 йылдан Сатра фермаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1980).
- Рахаев Фёдор Семёнович (1933—29.10.2003), киномеханик. 1950 йылдан Әбйәлил район кинофикация бүлеге моторисы, 1951 йылдан Йәнгел киностационары киномеханигы; 1957 йылдан «Урал» совхозы радиотехнигы; 1970 йылдан район элемтә узелы электромеханигы; 1987—2000 йылдарҙа «Урал» совхозы киномеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971), СССР-ҙың кинематография отличнигы (1966). Сығышы менән ошо райондың Гусев ауылынан.
- Николаева Мәфрүзә Мөхтәр ҡыҙы (1948), педагог, 1973—2004 йылдарҙа Баймаҡтағы 58-се һөнәри училище мастеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү хеҙмәткәре (1988) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Буранбай ауылынан.
- Хәлимова Зәйтүнә Фәйез ҡыҙы (1953), акушер-гинеколог. 1976 йылдан Өфө ҡалаһының 6-сы бала табыу йорто һәм 13-сө клиник дауаханаһы, 1981 йылдан — Белорет бала табыу йорто, 1988 йылдан — Ишембай үҙәк район дауаханаһының акушер-гинекологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Асҡар ауылынан.
- Сәфәров Альберт Тәлғәт улы (1958), спортсы, судья һәм тренер. Биатлон буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1979), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999).
- Әбүбәкеров Рәил Риф улы (1968), ветеринария табибы, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1993 йылдан Баймаҡ район ветеринария станцияһының ветеринария табибы, 2002 йылдан Фрунзе исемендәге колхоз һәм «Байҡара» агрофирмаһы директоры; 2008 йылдан район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы Дәүләт ветеринария күҙәтеүенең Баймаҡ территориаль бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы (1894—5.03.1947), театр актёры, ҡурайсы, бейеүсе һәм йырсы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1920—1947 йылдарҙа (өҙөклөк менән) хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, режиссёры һәм директоры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1944).
- Ғиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улы (1904—15.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Ибраһим ауылынан.
тулы исемлек
- Байдин Николай Анатольевич (1919—7.07.1993), электр менән иретеп йәбештереүсе. 1946 йылдан Өфөләге «Нефтепроводмонтаж» тресының иретеп йәбештереүсеһе, 1959—1987 йылдарҙа — производствоға өйрәтеү мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Уҫы районы Гамица ауылынан.
- Антонова Альбина Закир ҡыҙы (1929—2020), офтальмолог-табип. 1952–2003 йылдарҙа Баймаҡ район үҙәк дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1957–1982 йылдарҙа — трахома диспансере мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы.
- Сидоров Валерий Александрович (1954—4.08.2020), педагог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999 йылдан Өфө район Советы рәйесе урынбаҫары, 2002 йылдан — район хакимиәте башлығы урынбаҫары; 2004 йылдан Өфө район Советы секретары. Башҡортостан сыуаштары Канашы (съезы) башҡарма комитетының элекке (1999 йылдан) рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1998), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Ермолкин ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1815: Эжен Марен Лабиш, Франция драматургы, комедиограф, водевилдар авторы.
- 1818: Карл Маркс, Германия философы, сәйәсмән. Коммунизм теорияһына нигеҙ һалыусы.
тулы исемлек
- 1905: Мария Канилья, Италияның опера йырсыһы (сопрано).
- 1915: Евгений Долматовский, шағир, йыр текстары авторы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
- 1925: Владимир Вавилов, СССР музыканты, композитор.
- 1935: Рифат Ибраһимов, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, дәүләт хеҙмәткәре, Түбәнге Новгород өлкәһенең «Туган як» гәзитен ойоштороусы.
- 1940: Лэнс Хенриксен, АҠШ актёры.
- 1940: Михаил Юзовский, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, театр белгесе.
- 1940: Лион Измайлов, Рәсәйҙең сатирик яҙыусыһы.
- 1980: Йосси Бенаюн, Израиль футболсыһы.
- 1821: Наполеон I, Франция императоры.
- 1977: Арыҫлан Мөбәрәков, актёр, режиссёр, драматург, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).