Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы

Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы (1 ғинуар 1968 йыл) — башҡорт шағиры. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Айһылыу Ғарифуллина
Тыуған көнө:

1 ғинуар 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (56 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы , Бөрйән районы Мәһәҙей ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

уҡытыусы, журналист, шағир

Жанр:

шиғриәт

Биографияһы үҙгәртергә

Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина 1968 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында тыуған. Ул — туғыҙ балалы ишле ғаиләлә етенсе бала була.

Башланғыс белемде тыуған ауылындағы мәктәптә ала. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, Белорет һөнәрселек училищеһендә тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡый. Ундағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә.

Университетты тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған районының Ҡолғана ауыл мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай. Ун йылдан ашыу мәғәриф өлкәһендә эшләй. 2002 йылдан Бөрйән районы «Таң» гәзитендә бүлек мөдире.

«Гөрләүек», «Йондоҙ асам» шиғыр китаптары авторы. «Баҙал» ижади төркөмгә етәкселек итә. Әҙәбиәт өлкәһендә 80-се йылдарҙан. Үҙенең шиғриәте менән халҡы күңелендә ныҡлы урын биләгән инде. 2000 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Айһылыуҙың шиғырҙары дөйөм йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе, республика матбуғатында даими баҫылып тора.

Китаптары үҙгәртергә

  • Гөрләүек.
  • Аҡ ҡауырһын: шиғырҙар йыйынтығы.- Өфө: Китап.- 1995.- б. 5-36.
  • Йондоҙ асам // Көмөш йөҙөк: шиғырҙар.- Өфө: Китап, 1997.- 6.5-66.
  • Күреп өлгөр инде // Башҡорт шиғриәте антологияһы. Боронғонан алып XX быуат аҙағына тиклемге осор — Өфө: Китап, 2001.- 793
  • Ә мин һөйәм һаман… // Мөхәббәтнамә: шиғырҙар,- Өфө: Китап, 1997.- 6.220.
  • Успей увидеть.// Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков.- Уфа: Китап, 2007.- С. 443-44

Шағир хаҡында үҙгәртергә

«Айһылыу Ғарифуллинаның шиғриәтендә һәр поэтик образ йәнле күренеш, тәрән мәғәнәгә эйә. Тап ошо мәғәнәүи бәйләнеш шағирәнең поэтик донъяһының фекер даирәһен күҙ алдына баҫтыра. Был киңлектә һәр бер сыңдың үҙ моңо, үҙ ағышы бар. Тик ҡабатланмаҫ үҙенсәлек кенә быуаттарға һуҙылған бай традициялы башҡорт шиғриәтенә яңылыҡ өҫтәй».Зәки Әлибаев, филалогия фәндәре кандидаты.

«Айһылыу — тәбиғәт балаһы. Тыуып үҫкән Бөрйән районының мәғрүр тауҙары ла, ғорур һынлы ҡарағайҙары ла, аҡ сырайлы ҡайындары ла уның яҙмаларында ҡабатланмаҫ шиғри биҙәккә әүерелә».Гөлназ Ҡотоева, шағирә.

«Айһылыу Ғарифуллинаның мөхәббәт лирикаһы — берсә сабыр, берсә үпкәле, берсә һөйөүгә кинәнгән һөйөклө ҡатындың, наҙлы әсәнең ҡатмарлы һәм яҡты хистәренең сағылышы».Гөлсирә Ғиззәтуллина, яҙыусы.

«БӨЙӨКЛӨК — ЯБАЙЛЫҠТА ! Бөйөктәрҙән берәү әйткән был әйтемде. Хаҡ һүҙҙәр. Айһылыу Ғарифуллинаның шишмә ағышына оҡшап торған, халыҡсан шиғриәте телебеҙҙең ынйы мәрйене булып һибелгән диалекттары менән быға асыҡ дәлил була ала. Уның хис-тойғолары шиғырҙарында айырым бер нескәлек менән,һүҙ менән генә аңлата алмаҫлыҡ эске кисерештәр аша сағылыш таба. Ғүмере буйҙарына тел һағында тороусы беҙҙең остазыбыҙ Самат ағай Ғәбиҙуллиндың изге эшен тоғро дауам итеүсе лә ул Айһылыу! Мин уға шиғриәттә лә,тормошта ла яңы бейеклектәргә ирешеүен, беҙҙе яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырыуын теләйем ! Үҙе әйткәнсә:»…Оло һүҙҙәр әйтер кесе ҡыҙың Булып ҡалам һиңә, Бөрйәнем." Аминь, шулай булһын !" Зөфәр ВӘЛИТ, шағир.

Айһылыу Ғәрифуллинала бик көслө шағирәне таныйым. Уның фәлсәфәүи, лирик шиғырҙары бик оҡшай. Һәр әҫәрен уҡыған һайын үҙеңә бер үҙенсәлекле донъя асаһың. Тел, фекер байлығы уның ижадын йәмләй, сағыу биҙәктәр өҫтәй. Айһылыу бик әҙәпле, баҫалҡы, намыҫлы, иманлы кеше. Шиғриәт асманында уның тағы ла асығыраҡ яныуын, беҙҙе матур әҫәрҙәре менән гел генә һөйөндөрөп тороуын теләйем. Ул — Бөрйәнемдең моңло, талантлы, йырсы, бай күңелле кешеләр төйәге икәнен иҫбат итеүсе матур шәхес!Танзиля Дәүләтбирҙина, шағирә

Ҡабатланмаҫ ижад оҫтаһы, талантлы шәхес менән бергә эшләү бәхетенә эйә беҙҙең редак-ция хеҙмәткәрҙәре. Тура һүҙле, ҡыйыу, бер ерҙә лә баҙап ҡалмаҫ Айһылыу апайҙың хо-лоҡ-фиғеле ижадында көҙгөләй сағыла — уны күптәр үткер ҡәләмле журналист, тос фекер-ле шағирә булараҡ белә. Айһылыу Рәжәп ҡыҙы киң эрудициялы, ҡыҙыҡһыныусан, иғтибарлы һәм ғәйәт ҙур һүҙ байлығына эйә булыуы, шулай уҡ телдең бар нескәлектәрен белеүе, оператив эшләүе менән беҙҙең кеүек йәш журналистарға үрнәк булып тора. Уның кеүек милләт өсөн янып йәшәгән, милли проблемаларҙы күтәргән, әхлаҡ-дин мәсьәләләрен хәл итеү юлд-рын эҙләгән ҡәләм оҫталары барҙа башҡорт матбуғаты киләсәктә лә, үҙ уҡыусыһын юғалтмай, йәшәйәсәк һәм йәмғиәт тормошон мөмкин тиклем ыңғай яҡҡа үҙгәртеүгә тос өлөшөн индерәсәк. Миләүшә Ҡасимова-Мырҙағолова, журналист

Моңло күңелле, һутлы телле шағирә ул. Шағирәнә күңел хистәре моң менән ҡауышып, А.Туҡтағолов, М. Солтановалар музыкаһына мәңгелек ҡиммәттәр хаҡындағы йырҙар менән тулыландырҙы сәнғәт илен. (Күптәр был йырҙар А.Ғарифуллина һүҙҙәренә икәнен дә белмәйҙәр). Үҙем етәкләгән вокал ансамблдең республика кимәлендәге тәүге лауреат исемен нәҡ Айһылыуҙың һүҙҙәренә яҙылған «Гөрләүек» йырым килтерҙе. Рухлы, сая башҡорт ҡатыны. Юҡҡамы ни, үҙенән күпкә олораҡ ил инәһе дәрәжәле өфөлөләр «ағинәй» исеме бирҙеләр. Ел иҫкән яҡҡа ғына башын бора һалып бармаҫ, «кәшмәген» йылғаның ағышы ыңғайына ғына ағыҙмаҫ, билбауырҙан һалҡын һыу кисеп булһа ла йылға үренә этеп барыр ул. Беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға хас тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн ул. Ошоноң байы Аллаһы Тәғәләбеҙ уға оло ғилем биргән. Районыбыҙҙа 21 быуат мөслимәләренең беренсеһелер. Иман нурын янындағыларға таратып, нур бөркөп йәшәй ул. Миңнур Ҡасимова, уҡытыусы

Айһылыу Ғарифуллина

БЕҘ — БӨРЙӘНДӘР

Урал батырҙың беҙ тоҡомонан,
Шүлгән батшаһының иленән,
Төпкөлдәрҙә ҡурай моңон
Аҡбуҙаттың тояҡ еленән.

Аҡыҡ ҡаштай гүзәл күлдәремдә
Вальс әйләнә һомғол ҡамыштар,
Башҡорт көйөн көйләп, шишмәләрем
Ағиҙелкәй менән ҡауыша.

Болоттарға морон төртә тауҙар,
Ҡайтауаздар шаңдай ҡаяла,
Ҡайындарҙың сулпыларын тартып,
Урынһыҙға елдәр шаяра.

Бал еҫтәре аңҡый болондарҙан,
Ҡымыҙ еҫе әкрен иҫертә.
Сал тарихтан тыуған бөгөнгөнөң
Кендеге бит бында киҫелгән…

Урал батырҙың беҙ тоҡомонан,
Беҙ — бөрйәндәр, бергә бер йәндәр.
Уйҙа ғына ҡайттым Бөрйәнемә,
Үҙем булдым айыу менгәндәй…

Айһылыу Ғарифуллина тураһында матбуғатта үҙгәртергә

Матбуғаттағы мәҡәләләре үҙгәртергә

Ижады (аудио) үҙгәртергә

Шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Башҡорт шиғриәте антологияһы, Өфө китап 2001 йыл. 815 бит. ISBN 5-295-02743-0
  • Ҡотоева Г. Көмөш йөҙөк балҡышы: Ҡатын — ҡыҙ шиғриәтенә бер ҡараш / Г.Ҡотоева// Ватандаш.- 1999.-№ 2.-126.
  • Әлибаев 3. Шиғри мәрйендәр./ 3.Әлибаев// Башҡортостан.- 2008.- 8 май.