23 сентябрь
көнө
23 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 266-сы көнө (кәбисә йылында 267-се). Йыл аҙағына тиклем 99 көн ҡала.
23 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Аргентина: Йәмәғәт китапханалары көнө.
- Бразилия: Туңдырма көнө.
- Италия: Йәшел ҡәһүә көнө.
- Ҡырғыҙстан: Дәүләт теле көнө.
- Сәғүд Ғәрәбстаны: Дәүләт көнө.
- Рәсәй: Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт подразделениелары көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1848: Беренсе һағыҙ эшләнә.
- 1926: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты эшләй башлай.
- 1937: Архангельск һәм Вологда өлкәләре ойошторола.
- 1989: Әзербайжан теле Әзербайжанда дәүләт теле итеп иғлан ителә.
- 1997: Яндекс эҙләү системаһы ғәмәлгә индерелә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Комаров Владимир Леонидович (1930—2.09.1974), ғалим-геолог-геофизик. 1957 йылдан алып Бөтә Союз геофизика ғилми-тикшеренеү институтының Волга-Урал филиалы хеҙмәткәре, 1959 йылдан — Өфө геофизика ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире, 1970 йылдан — Бөтә Союз нефть промыслалары геофизикаһы ғилми-тикшеренеү институтының (Өфө) директор урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре докторы (1972). Сығышы менән Чита ҡалаһынан.
- Буранғолов Ванцет Камил улы (1935—2011), юрист. 1962—1977 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары суды судьяһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Глущенко Михаил Степанович (1946), ауыл хужалығы ветераны, агроном. 1988—2002 йылдарҙа Калинин исемендәге хужалыҡ рәйесе; 2002—2010 йылдарҙа Көйөргәҙе район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Дыуан ауылынан.
- Хәмит Ишбулдин (1946), опера йырсыһы. 1978—1981 йылдарҙа һәм 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
- Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина Шәүрә Ишмулла ҡыҙы (1961), театр актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1983—1989, 1990—1994 йылдарҙа һәм 2002 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Дорожко Геннадий Кондратьевич (1928—2010), хужалыҡ эшмәкәре. 1970—1999 йылдарҙа Өфө районының «Шемәк» совхозы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Өфө районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Сиҙәм районы Косолапово ауылынан.
- Смородин Александр Алексеевич (1933—22.12.2009), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1991—1994 йылдарҙа «Салаватнефтеоргсинтез» берекмәһе генераль директорының иҡтисад буйынса урынбаҫары. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1982). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980).
- Илдар Ғүмәров (1958), башҡорт театр актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Фёдоров Сергей Иванович (1939—3.04.2010), ғалим-агроном. 1968—2009 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Бәләкәй Александровка ауылынан.
- Гришин Александр Николаевич (1949), профсоюз эшмәкәре. Сәнәғәттең нефть, газ тармаҡтары һәм төҙөлөш хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе.
- Катаев Валерий Алексеевич (1964), ғалим-провизор, 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2012 йылдан — фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректор. Фармацевтика фәндәре докторы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- б.э.т. 480: Еврипид, Боронғо Греция драматургы.
- б.э.т. 63: Октавиан Август, Рим империяһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе императоры.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1937: Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре.
- 1939: Зигмунд Фрейд, Австрия психологы.