2 апрель
көнө
2 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 92-се (кәбисә йылында 93-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 273 көн ҡала.
2 апрель | |
![]() |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Балалар китабы көнө..
- БМО: Аутизм проблемалары хаҡында халыҡ-ара мәғлүмәт таратыу көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1906: Рәсәй империяһында I Дәүләт думаһы һайлана.
- 1912: «Титаник» лайнеры диңгеҙ һынауын уңышлы үтә.
- 1971: «Башхлебпроект» архитектура-проект ойошмаһы эш башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Книсс Александр Адольфович (1920—15.07.2003), тренер. 1946 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты), 1952—1995 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Саңғы ярышы буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1971), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1990). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Бикбулатова Ләлә Исмәғил ҡыҙы (1925—6.07.1997), ғалим-дерматовенеролог. 1974—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының гистология кафедраһы мөдире, 1987—1997 йылдарҙа Республика тире-венерология диспансерының бүлек мөдире. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1975). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1970). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ивин Степан Мефодьевич (1925—6.04.2015), ғалим-инженер механик. 1947—1952 һәм 1964—1997 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964—1988 йылдарҙа теоретик механика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1973—1976 йылдарҙа авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәр кандидаты (1955), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Мишкә районы ҡала тибындағы Мишкә ҡасабаһынан.
- Ихсанов Рамазан Миңлехан улы (1930—12.11.1983), актёр. 1954 йылдан Салауат башҡорт драма театры, 1960—1983 йылдарҙа Әлмәт татар драма театры актёры. Татар АССР-ының халыҡ артисы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Туҡтағол ауылынан.
- Әхмәҙуллин Камил Рамазан улы (1945), ғалим-инженер механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1988 йылдан Бөтә Союз нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, 1994—2010 йылдарҙа «Уралтранснефтепродукт» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2000). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2004) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Яңы Сафар ауылынан.
- Кәримов Булат Вил улы (1960), журналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы режиссёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мостафин Рәйес Пётр улы (1960), спортсы, тренер. 1984—1990 йылдарҙа боҙҙағы мотоуҙыш буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 2003 йылдан Ғ. Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәгенең өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 2005 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы тренеры. Мотоспорт буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1987), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2012). СССР команда чемпионаттарының еңеүсеһе (1985—1986) һәм көмөш призёры (1984, 1988). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлләмов Хәмзә Искәндәр улы (1931—16.06.2015), дин әһеле. 2007 йылдан Рәсәй Үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының төбәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй, Өфө ҡалаһындағы «Хәмзә-Хажи» мәсете етәксеһе, «Имам хәҙрәт Хәмзә хажи» хәйриә фонды етәксеһе.
- Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы (1936—29.12.1999), педагогик хеҙмәт эшмәкәре. 1972–1977 һәм 1980–1997 йылдарҙа Бөрйән районы мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондың Ғәлиәкбәр ауылынан.
- Аҡсурин Ренат Сөләймән улы (1946), СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-кардиохирургы. Рәсәй Медицина фәндәре академияһы (1997) һәм Рәсәй Фәндәр академияһы (2011) академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (1998) һәм Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы. Медицина фәндәре докторы (1985), профессор (1991). СССР-ҙың (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының (2001) дәүләт премиялары, Рәсәй Хөкүмәте премияһы (2004) лауреаты. Почёт ордены кавалеры (1996).
- Зәйнуллин Радик Әнүәр улы (1961), ғалим-химик-органик. 1983 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты ғилми хеҙмәткәре; 1990 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1998—2006 йылдарҙа аспирантура бүлеге мөдире, 2007 йылдан — сифат бүлеге начальнигы. Химия фәндәре докторы (2003), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлин Венер Йәғәфәр улы (1937), ғалим-механик-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1972), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1981). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мәсетле ауылынан.
- Дятлов Александр Григорьевич (1947), Салауат ҡалаһындағы 8-се лицей педагогы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Аҡъюлов Камил Сөләймән улы (1957), Ейәнсура районының Яңы Николаевка ауыл мәктәбе педагогы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Насиров Әмир Баттал улы (1913—1991), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бәләбәй тарих-крайҙы өйрәнеү музейының тәүге директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Губарева Гөлнара Ғәбдрәхим ҡыҙы (1948), Күмертау ҡалаһының Н. Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназияһы ветеран-педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Михайлов Кирилл Андреевич (1983), саңғысы-биатлонсы, 2004 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Саңғыла уҙышыу һәм биатлон буйынса бер нисә тапҡыр Паралимпия уйындары (2006, 2010, 2014) чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2006). 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Дуҫлыҡ (2014), 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2008), «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010), Халыҡтар дуҫлығы (2014) һәм Салауат Юлаев (2006) ордендары кавалеры. Мишкә районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Ҡайраҡ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Страупе Борис Петрович (1909—31.12.1960), совет хужалыҡ эшмәкәре, инженер-энергетик. РСФСР Юғары Советы депутаты (1947), Башҡорт АССР-ының дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Орлов Виктор Семёнович (1929—22.09.2002), журналист. 1966—1990 йылдарҙа «Сельская жизнь» гәзитенең Башҡорт АССР-ы буйынса үҙ хәбәрсеһе. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1990). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Александровка ауылынан.
- Устинова Раиса Алексеевна (1939), Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрының элекке актёры, «Арлекин» профессиональ хәйриә театрын ойоштороусы, уның художество етәксеһе һәм режиссёры. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Брянск өлкәһе Семёновка ауылынан.
- Хәмитова Фәниә Зәйнулла ҡыҙы (1939), педагог, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Ғүмәров Вил Бәшир улы (1949—22.06.1994), драматург, прозаик, публицист һәм тәржемәсе. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Сәлихов Рәбис Сәлих улы (1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1997 йылдан Өфөләге «Жилстройинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған төҙөүсеһе. «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Дөмәй ауылынан.
- Фәйрүзов Рауил Закирйән улы (1949—10.02.1996), эске эштәр органдары һәм дәүләт эшмәкәре. Милиция генерал-майоры. 1995—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры һәм 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Маликов Рөстәм Илкәм улы (1959), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2007), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2013), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһынан.
- Ғәҙиев Риф Рифғәт улы (1964), спортсы, тренер. 2006 йылдан пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1725: Джакомо Казанова, Италия яҙыусыһы, мемуарист.
- 1805: Христиан Андерсен, Дания яҙыусыһы һәм шағиры, ололар һәм балалар өсөн бөтә донъяға билдәле әкиәттәр авторы.
- 1840: Эмиль Золя, Франция яҙыусыһы.
- 1865: Павел Штернберг, Рәсәй империяһы астрономы, Мәскәү обсерваторияһы директоры.
- 1870: Всеволод Кащенко, Рәсәй империяһы һәм СССР педагогы, табип.
- 1875: Уолтер Крайслер, АҠШ сәнәғәтсеһе, «Chrysler» корпорацияһын ойоштороусы.
- 1895: Тициан Табидзе, Грузия һәм СССР шағиры, тәржемәсе.
- 1900: Роберто Арльт, Аргентина яҙыусыһы.
- 1905: Серж Лифарь, Франция бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер.
- 1910: Анатолий Серов, СССР-ҙың лётчик-истребителе, Испаниялағы Граждандар һуғышы геройы.
- 1925: Михаил Марутаев, СССР һәм Рәсәй композиторы.
- 1940: Георгий Кавтарадзе, СССР һәм Грузия актёры, сценарист һәм режиссёр.
- 1955: Николай Сванидзе, СССР һәм Рәсәй журналисы, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы.
- 1960: Линфорд Кристи, Бөйөк Британия спринтеры, олимпия (1992) һәм донъя (1993) чемпионы.
- 1985: Стефан Ламбьель, Швейцария фигурисы.
- 1990: Евгения Канаева, Рәсәй гимнасы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1927: Владимир Михельсон, ғалим-физик, геофизик, профессор.
- 2000: Зәкәриә Аҡназаров, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе.
- 2005: Иоанн Павел II, Рим Папаһы.