21 ноябрь
көнө
21 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 325-се көнө (кәбисә йылында 326-сы). Йыл тамамланыуға 40 көн ҡала.
21 ноябрь | |
![]() |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1699: Рәсәй батшаһы Пётр I рекрутлыҡ хеҙмәт бурысы тураһында указ сығара (1699)
- 1877: Томас Эдисон фонограф уйлап сығыра.
- 1905: В. И. Ленин эмиграциянан Рәсәйгә ҡайта.
- 1955: Сибай эшселәр ҡасабаһы «ҡала» статусы ала.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ибраһимов Искәндәр Абдрахман улы (1925—25.06.2001), ғалим-урман белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1987 йылдарҙа Башҡортостан урман тәжрибә станцияһы директоры. Биология фәндәре кандидаты (1965). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1973) һәм атҡаҙанған урмансыһы (1982), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Самохвалова Алёна Александровна (1980), спортсы. 2001 йылдан еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Экиден эстафетаһында Рәсәй чемпионы (2001—2002), Японияның Иокогама ҡалаһындағы халыҡ- ара ярыштар еңеүсеһе (2003). Йәштәр араһында 10000 метрға йүгереүҙә Рәсәй чемпионы (2000—2001). Клубтар араһында Европа чемпионы (1998), үҫмер спортсылар араһында дүрт тапҡыр Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (1998—1999; 2000). Эстафета йүгереүендә Рәсәй рекордсыһы (2005). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Едрёнкин Михаил Акимович (1923—31.10.1970), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, штурмлау инженер-сапер батальоны саперы, рядовой. 1948 йылдан КПСС ағзаһы. Дан орденының тулы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Гуторов Юлий Андреевич (1933), ғалим-инженер-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1998—2013 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты Октябрьский филиалының кафедра мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1994). СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1978) һәм почётлы ер аҫты байлыҡтарын эҙләүсеһе (1983). Сығышы менән Тула ҡалаһынан.
- Трофимов Валентин Андреевич (1943), ғалим-аллерголог‑иммунолог. 1970—2008 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының өлкән, төп һәм баш ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Вилданова Олия Ғәли ҡыҙы (1958), балет артисы, ғалим-педагог, мәғариф эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2015). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хвольсон Даниил Абрамович (1819—23.03.1911), Рәсәй империяһы тарихсыһы, шәрҡиәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Санкт-Петербургтағы Император Фәндәр академияһы Көнсығыш телдәр бүлегенең мөхбир (1858) һәм почётлы ағзаһы (1908), философия докторы (1855). Башҡорттарҙың килеп сығышының фин-уғыр теорияһын яҡлаусы, «башҡорт» һәм «мадьяр» этнонимдарының нигеҙе «баджгард» этнонимынан булыуын иҫбатлаусы. Сығышы менән хәҙерге Литваның баш ҡалаһы Вильнюстан.
- Ҡорбанғәлиев Ғәбиҙулла Ғәбделхәким улы (1859—7.12.1919), ислам дине әһеле, ишан, суфыйсылыҡ вәкиле. Ахун (1890). Хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы тыуған ауылы Миҙиәктә мәҙрәсә асыусы һәм уның мөҙәрисе.
- Муллайән Сөйәрғолов (1934), театр артисы. 1959 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986). СССР халыҡтары театр сәнғәте драматургияһының Бөтә Рәсәй фестивале дипломанты (Мәскәү, 1972).
- Суркин Валерий Андреевич (1939), СССР-ҙың хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1984—1990 йылдарҙа КПСС-тың Пермь ҡала комитетының беренсе секретары. РСФСР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1984—1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1984) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Власов Валентин Александрович (1949), дәүләт эшмәкәре, ғалим-инженер-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1992—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының иҡтисад министры. Иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Кашаева Зөлфирә Ғиниәтулла ҡыҙы (1949), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мансурова Зөләйхә Хөсәйен ҡыҙы (1949), һаулыҡ һаҡлау ветераны. 1975—2010 йылдарҙа Шаран үҙәк район дауаханаһының юғары категориялы акушер-гинекологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). Шаран ауыл Советы ауыл биләмәһенең почётлы гражданы.
- Обыдённов Михаил Фёдорович (1949), ғалим-археолог. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2000—2006 йылдарҙа төбәкте өйрәнеү һәм дәүләт идараһы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1694: Вольтер, Франция философы, шағир һәм тарихсы.
- 1834: Гетти Грин, Америка эшҡыуары, үҙ заманының иң бай ҡатын-ҡыҙы.
- 1854: Бенедикт XV, Рим папаһы.
- 1907: Авилов Михаил Александрович, СССР шағиры.
- 1909: Михаил Садовский, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949).
- 1909: Михаил Бубеннов, СССР яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе.
- 1919: Виктория Горшенина, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1985).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 479 б.э.т.: Конфуций, Ҡытай философы.