Әлшәй районы
Әлшәй районы (рус. Альшеевский район) — Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Дим йылғаһының урта ағымында урынлашҡан район. 1935 ғинуарында ойошторолған. Майҙаны — 2415 км².
Әлшәй районы районы рус. Альшеевский район | |
---|---|
Район гербы | Район флагы |
Ил | Рәсәй |
Статус | Муниципаль район |
Төбәк | Башҡортостан |
Эске бүленеш | 25 ауыл биләмәһе 104 тораҡ пункт |
Административ үҙәге | Раевка (Әлшәй районы) |
Ойошторолған | 1935 йылдың |
Хакимиәт башлығы | Мостафин Дамир Радик улы |
Майҙаны | 2415 км² |
Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | 80 202 000 000 |
Сайт | http://www.alshei.ru/ |
Биләмәһенә элекке (2008 йылға тиклемге) өс ҡасаба (Раевка, Аксён, Шафран) һәм 104 ауыл инә. Халҡы 44,2 мең кеше (2010), шул иҫәптән Район үҙәге Раевкала 18,3 мең кеше, Шафранда — 3,1, Аксёнда — 1,2 мең кеше йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 20 кеше. Күпселеге башҡорттар, татарҙар һәм урыҫтар.
Географияһы
үҙгәртергәРайондың көньяҡ-көнбайыш өлөшө Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында ята, көньяҡ сите Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарына барып тоташа, ҡалған өлөшө Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге буйлап һуҙыла. Дим менән Сәрмәсән аҡҡан уйһыулыҡ Дим-Сәрмәсән дала коридоры тип атала. Карбонатлы һәм һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы ер күберәк. Ландшафт даланыҡына тартым. Урманлы ере 15 проценттан артмай. Климаты йылы, ҡоро. Дөйөм майҙаныдың 82 процентын ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шуның 72,5 проценты ҡасандыр һөрөлгән майҙандар. Ерҙәр һыу, һыу менән ел эрозияһы һәм саң бурандарынан боҙола.
Ҙур булмаған (Раевканы иҫәпләмәгәндә) Балҡан, Асҡар, Шафран, Каменка, Аксен, Черниговка нефть ятҡылыҡтары табылған. Төҙөлөш материалдары: эзбизташ (Әүрез, Шафран), ҡыҙыл балсыҡ (Гәйнәямаҡ, Ҡармыш, Иҙрис), ҡом (Иҫке Сәпәш), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Һарыш) ятҡылыҡтары бар. Дим йылғаһының туғайҙарында торф һаҙлыҡтары байтаҡ. Аксен лесничествоһында, Димдең туғайҙарында дарыу үҫәмлектәр һаҡлау буйынса заказниктар ойошторолған.
Иҡтисады
үҙгәртергәӘлшәй районы — сәнәғәт һәм ауыл хужалығы районы. Нефть ятҡылыҡтарын «Аксаковнефть» НГДУ-һы үҙләштергән. Раевкала шәкәр, йәшелсә консервалау, ҡатнаш аҙыҡ, май заводтары, ит комбинаты, тирмән, ремонт-техник предприятиелары эшләгән. Төҙөлөш материалдары, асфальт-бетон етештереүсе район әһәмиәтендәге предприятиелар булған.
Бөртөклөләрҙән иген үҫтереү хужалығы үҫешкән, һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Традицион тармаҡтар: ҡымыҙ эшләү өсөн йылҡысылыҡ, умартасылыҡ.
Транспорт
үҙгәртергәРайонды Силәбе —Өфө — Һамар т. юлы һәм Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ- Миәкә, Раевка — Стәрлетамаҡ автомоб. юлдары киҫеп үтә.
Социаль-мәҙәни өлкә
үҙгәртергәРайонда 62 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 22 урта мәктәп, Аксен ауыл хужалығы техникумы, Раевка һәм Шафран ПУ-лары, 33 дөйөм китапхана, 43 клуб учреждениеһы, 6 дауахана бар, климат һәм ҡымыҙ менән дауалаусы А. П. Чехов исемендәге һәм «Шафран» шифаханалары эшләй.
Урыҫ, башҡорт, татар телдәрендә «Альшеевские вести» гәзите сыға.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
Халыҡ иҫәбе | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2002[1] | 2008[2] | 2009[3] | 2010[4] | 2012[5] | 2013[6] | 2014[7] | 2015[8] | 2016[9] |
48 398 | ↘43 893 | ↗44 384 | ↘43 647 | ↘42 454 | ↘41 551 | ↘40 747 | ↘39 880 | ↘39 442 |
Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауынса, халыҡ һаны түбәндәгесә тәшкил итәсәк[10]:
- 2024 — 36,72 мең кеше
- 2035 — 32,04 мең кеше
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, 2010 мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар (39,3 %), татарҙар 32,4 % рустар 22,7 %, украиндар 2,5 %, сыуаштар 1,6 %, б-тән милләттәр 1,5 % тәшкил итә[11].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Мостафин Дамир Радик улы (18 сентябрь 1959 йыл) — 1993-1996 йылдарҙа Ташлы урта мәктәп директоры, 1996 йылда Ташлы ауыл советы хакимиәте Башлығы, 1998-2001 йылдарҙа — «Союз» крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе. 2001 йылда «Ташлы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, 2001-2004 йылдарҙа — Әлшәй район Советы рәйесе урынбаҫары. 2004 йылда Әлшәй район Советы секретары, 2004-2005 йылдарҙа — Әлшәй районы хакимиәте башлығы, 2006-2020 йылдарҙа - Әлшәй районы муниципаль районы хакимиәте башлығы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (25.12.1925—23.04.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының отделение командиры, сержант. Дан орденының тулы кавалеры. Үрнәк ауылынан.
- Нурия Абдуллина (15.03.1957), үҙешмәкәр йырсы-композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Баязит ауылынан[12].
- Бобрик Борис Фёдорович (11.07.1933—21.07.2013), хужалыҡ эшмәкәре. 1994—2003 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1987). СССР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ленин (1973) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968, 1981) ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2002).
- Голиков Владимир Дмитриевич (3.02.1939), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Аксёнов ауылынан[13].
- Муллағәлиева Земфира Мөхәррәм ҡыҙы (9.10.1947), шағир. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2003). Хәнйәр ауылынан.
- Мәсәлимов Урал Тимербулат улы (21.01.1959), график. 1994 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). Республика, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы. Раевка ауылынан[14].
- Сахно Зинаида Андреевна (18.09.1938—7.02.2008), театр рәссамы. 1977 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре, 1980 йылдан — Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977). Николаевка ауылынан[15].
- Розалиә Солтангәрәева (28.03.1955), башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы (2003). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005). Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991). Яңы Сәпәш ауылынан.
- Әйүпов Хәмит Вәли улы (15.01.1914—26.03.1987), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп эшмәкәре. 1964—1983 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1978—1985 йылдарҙа кафедра мөдире. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ветеринария фәндәре докторы (1969), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1964) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Гәйнәямаҡ ауылынан[16].
- Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы (16.12.1948), комсомол, партия, хужалыҡ, банк һәм дәүләт хеҙмәткәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994) һәм мәғариф отличнигы. Раевка ауылынан(2010)[17].
- Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (10.09.1948), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015), журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСР-ҙың (артабан Рәсәй Федерацияһының) 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (2005) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (2000) лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2000).
- Үтәшева Ләйсән Альберт ҡыҙы (28 июнь 1985 йыл) — Рәсәйҙең билдәле спортсыһы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командалары составында донъя һәм 2 тапҡыр Европа чемпионы, күп тапҡыр Донъя кубогын яулаусы, художестволы гимнастика буйынса халыҡ-ара спорт комментаторы, Рәсәй телеканалдарында (НТВ, НТВ+, Россия-2, ТНТ һ.б.) төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙар алып барыусы.
Сайтта
үҙгәртергә- Әлшәй районы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында[18]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ Стратегия пространственного развития Российской Федерации на период до 2025 года (проект) . Дата обращения: 21 декабрь 2018. Архивировано 18 декабрь 2018 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ Отдел культуры администрации Альшеевского района. Официальный сайт. 2017, 23 марта. Концерт Нурии Абдуллиной(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Голиков Владимир Дмитриевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мәсәлимов Урал Тимербулат улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сахно Зинаида Андреевна(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әйүпов Хәмит Вәли улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2019)
- ↑ Башкирская энциклопедия — АХМАДЕЕВ Амир Муллагалиевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2018)
- ↑ Әлшәй районы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әлшәй районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2021)
- Администрация Альшеевского района. Официальный сайт
- 2007 йыл 28 октябрь [https://web.archive.org/web/20071028135455/http://www.bashedu.ru/bashkortostan/alsheevsk/alsheevsk.htm архивланған. Каталог-справочник «Официальный и деловой Башкортостан», 1998/99] 2007 йыл 28 октябрь архивланған.
- Новостной сайт села Раевский и Альшеевского района 2019 йыл 9 апрель архивланған.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.