7 октябрь
көнө
7 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 280-се көнө (кәбисә йылында 281-се). Йыл аҙағына тиклем 85 көн ҡала.
7 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Профсоюздарҙың «Лайыҡлы хеҙмәт өсөн» бөтә донъя хәрәкәт көнө.
- Бөйөк Британия: Шиғриәт көнө.
Рәсми булмаған
- Рәсәй: Әҙәпле кешеләр көнө.
- Ҡырғыҙстан: Граждандар авиацияһы көнө.
- Лаос: Уҡытыусылар көнө.
- Рәсәй: Эске эштәр органдарының штаб подразделениелары ойошторолған көн.
- Хөкүм башҡарыу системаһының ойоштороу-инспектор хеҙмәте көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1919: Голландияла иң ҙур авиакомпания — KLM ойошторола.
- 1949: Германия Демократик Республикаһы (ГДР) ойошторола.
- 1977: СССР-ҙа яңы Конституция ҡабул ителә.
- 2001: АҠШ Афғанстанға ғәскәр ебәрә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Демидов Владимир Геннадьевич (1935), хеҙмәт ветераны. Ейәнсура районы «Заветы Ильича» колхозының элекке баш агрономы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Камилйәнов Ратмир Фаотович (1960—20.12.2020), педагог, 2005—2020 йылдарҙа Саҡмағош гимназияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бикмөхәмәтов Рәйес Миңлевәли улы (1951), хеҙмәт ветераны, тренер-уҡытыусы. 1979 йылдан Салауат ҡалаһы спорт мәктәптәренең полиатлон буйынса тренеры, бер үк ваҡытта йәйге полиатлон буйынса 1993 йылдан — Башҡортостан, 1997 йылдан — Рәсәйҙең йыйылма командалары тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003) һәм иң яҡшы тренеры (1994), Рәсәйҙең физик культура һәм спорт отличнигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Силантьев ауылынан.
- Сәлимов Рим Рифғәт улы (1951), ауыл хужалығы, партия органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, инженер-механик. 2006 йылдан Саҡмағош район Советы секретары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004). Сығышы менән ошо райондың Сыйрышбаш ауылынан.
- Сәхәбетдинов Зәнфир Абзал улы (1951), комсомол, партия органдары һәм ауыл хужалығы ветераны. 1991 йылдан Шишмә районы «Коммунизм» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Хәкимов Рәүеф Барый улы (1956), комсомол, партия органдары һәм матбуғат ветераны. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1982—1984 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Әлшәй район комитетының икенсе секретары. 1989—1994 йылдарҙа Ауырғазы район гәзитенең бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары һәм мөхәррире; 1995 йылдан «Өмет» гәзите хәбәрсеһе, 1988 йылдан — бүлек мөдире; 2000 йылдан «Кызыл таң» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005) һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Никифар ауылынан.
- Харрасов Рауил Ғүмәр улы (1961), үҙешмәкәр йырсы. 1998—2014 йылдарҙа Баймаҡ районы халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре. Халыҡ-ара һәм республика вокал конкурстары еңеүсеһе һәм лауреаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), Баймаҡ райоының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (2017).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бикбаев Нәсибулла Рәхмәтулла улы (1897—27.09.1937), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Боғҙанов Фәрит Вәлинур улы (1932—12.03.2001), драматург. 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).
- Вәхитов Ришат Рәкип улы (1947), Күмертау ҡала дауаханаһының балалар хирургы, һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Ырымбур өлкәһе Переволоцк районының Ғәбдрәфиҡ ауылынан.
- Халдеева Галина Викторовна (1947), йырсы, 1974—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992). Сығышы менән Белорус ССР-ы Хотинов ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Осоргин (Ильин) Михаил Андреевич (1878—27.11.1942), журналист, яҙыусы, эмигрант. Өфө дворяндары Ильиндар нәҫеленән. Сығышы менән хәҙерге Пермь ҡалаһынан.
- Гуреев Сергей Николаевич (1918—14.01.2013), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, артиллерист, лейтенант (1947). Советтар Союзы Геройы (1944).
- Миңлеғәли Нәҙерғолов (1953), башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).
- Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы (1973), уҡытыусы, журналист. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сарбулатова Фәниә Фаҡий ҡыҙы (1949), педагогик хеҙмәт ветераны, фольклорсы. 1979–1989 йылдарҙа Сибай ҡалаһы мәктәптәре, 1989–2012 йылдарҙа Сибай медицина һәм педагогия колледждары уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Сәйетбаттал ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1885: Нильс Бор, Дания физигы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1952: Владимир Путин, Рәсәй Федерацияһы Президенты.