Сынбулатов Ғәббәс Ғайса улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Сынбулатов (Самбулатов) Ғәббәс Ғайса улы (1 ғинуар 1922 йыл — 8 июль 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының артиллерист-тоҫҡаусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1943),I дәрәжә Ватан һуғышы, (1985), III дәрәжә Дан (1943) ордендары кавалеры[1]

Сынбулатов Ғәббәс Ғайса улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Әбүбәкир, Фёдоровка ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы
Вафат булған көнө 8 июль 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Әбүбәкир, Фёдоровка ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ганфайтер, артиллерист
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены III дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәббәс Ғайса улы Сынбулатов 1922 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында тыуған. Етем үҫә. 6--сы синыфты тамамлағас, «Игенсе» колхозында хисапсы булып хеҙмәт юлын башлай.
1941 йылдың 21 июлендә Хәйбулла районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. 16-сы гвардия атлы дивизияһында сержант, артиллерист-тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә. Днепрҙы аша сыҡҡанда ҡаты яралана һәм госпиталгә оҙатыла. Һауығып сыҡҡандан һуң, тағы фронтҡа китә.Икенсе дивизия составында Бессарабияға тиклем барып етә һәм Яссы-Кишинёв операцияһында ҡатнаша.
1944 йылдың февралендә икенсе тапҡыр яралана. Госпиталдә һигеҙ ай дауаланғандан һуң, ҡабаттан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булыу сәбәпле, сентябрь айында тыуған ауылына ҡайта[2]

Батырлығы

үҙгәртергә

Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа, артабан 3-сө Украина фронты составында Брянск, Воронеж, Черкассы, Чернигов ҡалаларын азат итеүҙә, Паулюс төркөмөн ҡамауҙа һәм юҡ итеүҙә ҡатнаша. Ошонда күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Сынбулатов Ғәббәс Ғайса улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим ителә. Дон һәм Днепр йылғаларын кискәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн икенсе мәртәбә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Сталинград һуғышында бирелгән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы 65 йылдан, үҙе үлгәс, балаларына тапшырыла[2].

Һуғыштан һуңғы яҙмышы

үҙгәртергә

Ғәббәс Ғайса улы Сынбулатов мәктәптә хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара. Колхоз, ауыл Советы сәркәтибе, ферма мөдире, баҫыусылыҡ буйынса бригадир һәм башҡа эштәрҙә эшләп хаҡлы ялға сыға."Фиҙакәр хеҙмәте өсөн", «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерелгән өсөн». юбилей миҙалдары, «Гвардия» знагы, шулай уҡ бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә."Почётлы колхозсы" исеменә лайыҡ була[2].

Өйләнгән. Ете бала атаһы. Ғәббәс Ғайса улының нәҫелен ейән-ейәнсәрҙәре дауам итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә