15 ноябрь
көнө
15 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 319-сы көнө (кәбисә йылында 320-се). Йыл аҙағына тиклем 46 көн ҡала.
15 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя икенсел эшкәртеү көнө.
- Рәсәй: Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар (призывниктар) көнө.
- Беларусь: Ауыл хужалығы һәм агросәнәғәт комплексының эшкәртеү тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Бельгия: Король байрамы йәки Династия көнө.
- Бразилия: Республика көнө.
- Ҡаҙағстан: Милли валюта көнө.
- Палестина: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- СССР Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш подразделениелары ойошторолған көн.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1917: Башҡорт мәркәз шураһы Совет Рәсәйе составында Башҡортостан автономияһын иғлан итә.
- 1932: Башҡортостан дәүләт медицина институты асыла.
- 1932: Баймаҡ эшселәр ҡасабаһы ҡала итеп иғлан ителә.
- 1950: Өфө — Силәбе бензин үткәргесе файҙаланыуға тапшырыла.
- 1971: Intel фирмаһы үҙенең беренсе «Intel 4004» микропроцессорын ҡулланыуға тәҡдим итә.
- 1988: «Энергея-Буран» комплексының беренсе һәм һуңғы тапҡыр йыһанға осоуы.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы (1930—6.03.2017), педагог, яҙыусы. 1961—1966 йылдарҙа Баймаҡ район мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965), Башҡортостан Республикаһының почётлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты, Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2010).
- Хәкимов Факил Саҙрый улы (1930), хужалыҡ эшмәкәре. 1978—1982 йылдарҙа Хәйбулла районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1983—1990 йылдарҙа район агросәнәғәт берекмәһе рәйесенең беренсе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Рәшит Низамов (1935—9.06.2018), журналист, яҙыусы. 1991—2012 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2007).
- Файрушин Иван Сергеевич (1950—4.07.2006), график. 1998—2006 йылдарҙа «Бельские просторы» журналының художество мөхәррире. 1996 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе (1981), бөтә Рәсәй «Китап сәнғәте» (1987), миниатюр китаптар (1991) конкурстары дипломанты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы (1931—30.10.2020), бейеүсе, йәмәғәтсе. 1952 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1973 йылдан — директоры; 1980 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры; 1986—2001 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм баш администраторы. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» республика телевизион конкурс-фестивален ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977).
- Фазлыева Фәһимә Ғаяз ҡыҙы (1931), хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы алдынғыһы. 1946—1986 йылдарҙа Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоз һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981). Сығышы менән ошо райондан.
- Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы (1941—11.11.2007), ғалим-тарихсы-этнограф. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—2007 йылдарҙа Башҡортостан тарихы һәм этнология кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәйҙең почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (1997).
- Вәлиева Әлфия Муллайән ҡыҙы (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 2-се республика клиник дауаханаһының табип-терапевы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Сәйетов Йыһанғәли Хажғәли улы (1946), хеҙмәт ветераны. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ҡотош ауылынан.
- Хаматшин Фәнзир Хаматхан улы (1946), хеҙмәт ветераны һәм алдынғыһы. 1966—2006 йылдарҙа Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Сығышы менән ошо райондан.
- Шәһиев Рәүеф Вәли улы (1946), хеҙмәт ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе, әҙәби тәнҡитсе. 2009 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ташҡыя ауылынан.
- Хәбибдиярова Нәфисә Мәүләүи ҡыҙы (әҙәби псевдонимы Сөмбөл; 1956), шағир. 2005 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Тайнин районы Усть-Черный ауылынан.
- Әхмәҙиева Ләйлә Ринат ҡыҙы (1971), ғалим-невролог. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге начальнигы, 2016 йылдан БДМУ клиникаһының неврология һәм медицина реабилитацияһы үҙәге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008). Сығышы менән Новосибирск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сәмиғуллин Венир Кәлимулла улы (1947), хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Юридик фәндәр академияһы ағзаһы, юридик фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2015).
- Үтәшев Фәрит Зәйнулла улы (1947), ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1992). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997).
- Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы (1962—14.05.2019), дәүләт эшмәкәре һәм эске хеҙмәт ветераны. 2018 йылдың 22 октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры. Полиция генерал-лейтенанты. IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Ғәзизов Марат Әсхәт улы (1967), дәүләт эшмәкәре, ғалим. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары. Сәйәси фәндәр кандидаты. Сығышы менән Свердловск өлкәһенән.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кинзин Рәшит Кинйә улы (1923—12.09.2002), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1959—1986 йылдарҙа Салауат районы «Һарғамыш» (артабан «Йүрүҙән») совхозы директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983). Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Банников Геннадий Иванович (1938), хеҙмәт ветераны, «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке машинисы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Мараҡанова Роза Вәлиәхмәт ҡыҙы (1948), хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. 1998—2012 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районындағы идаралығының бухгалтеры һәм етәксеһе, 2017 йылдың ғинуарынан Баймаҡ районының ветерандар советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының халыҡты социаль яҡлау хеҙмәтененең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының почётлы хеҙмәткәре (2012).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Немчинов Александр Михайлович (1919—3.10.1985), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, батарея командиры, өлкән сержант (1943), майор (1966). Советтар Союзы Геройы (1943).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1862: Герхарт Гауптман, Германия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1891: Эрвин Роммель, Германия фельдмаршалы.
- 1930: Фәтхерахман Әхмәҙиев, Татарстандың үҙешмәкәр композиторы («Йәйҙең матур аяҙ таңдарында», «Чистай вальсы», «Һине Һөйҙөм, гүзәлем», «Мәңге йәшәйһе килә» һ.б. йырҙар авторы)
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1630: Иоганн Кеплер, Германия астрономы.
- 1787: Кристоф Виллибальд Глюк, Германия композиторы.
- 1912: Дмитрий Наркисович Мамин-Сибиряк, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1938: Кәрим Тинчурин, Татарстан драматургы, артист һәм режиссёр.
- 1964: Искәндәр Мирза, Пакистандын беренсе президенты.
- 2009: Ғәли Хәмзин, йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988).