24 февраль
көнө
24 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 55-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 310 көн ҡала (кәбисә йылында 311).
24 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1466 йыл: Брюггела (Бельгия) билдәле булғандарҙан иң тәүге лотерея үткәрелә, ойоштороусыһы рәссам Ян ван Эйктың тол ҡатыны була.
- 1582 йыл: Рим Папаһы Григорий XIII үҙенең Inter gravissimas буллаһы менән йыл иҫәбен реформалау һәм Григориан календарын индереү тураһында иғлан итә.
- 1821: Мексиканың буласаҡ императоры Агустин де Итурбиде Игуала планын иғлан итә.
- 1852: Николай Гоголь «Үле йәндәр»енең икенсе томын яндыра.
- 1881: Рәсәй һәм Ҡытай араһында Петербург килешеүе төҙөлә.
- 1910: Швецияла «Мальмё» футбол клубы ойошторола.
- 1920: бөгөнгө «Башҡортостан уҡытыусыhы» журналының беренсе һаны донъя күрә (1920).
- 1938: Oral-B команияһы донъяла тәүге нейлон сүсле теш щеткаһы сығара.
- 1942: «Америка тауышы» радиостанцияһы тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 1955: Бағдадта Ираҡ һәм Төркиә араһында килешеү төҙөлә (Бағдад пакты), һуңынан уға Бөйөк Британия, Иран, Пакистан ҡушыла.
- 1973: СССР Үҙәк телевидениеһының «Очевидное — невероятное» тапшырыуы тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 1985: СССР-ҙа союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Юғары Советтарына һәм барлыҡ урындағы Советтарға халыҡ депутаттары һуңғы тапҡыр һайлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғайсин Салауат Мөхтәр улы (1940), элемтә тармағы ветераны, йәмәғәтсе. 1992—2011 йылдарҙа «Башинформсвязь» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһының I—IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған элемтәсеһе. «Почёт Билдәһе» (1981), Почёт (2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев (2002) ордендары кавалеры.
- Урманов Зинфир Нәғимйән улы (1940), хеҙмәт ветераны, проект ойошмаларының элекке етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2000).
- Краснов Александр Владимирович (1950), хужалыҡ эшмәкәре. Өфөләге «Молния» ғилми-производство предприятиеһының генераль директор урынбаҫары – баш конструкторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2002) һәм Почёт ордендары кавалеры.
- Байков Виталий Әнүәр улы (1955), ғалим-математик. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан математика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан «РН—Уфа НИПИ нефть» ойошмаһының генераль директор урынбаҫары. Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Михаил Старостин (1955), спортсы. Спидвей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1976), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бейешев Әхмәт Әлмөхәмәт улы (1896—27.09.1937), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хəрəкəтендә ҡатнашыусы һәм уның идеологы, Башҡорт ғәскәрен ойоштороусыларҙың береһе, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты политсекретары, 1920—1921 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Әхмәров Ғәбит Абдулла улы (1921—11.04.1996), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы (1961), ветеран-уҡытыусы, шағир. 2017 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Байморатов Вәли Ғәбит улы (1942), журналист. СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).
- Рәхимов Рәйес Сәйетғәле улы (1942), ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2002).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Чунин Евгений Петрович (1919—18.11.1998), ғалим-селекционер. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1970). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Петропавловка ауылынан.
- Әхмәров Ғәбит Абдулла улы (1924—11.04.1996), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Шәймәрҙәнов Фәрәғәт Әхмәт улы (1929—25.08.2008), ғалим-инженер электромеханик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1972—1998 йылдарҙа Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, 1977—1996 йылдарҙа авиация приборҙары эшләү факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), РСФСР ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1986). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районы Салпы ауылынан.
- Никитин Пётр Иванович (1949), спортсы, тренер. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Покровка ауылынан.
- Старикова Валентина Ивановна (1949), музыкант-пианист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.
- Маннапов Әлфир Ғабдулла улы (1954), ғалим-зооинженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Боғаҙы ауылынан.
- Хисамова Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы (1954), ғалим-тел белгесе, 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре (2017). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Саров ҡалаһынан.
- Ибраев Рәшит Әхмәтзыя улы (1959), ғалим-математик, океандағы физик процесстарҙы математик моделләштереү өлкәһендәге белгес, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2008), физика-математика фәндәре докторы (2002), профессор (2008).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1875: Александр Гадд, Рәсәй империяһы хәрби эшмәкәре, контр-адмирал.
- 1895: Всеволод Иванов, СССР яҙыусыһы.
- 1930: Григорий Чапкис, СССР һәм Украина бейеүсеһе, хореограф, Украинаның халыҡ артисы (2010).
- 1939: Кукушин Вадим Сергеевич, СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-педагогы.
- 1956: Джудит Батлер, Америка Ҡушма Штаттары философы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1971: Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 2003: Вәлиева Баныу Нурғәли ҡыҙы, РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1947) халыҡ артисы.