Оло Әбеш (рус. Большеабишево) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 424 кеше булған[2]. Почта индексы — 453814, ОКАТО коды — 80255805001.

Ауыл
Оло Әбеш
рус. Большеабишево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Хәйбулла

Ауыл ерлеге

Әбеш

Координаталар

51°46′28″ с. ш. 57°30′00″ в. д.HGЯO

Халҡы

424[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453814

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 255 805 001

Код ОКТМО

80 655 405 101

Номер в ГКГН

0524934

Оло Әбеш (Рәсәй)
Оло Әбеш
Оло Әбеш
Оло Әбеш (Башҡортостан Республикаһы)
Оло Әбеш

Урамдары

үҙгәртергә
  • Әхмәтшин(урамы  (рус. Валиди (улица))
  • Гагарин урамы  (рус. Гагарина (улица))
  • Һаҡмар урамы  (рус. Сакмара (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[3]

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 424 216 208 50,9 49,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 66 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 122 км

Әбеш ауылы 1795 йылдағы V ревизия материалдарында билдәләнә. Ул ваҡытта 18 йорт хужалыҡта 97 кеше йәшәгән. 1816 йылда Оло Әбеш ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантоны Әбүбәкер Көсөков командаһы составына инә һәм 22 ихатанан һәм 225 кешенән тора. Әбүбәкер Көсөковтың командаһы составына түбәндәге ауылдар инә: Үтәғол, Сурай, Аҡсура, Әбеш.

1816 йылдағы ревизия материалдарына ярашлы, ауылда 1783 йылда тыуған йорт старшинаһы Әбүбәкер Көсөков, уның улдары — Ҡаһарман, Ҡорманғәле һәм Садиҡ йәшәгән; Әбүбәкерҙең ағаһы һәм ҡустыһы Усман һәм Ғүмәр; 1766 йылда тыуған Исхаҡ Әбешев Әбеш ауылына нигеҙ һалыусының улы; Исхаҡтың улдары: йөҙ башы Йыһанбай Исхаҡов; Йәнсура, Аллағыуат һәм Изге Әбешев; 1769 йылда тыуған указлы мулла Байғазаҡ Әбешев, уның улдары: Мөхәмәт, Әбделкәрим, Мөхәмәтшәриф, Әбдрәхим; 1731 йылда тыуған Ирсай Аладаров, уның улдары: Мөхәмәт, Йыһанбай, Үзбәк, Муллабазарбай, поход старшинаһы Әбүзәр (1787—1859). Ирсайҙың улдары Мөхәмәт, Муллабазарбай һәм Әбүзәр Ирсаев йәки Алдаров түгел, ә Илимбәтов фамилияһы менән яҙып алынған. Үзбәк улдары Үзбәков фамилияһын йөрөткән. Хорунжий Шармөхәмәт Үзбәков Ырымбур һыҙатын һаҡлауҙа хеҙмәт итә, Ҡырғыҙ-ҡайсаҡ походтарында ҡатнаша, Император һарайында ҡымыҙ әҙерләй. 1816 йылдан һуң Әбүбәкер Көсөков, йорт старшинаһы майор Исхаҡ Әбешев, Боҫконовтар, Ильяс Торошев Әбүбәкер (2-се Әбеш) ауылына, Гөбөрлө йылғаһы үҙәненә күсеп килә. 1859 йылда ауылда 38 йорт хужалығында 353 кеше йәшәй.

«Тораҡ урындар исемлеге. Ырымбур губернаһы. 1866.» тигән яҙма бар: Орск өйәҙе, 2-се стан, 734-се Әбеш (Әбүзәр) ауылы, башҡорт, Һаҡмар йылғаһы буйында, Орск ҡалаһынан алып Верхнеурал ҡҡалаһына тиклем иҫке сик трактының уң яғы менән һул почта юлы араһында урынлашҡан. Өйәҙ ҡалаһынан алыҫлығы 109 саҡрым, стан фатирынан 83 саҡрым, ихата һаны 40, халыҡ һаны: ирҙәр — 164, ҡатын-ҡыҙҙар — 163.

1917 йылда ауылда 580 кеше йәшәгән 92 ихата булған[4].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Матбуғатта

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә