11 июнь
көнө
11 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 162-се (кәбисә йылында 163-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 203 көн ҡала.
11 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1930: Америка зоологы Уильям Биб һәм инженер Отис Бартон үҙҙәре эшләгән батисферала океан төбөнә 400 метр тәрәнлеккә төшә.
- 1930: Башҡортостан дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы эшләй башлай.
- 1975: Төньяҡ диңгеҙҙә нефть сығарыу башлана.
- 2010: Көньяҡ Африка Республикаһында футбол буйынса донъя чемпионаты тантаналы асыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Стулова Ольга Петровна (1915—11.03.1995), ғалим-морфолог. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1985 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1969), профессор (1971). Сығышы менән хәҙерге Әстерхан өлкәһенең Үрге Баҫҡынсаҡ станцияһы ҡасабаһынан.
- Сәмиғуллин Сәйфулла Нурулла улы (1940), ғалим-селекционер. 1993—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005 йылға тиклем селекция һәм орлоҡсолоҡ кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ҡарамалы ауылынан.
- Әбдрәшитов Рифҡәт Сөләймән улы (1940), хеҙмәт ветераны, 2005 йылға тиклем Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылы киномеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), СССР-ҙың кинематография отличнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Вәлиәхмәтов Рим Марс улы (1960), социолог, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (1993). Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы (2020). Сығышы менән Миәкә районыны Сәтәй-Бөрйән ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Воронинский Сергей Сергеевич (1919—3.06.2006), СССР-ҙың хужалыҡ, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1961—1969 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1969—1975 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының 1-се секретары. РСФСР-ҙың алтынсы—туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXII—XXIV съездары делегаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
- Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы (1944), рәссам-монументалист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, доцент. 1987 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1988).
- Гөлдәр Ильясова (1954), театр режиссёры. 1990—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе һәм баш режиссёры. 1989 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1845: Эжен Мюнц, Францияның сәнғәт тарихсыһы.
- 1864: Рихард Штраус, Германия композиторы.
- 1895: Николай Булганин, СССР-ҙың сәйәси һәм хәрби эшмәкәре.
- 1910: Жак-Ив Кусто, Донъя океанын өйрәнгән Франция тикшеренеүсеһе, аквалангты уйлап табыусы.
- 1925: Уильям Стайрон, АҠШ яҙыусыһы, Пулитцер премияһы лауреаты (1968).
- 1935: Нина Тимофеева, балет артисы, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1955: Юрий Седых, СССР спортсыһы, сүкеш ырғытыусы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1970: Веня Д’ркин (тулы исеме Александр Литвинов), СССР һәм Украина музыканты, автор-башҡарыусы һәм шағир.
- 1985: Дмитрий Колдун, Белоруссия йырсыһы, композитор, «Евровидение—2007» конкурсында ҡатнашыусы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1990: Мырҙағәлимов Ғәзис Ғәбиҙулла улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).