24 май
көнө
24 май — григориан стиле буйынса йылдың 144-се (кәбисә йылында 145-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 221 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- 2020 йылда — Ураҙа байрамы
- Рәсәй: Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө.
- Канада: Королева Викторияның тыуған көнө.
- Эквадор: Пичинчи көнө.
- Эритрея: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй: Кадрҙар бүлектәре хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Карташова Флорида Сәхи ҡыҙы (1945), мәғариф ветераны, 1971—2002 йылдарҙа Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000).
- Сухоруков Николай Александрович (1950), ғалим-педагог, спортсы. 1971 йылдан Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының физик тәрбиә кафедраһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1995 йылдан «Ағиҙел» спорт-һауыҡтырыу лагеры директоры. Техник фәндәр докторы (1981), профессор (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2002).
- Сидоренко Ирина Владимировна (1955—21.10.2016), музыкант, 1980—2016 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестр артисы, бер үк ваҡытта 2000—2011 йылдарҙа — концертмейстер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000).
- Акшенцев Сергей Васильевич (1975), спортсы. Ғәмәли янғын спорты буйынса 2000 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 2009 һәм 2011 йылдарҙа донъя чемпионы, 2010 йылда биш тапҡыр Европа чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнеүсе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Назаров Михаил Алексеевич (1927—29.08.2019), СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1981 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Нәбиев Мирзанур Фәсхетдин улы (1923—18.04.2008), хужалыҡ эшмәкәре, 1949—1985 йылдарҙа Илеш районы М. Горький исемендәге колхоз рәйесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1980). Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1975, 1980) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡәҙер ауылынан.
- Хәбибуллин Булат Нурмый улы (1958), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1993), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011).
- Әлибаев Фәнүр Хажиәхмәт улы (1958), «Көньяҡ Урал» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры, биология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе.
- Иҙрисова Лиә Түләк ҡыҙы (1963), табип-ғалим, невролог, физиотерапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мархасин Виктор Ильич (1944–28.11.1987), ғалим-тау инженеры, геофизик. 1971—1987 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1987). Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
- Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы (1949—14.09.2020), йырсы. 1976–1998 йылдарҙа Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһының солист-вокалисы. Татар АССР‑ының (1991) һәм Башҡортостан Республикаһының (2020) халыҡ артисы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы (Өфө, 1971), «Татар йыры» халыҡ‑ара эстрада фестивале (Ҡазан, 2013) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ҡотлояр ауылынан.
- Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы (1954), ғалим-генетик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2016), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).
- Миронов Ринат Ғаян улы (1959), ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, эске эштәр органдарының элекке хеҙмәткәре. Юридик фәндәр докторы (2007). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1830: Алексей Саврасов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1900: Эдуардо Де Филиппо, Италия комедиографы, актёр һәм кинорежиссёр.
- 1905: Михаил Шолохов, СССР яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса 1965 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1925: Май Сеттерлинг, Швеция актрисаһы, сценарист һәм кинорежиссёр.
- 1934: Анатолий Бичуков, скульптор, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, 2001 йылдан Рәсәй һынлы сәнғәт академияһының вице-президенты.
- 1935: Александр Леманский, СССР һәм Рәсәй ғалимы, «Алмаз» ғилми-производство берекмәһенең генераль конструкторы.
- 1940: Иосиф Бродский, СССР һәм АҠШ шағиры, әҙәбиәт буйынса 1987 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1945: Евгений Киндинов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
- 1945: Присцилла Пресли, АҠШ актрисаһы.
- 1960: Кристин Скотт Томас, Британия актрисаһы.
- 1965: Синъитиро Ватанабэ, Японияның аниматор-режиссёры.
- 1990: Джоуи Логано, АҠШ автоуҙышсыһы.